Фанаттарың күп булһа ла еңел түгел икән... Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр эстрада йырсыһы Ришат Төхвәтуллин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фанаттары араһынан бер ҡатындың уны һағалауы, эҙәрлекләүе тураһында яҙған.
Баҡтиһәң, был ҡатын-ҡыҙ йырсының таныштарына һәм дуҫтарына уның кәләше тип һөйләй, ул йәшәгән йорт янына килеп, сыҡҡанын көтөп тора һәм ят номерҙарҙан телефонына шылтырата. Күрәһең, яраталыр...
"Ул барыһына ла беҙҙең тиҙҙән өйләнешеүебеҙ тураһында һөйләп йөрөй. Кемдер шылтыратҡанға уянып китһәм, ишек төбөндә ул баҫып тора. Бер ҙә күңелле түгел әле, хатта ҡурҡыныс тип тә әйтер инем. Ә һеҙ быны нисек ҡабул итер инегеҙ?" - тип яҙған йырсы.
"Мин уға күп тапҡыр барыһын да аңлаттым. Ләкин ул һаман үҙенекен һөйләй, беҙ бер-беребеҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән, ти. Мин уның телефон номерын "блок"ҡа ҡуям, ул яңы симка табып, тағы шылтырата башлай. Минең бөтә дуҫтарыма шылтыратып, үҙен минең кәләшем тип таныштыра. Әлиәне ҡарғай, уға һүгенә", - тип тә өҫтәгән.
Был хәл йырсының виртуаль дуҫтарын ҡурҡыуға һалған, уйландырған. Ришатҡа төрлө кәңәш биргәндәр, кемдер хатта фатирын алмаштырырға ла тәҡдим иткән.
Һуңғы ваҡытта тамашасы Ришат Төхвәтуллиндың йырсы Әлиә Ҡарасурина менән бергә йыш күренеүе, сығыш яһауҙарына шаһит. Күптәр йәш парҙы никах туйы менән ҡотлап та ҡуйғайны...
Фото: e-gzt.ru