Бөтә яңылыҡтар

Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә

Эксперттар “бүре һуғыу” йолаһын һайлармы? Әллә мөгөҙҙән эшләнгән музыка ҡоралына өҫтөнлөк бирәсәкме?

Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә
Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә

Өфөлә "Арт-Ҡоролтай" халыҡ-ара мәҙәни форумы сиктәрендә ундан ашыу семинар, "түңәрәк өҫтәл", осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Сара барышында Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индереү буйынса эксперт советының асыҡ ултырышы үтте.

Сарала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхийәнов, Федераль эксперт советы ағзаһы Наталья Котельникова, Башҡортостандың Эксперт советы ағзалары, ғилми хеҙмәткәрҙәр, ғалим-тикшеренеүселәр, фольклорсылар, сәнғәт тарихсылары, этнографтар, тарихсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, муниципаль берәмектәр белгестәре ҡатнашты. Уға онлайн тәртибендә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң матди булмаған мәҙәни мираҫы секторы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, Славян мәҙәниәте институтының дөйөм һәм славян сәнғәте тарихы кафедраһы доценты Варвара Добровольская ҡушылды.

Эксперттар советы Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының алты паспортын ҡараны:

— Кама буйы удмурттарының йәйге "Мор вось" йолаһы;

— Баймаҡ районында бүреләргә һунар итеүҙең экологик ысулы;

— Стәрлетамаҡ районының Косяковка ауылында йыл да үткәрелгән сыуаш халҡының ҡышҡы Сурхур фестивале ваҡытындағы йола бейеүҙәре;

— Балаҡатай районындағы "Берестиночка" халыҡ төркөмөнөң йыр ижады;

— "Шувыр" мари музыка ҡоралын эшләү;

— мишәрҙәрҙең милли аш-һыуы "Маяш".

Һәр презентация эксперттарҙа һәм ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, мари тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Алексей Ибулаев мари музыка ҡоралын эшләү техникаһын күрһәтте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн донъяла был боронғо музыка ҡоралын эшләгән ике генә оҫта бар: береһе — Алексей Васильевич үҙе, ә икенсеһе Мари Илендә йәшәй.

Шывыр тәшкил иткән төп материалдар — эре малдың мөгөҙө. Был музыка ҡоралын эшләү өсөн күн эшкәртеү, балта оҫталығын белеү, шулай уҡ музыка ҡоралында уйнау һәләте талап ителә, ти халыҡ кәсептәрен һаҡлаусы оҫта.

Баймаҡ районынан һунарсылар Шакир Дәүләткилдин һәм Сәлимйән Үлйәбаев бүре тотоуҙың боронғо башҡорт ысулы – “бүре һуғыу” тураһында һөйләне.

"Әгәр бүре малға һөжүм итә башлаһа, уны тотоп, ихатала күпмелер ваҡыт тоторға кәрәк. Йәнлекте ҡырағай тәбиғәткә сығарыр алдынан билдә һуғабыҙ. Билдә һуғылған бүре бер ҡасан да башҡа ауылға яҡын килмәй", – тип бүреләрҙе ауылдан алыҫайтыуҙың экологик ысулын өйрәтә һунарсылар.

Федераль эксперт советы ағзаһы Наталья Котельникова билдәләүенсә, тәҡдим ителгән объекттар ҡыҙыҡлы, сөнки улар Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтенең төрлө яҡтарын күрһәтә.

Автор фотоһы.

Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә
Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә
Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә
Алты йола мәҙәни мираҫ исемлегенә дәғүә итә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: