Бөтә яңылыҡтар

"Бөйөк дала"ны күрергә килегеҙ

Күргәҙмә республикабыҙҙың Милли музейында 29 майға тиклем эшләй.

"Бөйөк дала"ны күрергә килегеҙ
"Бөйөк дала"ны күрергә килегеҙ

25 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Ҡаҙағстандың Милли музейы менән берлектә “Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт” күргәҙмәһе асыла.

Экспозиция “Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөшө” халыҡ-ара күргәҙмә проектына ярашлы ойошторола. Унда Ҡаҙағстан Республикаһы Милли музейы фондынан 125 әйбер ҡуйылған. Күргәҙмәләге боронғо һәм урта быуат сәнғәт хазинаһы Евразия дала мәҙәниәте үҙенсәлектәрен сағылдырған исемдәре билдәһеҙ оҫталар ижадының бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил итә.

Күргәҙмә 29 майға тиклем эшләй.

Фото: museumrb.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: