Бөтә яңылыҡтар

Рәүеф (Хикәйә )

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Бер бе­йеүсене икенсеһе алмаштыр­ҙы, ҡоҙа-ҡоҙасалар төртмә таҡмаҡ­тарын инде әллә икенсегә, әллә өсөнсөгә ҡабатлай. Баянсы Рәүефтең бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, ул бейеү көйҙәрен шул тиклем бирелеп уйнай, бейемәҫ ерҙән бейерһең. Хатта үҙ ғүмерендә һис бер тыпырҙатып ҡа­рамаған, дөрөҫөрәге, көй айырмаған Вилдан да сыҙаманы, ике ҡулын һелтәй-һелтәй, һонтор һынын әйлән­дереп-тулғандырып, уртаға төшөп китте.

“Ҡолағына айыу баҫҡан” моңһоҙ әҙәмдең дә дәртен уятырлыҡ итеп һыҙҙыра ине шул Рәүеф. Күҙҙәренә төшкән ҡуйы бөҙрә сәсен урынына ҡайтарыу өсөн башын артҡа ташлап ҡына ебәрә лә, бөрсөк-бөрсөк булып маңлайы буйлап тәгәрәгән тиргә лә иғтибар итмәй, йәнә өр-яңы көй уйнай башлай.

Бына уның алдына Фәнзилә килеп баҫты ла, бер аҙ орсоҡ кеүек өйө­рөлөп алғандан һуң, яғымлы ҡарашын егеттән алмайынса ғына ике ҡатлы итеп тыпырҙатырға кереште. Күҙҙәрен яртылаш йомоп, моң даръяһына мөкиббән киткән Рәүеф, һөйгәненең үҙе ҡаршыһында бейеүен шәйләп, баян күреген уғата тырышыбыраҡ тартып ебәрҙе. Унан, гармунын ҡулынан ысҡындырмайынса ғына һикереп тороп, ҡыҙға ҡаршы бейергә төшөп китте.

Ҡарап тороуы һоҡланғыс ине ул ике йәш йөрәккә. Күмәкләп түңәрәк яһап бейеп йөрөүселәр, ситкә тартылып, Фәнзилә менән Рәүефте иғтибар үҙәгенә алды. Кемдер ҡул сапты, кемеһелер “афарин!” тип ҡеүәтләп, һоҡланыуын белдерҙе.

– Бына, исмаһам, бейейҙәр!

– Вәт, шулай, ана шулай!

Туй икенсе көн дауам итә. Гармунсы ла, уның һөйгәне лә кейәү яғынан килгән ҡунаҡтарға яҡшы таныш. Кәләштең нисәлер туған ағаһы Рәүеф бына-бына үҙе башлы-күҙле булырға тора. Фәнзиләһе менән өҫтәл түренән урын алыр бәхетле миҙгел­дәренә ни бары ике аҙна ваҡыт ҡалған. Әле ҡара-ҡаршы онотолоп бейегән ҡыҙ менән егеттән дә бәхетлерәк берәү ҙә юҡтыр, моғайын. Әлбиттә, бөгөнгө байрамдың төп хужалары – кейәү менән кәләштән башҡа.

Ниһайәт, барыһын да табынға саҡырҙылар.

– Йәмәғәт, йәлләгеҙ әҙерәк гармунсыны, һеҙ нимә, бейеү күрмә­гәндәй...

– Рәүеф, Фәнзилә, килегеҙ минең эргәгә, бында берәүҙең дә һеҙгә буйҙары етмәҫ, – тигәнерәк тауыштар дөйөм шау-шыуға күмелеп ҡалды.

Туй үҙ яйы менән дауам итте. Шул саҡ Фәнзилә һөйгәненең ҡолағына:

– Ламиҡ ағайың әллә һине саҡыра инде, – тип шыбырҙаны. – Баянан бирле һиңә ҡарап ымлай...

Туй барған ҙур бүлмәнең тупһаһында ике туған ағаһының ҡул болғауын күреп, һөйгәне яғына ҡарап: “Мин хәҙер”, – тип кенә шыбырҙаны ла, Рәүеф ишек яғына ыңғайланы. Ҡыҙ уның артынан һоҡланып ҡарап тороп ҡалды: тирә-яҡта бер бит ул уның һөйгәне – ҡарағайҙай буй-һын, киң яурындар, тулҡынланып торған ҡуйы сөм-ҡара сәстәр, ә күҙҙәре... Хас та һине йылы ҡосағына алырға торған йәйге төн.

Мәктәптә улар бергә уҡыны. Фәнзилә, беренсе класҡа барған көндәрен хәтерләп, йылмайып ҡуйҙы. Уҡытыусылары ситтән килгән апай ине. Исем-фамилияларын һорашты­рып, балалар менән таныша башланы. Рәүефкә сират еткәс, класташтарынан бер башҡа һонторораҡ малай “шап” итеп һикереп торҙо ла асыҡ, көслө тауыш менән:

– Мин Рәүеф Дәүләтов булам! – тип яуап бирҙе.

Класташтары дәррәү көлөп ебәрҙе. Быны үҙенсә аңлаған мөғәллимә:

– Афарин! Һиңә лә Рәүеф Дәүләтов кеүек батыр ир-егет булырға яҙһын, – тине. – Ә бөгөнгә миңә һинең фамилияң кәрәк.

Балалар бер тауыштан:

– Дәүләтов ул, Дәүләтов! Рәүеф Дәүләтов! – тип ҡысҡырышты. Улар әлегә Советтар Союзы Геройы Дәүләтов хаҡында белмәй ине.

Уҡытыусы журналға күҙ һалды:

– Һы... Ысынлап та, Рәүеф Дәү­ләтов... – Унан балаларға күтәрелеп ҡараны. – Бына бит, исеме лә, фамилияһы ла тура килеп тора. Балалар, ә һеҙ Рәүеф Дәүләтовтың кем икәнлеген беләһегеҙме?

– Ю-у-уҡ, – яуап бер тауыштан яңғыраны.

– Ә һин, Рәүеф?

– Әҙерәк беләм. Ул беҙҙең яҡташ, Хәлил ауылынан. Һуғышта ҙур батырлыҡ күрһәткән...

– Маладис, Рәүеф. Берәй дәрестә мин һеҙгә, балалар, Советтар Союзы Геройы тураһында ентекләберәк һөйләрмен, яраймы?

– Яра-а-ай!..

Фәнзилә шуларҙы хәтерләп ултырған арала тышта ниндәйҙер шау-шыу ҡупты. Бөтәһе лә, шул иҫәптән Фәнзилә лә, ишеккә ябырылды.

– Үлтерә сәнскән!

– Йөрәгенә генә тейгәндер инде бахырҡайҙың.

– Эй, Аллам, үҙенең туйында бит әле.

– Кем икән?.. Вәт иманһыҙ!

Ҡыҙ кешеләрҙе этә-төртә түңәрәк уртаһына ашыҡты. Иң тәүҙә ул Рәүефтең ҡулдарына бығау һалып торған милиционерҙы күрҙе.

– Ни булды?! Һеҙ нишләйһегеҙ?! – Йүгереп барып Рәүефте ҡосаҡлап алған Фәнзиләне  милиционер ситкә этәрҙе.

– Гражданка, яҡын килмәгеҙ! Кстати, енәйәтсе һеҙҙең кемегеҙ була?

– Ул енәйәтсе түгел! Беҙ өйләнешергә тейеш инек. Мин – Рәүефтең кәләше!

– Һеҙ өйләнешергә йыйынаһығыҙ?! Ә ул, кешенең туйын боҙоп, йәш кәләште бәхетһеҙ итте. 

Милиция машинаһына Фәнзиләне лә ултыртып алдылар:

– Һеҙгә лә һорауҙар бар.

Милиция бүлегенә килгәс тә ҡыҙ илай-илай бер үк нәмәне ҡабатланы:

– Рәүеф үлтермәгән! Ул енәйәт ҡылыуға һәләтле түгел!

– Буласаҡ кейәүегеҙ туйҙа күп эстеме?

– Бер тамсы ла эсмәне. Ул бөтөнләй эсмәй!

Рәүеф иһә:

– Мин үлтерҙем. Башҡа берәү ҙә түгел. Мин... – тип ҡабатланы.

– Эйе, һин үлтергәнһең, сөнки бысаҡта – һинең бармаҡ эҙҙәре, кейемеңдә – уның ҡаны... – Закон һағында торған хеҙмәткәр үлтереүсенең ҡасып өлгөрмәүенә, етмәһә, ғәйебен шунда уҡ таныуына сикһеҙ шат ине. Оҙаҡ мәшәҡәтләнергә тура килмәйәсәк. Эште лә тиҙерәк ябасаҡтар. Шаһит та бар: кеше үлтереүсенең ағай тейешле туғаны. Бөтәһен дә асыҡ күрмәһә лә, ул енәйәт яһалған урында булған. Үлтереүсе менән ҡорбан араһында ни сәбәптәндер ыҙғыш ҡупҡан, көрмәкләшеп киткәндәр. Һуңынан ҡорбандың ергә ауыуын, ҡанлы бысаҡ тотоп торған ҡустыһын айырым-асыҡ хәтерләй Ламиҡ.

Эште тикшереү оҙаҡҡа һуҙылманы. Судта ла Рәүеф күрһәтмәләрен үҙгәртмәне. Ни өсөн был ауыр енәйәткә барыуын һорағастары, башын түбән эйҙе, бер ни тип тә яуап бирмәне. Дәүләт адвокатының: “Бәлки, һәләк булған кеше һеҙҙе кәмһеткәндер?” – тиеүенә ҡаршы: “Юҡ”, – тип яуапланы. Психиатр Рәүефте психик яҡтан сәләмәт тип тапты.

Рәүефте 12 йылға хөкөм иттеләр. Ул рәшәткә артында ултырғанда атаһы үлеп ҡалды, үҙенән кесе ҡустыһы өйләнде, һеңлеләре кейәүгә сыҡты. Әсәһе хәсрәт-һағыштан сиргә һабышты. Фәнзиләһе тәүге бер-ике йылда хаттар яҙғылаштырып торҙо былай. Унан туҡтаны. Һөйгәненең һуңғы хатын бөгөнгөләй иҫләй Рәүеф. “Минең ғаилә ҡороп йәшәгем килә, Рәүеф, ғәфү ит. Һине көтөп ҡартайырмын да ул, һин үҙгәреп ҡайтырһың һымаҡ. Дуҫ ҡыҙҙарым да шулай тип ҡурҡыта. Аңлашып йәшәй алмаҫбыҙ барыбер”, тиелгәйне унда.

Ошоғаса Рәүефтең күңеленә киләсәккә аҙ ғына булһа ла өмөт өҫтәгән һуңғы еп тә өҙөлдө. Тормош уның өсөн мәғәнәһен юғалтты. Тауыҡ салырға ла ҡыйынһынған, йөрәгендә бөтә тереклеккә ҡарата йәлләү ҡатыш һөйөү тойғоһо йөрөткән егеттә кешеләргә, хатта яҡындарына ҡарата ышанмаусанлыҡ хисе уянды. Ни өсөн ул бөгөн төрмәлә ултыра, ә кеше үлтереүсе иректә рәхәтләнеп йәшәп ята? Теге ваҡыт күҙ йәштәре ҡатыш маңҡаһын битенә һылай-һылай Рәүефтең алдына тубыҡланып, ялынып-ялбарып торғанда ҡайһылай йәлләткес, меҫкен ҡиәфәттә ине ул!

– Минең ғаиләм, ике балам бар, зинһар, ҡотҡар. Һин йәшһең, бер нисә йыл ултырыр ҙа ҡайтырһың, адвокатты үҙем яллармын, иң шәбен, – тип өгөтләй-өгөтләй иланы бит әле Рәүеф алдында.

Адвокат яллау түгел, Рәүефкә 12 йылда бер генә хат-хәбәр ҙә ебәрмәне Ламиҡ. Бер хатында Рәүеф ҡустыһынан ипләп кенә Ламиҡ ағаһының хәл-әхүәлен һорашты. “Донъяларын ҡыйбат ҡына хаҡҡа һатып, әллә ҡайҙа күсеп киткәндәр, тиҙәр. Хатта туғандарға адрестарын да ҡалдырмағандар. Ағый, һин уның урынына ултырмайһыңмы ул?” – ҡустыһы ла, әсәһе лә ниҙер һиҙенә ине буғай. Әсәһе лә бер хатында: “Ламиҡ, исмаһам, бер килеп хәл белмәне”, – тигәйне бит. Әммә Рәүеф һис бер кемгә сер сисмәне. Яҡындарының йәненә ут һалғыһы килмәне. Әсәһе, ишетеүенсә, йүгергеләп, унда-бында мөрәжәғәт итеп, улын ҡотҡарырға тырышып ҡараған, әммә Рәүеф яҙмыш тарафынанмы, үҙенең ихтыярһыҙлы­ғынанмы урланған ун ике йыллыҡ ғүмерендә кисергән ғазаптарын тулыһынса яңғыҙы күтәрҙе.

Көндәрҙән бер көндө ауылға ҡайтып төшкәс, ундағы үҙгәрештәрҙе генә түгел, үҙенә ҡарата мөнәсәбәттең дә икеле-микеле булыуын тойҙо. Колхоз тарҡалған. Элекке гөрләп торған бригада юҡ, ауыл шомло бер тынлыҡҡа сумған. Ферма малын да, техника-маҙарҙы ла сосораҡ, ҡулында аҙ-маҙ власть бар әҙәмдәр таратып алып бөткән. Ҡарт-ҡоро, яңғыҙаҡтар өсөн былай ҙа еңелдән булмаған көнитмеш уғата ауырайған. Йәш­тәрҙең байтағы сит-яҡ тарафтарға китеп олаҡҡан, кемеһелер эскелек һаҙлығына батҡан. Эш эҙләп ҡараны Рәүеф, таба алманы. Айырыуса заманса үҙгәрештәр кисергән хужалыҡ етәксеһе менән булған һөйләшеү унһыҙ ҙа яралы йөрәген ярып үтте.

– Һиңә түгел, һинән былайы­раҡтарға юҡ әле эш, йөрөмә ваҡытты алып, – тар-мар ителгән колхоздың мөлкәтен үҙләштереп, байтаҡ бол туплаған, хәҙер инде үҙен бүтәндәрҙән өҫтөнөрәк, мөһимерәк итеп тоя башлаған бәндә дорфа ғына ҡағылды Рәүефкә. Шулай булмайса, алдында кеше үлтереүсе ултыра бит! Етмәһә, оялмайынса унан эш талап итеп килгән.

– Минең һауҙығым юҡ, балам, ошо бар ғына донъяны ҡарап, йәшә лә ят. Тағы берәй быҙау алырбыҙ,  пенсиям килһә, баҡса ере бар, – тип ҡараны әсәһе.

Әммә әсәһенең пенсияһы бер айлыҡ быҙау алырға ла етмәне. Ай һайын алған аҡса яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өсөн түләүҙән саҡ артып ҡала. Йәнә лә әсәһенең “елкәһен кимереп” ятыуҙы килештермәне Рәүеф, Магнит ҡалаһында комбинатта эшсе ҡулдар кәрәк тигәнде ишетеп, шунда юл тотто. Алдан һөйләшеп ҡуйғандар, тиерһең, унда ла шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланылар: һине түгел, эш боҙ­мағандарҙы ла иләктән үткәреп кенә алабыҙ, йәнәһе.

– Һеҙ шулай тиһегеҙ, ә миңә нисек йәшәргә?! – Рәүефтең йән асыуы менән ҡысҡырыуын үҙенсә ҡабул иткән түрә йәһәт кенә өҫтәл аҫтындағы йәшерен төймәгә баҫты. Шунда уҡ бәһлеүәндәй ике әҙәм пәйҙә булып, егетте эткесләй-төрткөсләй алып сығып та китте.

Ҡаланан Рәүеф йәйәү ҡайтырға сыҡты, әсәһенең юлға тип биргән аҡсаһына тәмәке алып өлгөргәйне.

“Мин кеше үлтереүсе түгел!” – мейеһен туҡтауһыҙ бер уй сүкене. Ҡасандыр ағаһы Ламиҡты, уның ғаиләһен йәлләп, ғәйепте үҙ өҫтөнә алған булһа, хәҙер унда туғандарына ҡарата әсе нәфрәт уянды. Һис юғы бер тапҡыр хәлен белһәләрсе, нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһынһаларсы! Улар Рәүефтең ғәйепһеҙ икәнлеген белә бит! Ағаһы нисек тыныс күңел менән йәшәй ала икән?! Кеше күҙенә нисек ҡарай икән Ламиҡ?!

 

(Аҙағы бар).

Гөлгизәр ФӘЙЗИ

Читайте нас: