Бөтә яңылыҡтар

“Осҡон”ға уңыштар теләйбеҙ!

“Театраль Волга буйы” фестивалендә БДУ-ның театр студияһы ниндәй спектакль тәҡдим итәсәк?

“Осҡон”ға уңыштар теләйбеҙ!
“Осҡон”ға уңыштар теләйбеҙ!

27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, Ижевскиҙа “Театраль Волга буйы” балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең лауреаттары билдәле буласаҡ. Онлайн-трансляция барышында һәр төбәк вәкилдәре миҙгелдең иң яҡшы театр постановкалары буйынса үҙ ҡарарын иғлан итәсәк.

Балдар суммаһы буйынса “Иң яҡшы йәштәр спектакле”, “Иң яҡшы балалар спектакле”, “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Финалда Волга буйы федераль округының барлыҡ субъекттарынан 28 спектакль ҡатнаша. “Театраль Волга буйы” проекты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән 2019 йылдан уҙғарыла. Фестиваль барышын 27 мартта көндөҙгө сәғәт 1-ҙән (Мәскәү ваҡыты) театральноеприволжье.рф сайтында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Республикабыҙ исеменән Башҡорт дәүләт университетының “Осҡон” башҡорт студент театр студияһы сығыш яһай. “Осҡон”дар С. Алексиевичтың “Һуңғы шаһиттар” һәм Жанар Күсәйенованың “Улар килде” әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һуңғы шаһиттар” спектаклен тәҡдим итә. Башҡорт студент театр-студияһы йәштәренә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: видеояҙманан скриншот.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: