Бөтә яңылыҡтар

Моңо менән әсир итеп...

Конкурсантыбыҙ Нәғим Нуримановтың йыр-бүләген ҡабул итегеҙ!

Моңо менән әсир итеп...
Моңо менән әсир итеп...

Киләһе конкурсантыбыҙ – Күгәрсен районынан Нәғим Нуриманов. Уның исеме, талантлы йырсы булараҡ, башҡорт йыр-моңон яратып тыңлағандарға яҡшы таныш. 

Вокалсы башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарын берҙәй оҫта башҡара. Моңо менән әсир итеп, бихисап конкурстар лауреаты исемен йөрөтә. 2020 йылда "Юлдаш йыры"нда Гран-приға лайыҡ булды.  

Нәғим Зәғәфүрән улы – моңло йырсы, талантлы ҡурайсы, йырҙар ижад итеүсе, аранжировкалаусы, аккомпаниатор ҙа. Йырҙарын башҡорт эстрадаһының байтаҡ вәкилдәре лә яратып башҡара.

Милләтебеҙ мәҙәниәтен популярлаштырыу, танытыу буйынса дәррәү эш алып бара ул.

Дуҫтар, конкурсыбыҙ тамамланырға һанаулы ваҡыт ҡалды. Тауыш бирергә онотмағыҙ! 

Фотолар йырсының шәхси архивынан.

Моңо менән әсир итеп...
Моңо менән әсир итеп...
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: