"Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә барған конкурста ҡатнашыусы Дамир Ибраһимов – Туймазы ҡалаһының "Родина" мәҙәниәт һарайында эшләгән "Сәфәр" өлгөлө хореография ансамбленең художество етәксеһе.
Ул йәш быуынды бейеүгә ылыҡтырыу, уларҙа ошо матур сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуға ҙур тырышлыҡ һала. Талантлы етәксенең ҡулы аҫтында ижади коллектив төрлө конкурс-фестивалдәрҙә юғары баһаларға лайыҡ була. Бейеүҙәре сағыу ҙа, ҡыҙыҡлы ла, заманса ла.
Дамир Хәлит улы үҙен тамашалар режиссеры булараҡ та һынай, район, республика кимәлендәге мөһим сараларҙы әҙерләп үткәреүгә өлөш индерә. Яратҡан ижади шөғөлөнә бар күңел көсөн һала ул. Тырыш хеҙмәтен күреп, туймазылар үҙ ижадсыһын юғары баһалай, уны ярата, хөрмәт итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар: конкурс кесе йома кисендә тамамланасаҡ. Ҡатнашыусыларға тауыш биреп ҡалырға ашығығыҙ!
Фото Д. Ибраһимовтың шәхси архивынан.