Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуғаняҡты өйрәнеү музейында Рәсәй халҡының милли аш-һыуына арналған "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһе ойошторола. Сара 6 апрелдә буласаҡ.
Сараның партнерҙары булып Сибай ҡалаһы хакимиәте, "Алға, Сибай!" социаль проекттарҙы яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, ҡаланың “Аманат” ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы, Сибай телевидениеһы, ҡала китапханалары селтәре, "Базилик" сәйханаһы тора.
Конкурстың положениеһы менән Сибай ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының сайтында танышырға мөмкин. sibay-museum.ru/news/конкурс-выставка-национал..
Автор фотолары.