Киләһе конкурсантыбыҙ Регина Дәүләтова – Ишембай районы Кинйәбулат ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе. Тыумышы менән – Салауат ҡалаһынан.
Регина Ғүмәр ҡыҙы юғары белеме буйынса ижадҡа бәйле өлкәнән ҡасандыр йыраҡ торған. Башҡортостан дәүләт аграр университетында, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыған, төрлө тармаҡтарҙа эшләгән, муниципаль хеҙмәткәр булған. Бер нисә йыл элек иһә мәҙәниәт өлкәһенә күскән: күңел зауығына тап килгән тәғәйен юлыңды табыу - ҙур бәхет, ти ул.
Яратҡан шөғөлө – теүәл, боронғоса итеп башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләү. Шуға ла халҡыбыҙҙың иҫ киткес бай рухи мираҫының тарихын да ентекле өйрәнергә ынтыла.
Фотолар Р. Дәүләтованың шәхси архивынан.