Бөтә яңылыҡтар

Халҡының ҡарашы – моңонда

Юрауы юш килде...

...Әй буйындағы Биҙәртау башында – һабантуй. 1967 йылда, булһа кәрәк, Мәсетле районында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре уҙҙы. Уны райкомдың икенсе секретары, ауылдашыбыҙ Мансур Әхмәтшин ойошторғайны.

 

Философ-шағир

 

Беҙгә композитор Заһир Исмәғилев етәкселегендә йырсы Ғәлиә Солтанова, бейеүсе Ратмир Бәҙретдинов, яҙыу­сыларҙан Рәйес Низамов, рәссам Әхмәт Лотфуллин, журналистар Дәүләт Мәһәҙиев, Леонард Йәнбирҙин килгәйне. Арала шағир Рафаэль Сафин да бар. Бөгөнгөләй иҫемдә: артистар ике машинаның борттарын йәнәш ҡуйып, күләгәлә сәхнә яһаған. Уны халыҡ һырыған.

Һабантуй ҡыҙа ғына әле, көрәш башланмаған. Заһир ағай: “Башҡорт­остандың атаҡлы шағиры, Әй егете Рафаэль Сафин!” – тип иғлан итә. Сәхнәлә – костюм кейгән, төҙ буйлы ыҫпай ағай. Ҡулында – яңы ғына донъя күргән усҡа һыймалы “Һоҡланыу” китабы. Уны күргәнем бар, хатта ауылдың китап магазинында тотоп та ҡарағайным. Авторын – Рафаэль Сафинды – тышлыҡтағы фотоһын күргәнгә лә танып торам. Шиғырын уҡый. Шунан, хәҙер ул конферансье урынында, тамашаны алып бара:

– Әрмән вальсы!

Халыҡ шарҡылдап көлә. Сәхнәлә – ҡып-ҡыҙыл оҙон күлмәкле Ғәлиә Солтанова апай. Уны ла Әй һандуғасы тип атайбыҙ. Үҙе халыҡ көлгәнгә оялғандай ҙа итә. Уңарса “Әрмән вальсы” түгел, ә “Сәрмән вальсы” икән. Конферансье үҙен-үҙе төҙәтә:

– Сәрмән вальсы!

Әй буйҙарына йыр ағыла. Рафаэль Сафин да Әй буйынан, Ҡыйғы райо­нынан. Өфөлә танылған, ҙур шағир. Ҙур шағир тигәс тә, ҡарт түгел. Ауыл сәхнәһендә уның “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғырҙарын ятлағандары бар. Әле ул “Гармунсы” әҫәрен уҡый. Тауышы моңло, сәхнәгә килешле. Юғиһә ҡайһы бер шағирҙар сәхнәнән шиғыр уҡый белмәй, ә ул – сәхнә кешеһе, күп халыҡ алдында сығыш яһаусы.

Һуңынан оло илебеҙҙә авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың “Аҡ торналар” шиғыры ныҡ популярлашты. Гел аптырашта ҡала инем: ауаздаш ике шиғырҙы (әлбиттә, торна менән ҡыр ҡаҙы бер үк ҡош түгел, шулай ҙа...) ҡайһы шағир алдараҡ яҙҙы икән? Икеһендә лә һыҙланыулы ауаздар, икеһендә лә бер үк оҡшаш мотивтар ярылып ята бит. Шул яғынан ҡарағанда, ике автор ҙа – бер үк осор кешеләре, ауыр һуғышты иңдәрендә татыған замандаштар.

Ижады менән нығыраҡ танышҡас, шағирыбыҙҙың моңһоу лирик, ялҡынлы трибуна яҙыусыһы булыуын аңланым. Күптәр уның үҙен йәшлек шағиры, мөхәббәткә дан йырлаусы тип атаны. Хатта әҙәбиәт һөйөүселәрҙең бер осрашыуында Рафаэль Сафин үҙе лә шиғриәтте йәшлектең ише, емеше, уның һыңары тип белдерҙе. Ҡыҙҙар уның шиғырҙарына ғашиҡ ине, уны ятлап йөрөнөләр: шундай кисерештәр, ғашиҡтарҙың үҙҙәре генә ҡабатлар моңланыр юлдар яҙған ул.

Алты йәштә ҡулға гармун алдым,

Ун алтыла йөрөнөм “ҡыҙ атып”...

(“Гармунсы” поэмаһынан).

 

Хоҙай һине, ахыры, һине шулай

Һоҡланһындар өсөн яратҡан.

Яратҡан да,

ситтән ҡарап тороп,

Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.

(“Гүзәл ҡатынға”).

Әле берәү ҙә былай итеп әйткәне юҡ бит. Меңәрләгән шағир, мөхәббәт тураһында меңәр шиғри юлдар бар ерҙә, ә Рафаэль Сафин кеүек тағы кем шулай һүрәтләй һөйөүҙе?! Быны мөхәббәтте тәрән аңлаған, уны инде “мөхәббәт профессоры” булараҡ кеше генә, ғөмүмән, философ-шағир ғына яҙа алыр, тием.

 

Сәнғәт тип йән атты...

 

Философ, шиғриәт уҙаманы булып киткән шәхестең уҙаҡташтары хаҡында ла иҫкә төшөрһәк... Уның дуҫтары, ҡорҙаштары, тиҫтерҙәре Рәми Ғарипов менән бергә уҡыған, Марат Кәримов менән дуҫтар, Абдулхаҡ Игебаев менән тиңдәштәр, Туфан Миңнуллин, Илдар Юзеев, Рәйес Низамов, Миәссәр Басиров, Әнғәм Атнабай... Төрлө яҙмыштар, төрлө-төрлө һуҡмаҡтар. Бары уларҙың бөтәһен дә ижад, “илһамланып төнөн янар йондоҙҙарға” әүерелеү берләштерә. Кеше булараҡ, бик үк бәхетле яҙмыштар ҙа түгел, бары яныу тәмен, ижад татын татыу­сылар.

Алдаштырҙы, буғай, донъя мине,

Аҙаштырҙы, буғай, йыш ҡына...

Ни эшләйһең, был да уларҙың өлөшөнә яҙған көмөш.

Шул тәңгәлдә шағирҙың “Йәнбикә”һе тел осона килә:

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал,

Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен;

Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,

Йәнбикәм, Йәнбикәм,

Һинең өсөн үҙем үләрмен.

Быныһы инде бик тә етди, бик тә хәтәр. Был – халыҡ йыры, шағир ижадында халыҡсанлыҡ балҡышы. Ошонан һуң әлеге юлдарҙы яҙыусыны нисек итеп лирик ҡына тип атайһың, был бит уның яҙғандарының халҡы моңона, халҡы фекеренә әйләнеүе сағылышы.

Йәнбикә тигәс, “Йәнбикә” исемле пьеса хәтергә төшә, тәнҡитсе әйт­мешләй, драматик поэма... Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, шиғриәт ул – драма, ә Рафаэль Сафин – драматик шағир... Һыҙланыусан, уҡыусыһын, тамашасыһын һыҙландырыусан автор. Драматург. Беҙ уның “Тилекәй”, “Йәнбикә”, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, “Ҡыр ҡаҙҙары” ише пьесаларын беләбеҙ, улар буйынса бай, һутлы телле (хәҙергеләре кеүек ярлы, ҡойто телле түгел) спектаклдәрен театрҙарҙа ҡарағаныбыҙ бар. Рафаэль Сафин – сәнғәт тип йән атҡан, театр менән йәшәгән ижадсы. Шуға уның татар драматургтары Туфан Миңнуллин һәм (шағир ҙа) Илдар Юзеев менән дуҫ булыуы аңлашылыр.

 

Өфө тип ярһыны...

 

...2015 йылда Марат Кәримов, Мәүлит Ямалетдин, Наил Ғәйетбай менән бергә Ҡазанға Туфан Миң­нуллиндың 80 йыллығын билдәләргә барҙыҡ. Шунда Марат ағай: “Туфан дуҫы янына Рафаэль Сафин ҡор­ҙаштың тыуған яғынан ашҡынып килдек, ике художниктың, дуҫтың рухын бында иҫкә алабыҙ”, – тине. (Әйткәндәй, миңә Марат Кәримов менән бергә Рафаэль Сафинды үҙ тыуған ауылы Йыланлыға һуңғы юлға бергә илтеп ҡуйырға ла яҙҙы бит. Ул йылда (2002) үҙем дә ҙур ҡайғы кисергәйнем: тормош юлдашым Әлфирәне юғалттым. Ныҡ ҡайғылы сағым, шулай ҙа яҡташты сатнама декабрь һыуығында Ҡыйғыға халыҡ шағиры менән икәү генә еткерҙек. Әлбиттә, беҙҙең менән улы Аяз да, килене, ейәне лә, Гөлли апай ҙа бар ине). Шул 2015 йылғы тантанала беҙ башҡорт шағиры рухы менән дә осрашҡандай булдыҡ... Эйе, ул Ҡазанды яратты, Ҡазандағы дуҫтары өсөн өҙөлөп торҙо, Ҡазан ҡыҙҙарына ғашиҡ ине, шулар хаҡында шиғырҙар ҙа яҙҙы.

Инде: “Ҡазан, Ҡазан, Ҡазан!” – тиеп,

Һағыштарым ҡағыр ҡанатын;

Яҙмыш шулай мине һынай, буғай,

Әллә ысынлап, әллә шаяртып?

Ҡазанға ғашиҡ ине, Өфө тип ярһыны, ә тупрағы барыбер тыуған яғына, Әй буйындағы Йыланлыға яҙҙы. Нисә йылдарҙан һуң ул ҡабат...

Уйылам инде, уйылам,

Йырға-моңға тулышам...

Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң

Ағыла Әй буйынан.

Йәнә:

Ҡайттым һиңә, ҡайттым,

Ыласынташ... –

Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды

Мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,

Күкрәгеңә ҡуйып башымды.

Юрауы юш килде шағирҙың.

Тыуған тупраҡта тыныс йоҡла,

яҡташ.

 

Ринат КАМАЛ.

Читайте нас: