Бөтә яңылыҡтар

Артабан да халыҡ менән бергә булырға!

Альберт Заһиров.
Фото:Альберт Заһиров.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегияһы уҙҙы. Унда агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, тармаҡтың төп предприятиелары – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостан “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнашты. Шулай уҡ ултырышҡа Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Динара Ихсанова һәм “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Александр Секнин килде.

Коллегия матур ваҡиға – медиа­тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү менән башланды. Хеҙмәт­тәштәребеҙ Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын алды. Уны Максим Ульчев тапшырҙы.

Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите редакцияһы версткалау операторы – корректор Фәрит Мортаевҡа күп йыл­лыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде. “Кызыл таң” гәзитенең компьютерҙа йыйыу операторы Әлифә Хәмәтдинова Башҡорт­остан Башлығының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнде.  “Юлдаш” радио­һының өлкән мөхәррире Фәймә Мәжи­това менән “Спутник ФМ” радио­һының бүлек мөдире Лилиә Шакироваға Башҡортостан Баш­лығының Рәхмәте белдерелде.

Биш кешегә республика Хөкүмәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Улар – Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең урынба­ҫарҙары – Марат Ғәзизов менән Зөһрә Сәйетҡолова, агентлыҡ­тың иҡтисади секторы мөдире Эльза Ғәлләмова һәм ойоштороу-производство бүлегенең төп белгес-эксперты Айгөл Рамазанова, “Октябрьский нефтяник” гәзите хәбәрсеһе Анастасия Ниғмәтуллина.

Башҡортостан юлдаш телека­налының “Честно говоря” программаһы хәбәрсеһе Тимур Дәүләтов Йәмәғәт палатаһының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнде.

Республиканың ҡала һәм районда­рындағы баҫмалар етәкселәре кол­легияға онлайн тәртибендә ҡушылды. Уның эшендә тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды, мәҫәлән, хәҙерге медиабаҙарҙың төп тенденциялары, тармаҡты үҙгәртеп ҡороу, баҫма продукцияны һәм интернет-мөхитте үҫтереү, яңы шарттарға яраҡлашыу һәм башҡалар.

Максим Ульчев үткән йылға йомғаҡ яһаны.

– Тармаҡтағы мөһим ваҡиға­ларҙың береһе – республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән “Медиайыйын”. Форум йомғаҡтары буйынса һанлы медиамәктәп булдырылды, журналистар әҙерләү буйынса Башҡорт дәүләт университетында маҡсатлы уҡытыу өсөн өҫтәмә бюджет урындары бүленде (2022 йылға – 15 урын), заманса медиапроекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар буйынса аҡса күсте, – тине ул. – Йыл дауамында беҙ тышҡы фронтта әүҙемлек күрһәттек, республика брендын үҫтерҙек, эске баҙарҙа эшләнек, мәғлүмәт сәйәсәтен, халҡыбыҙ өсөн көнүҙәк яңылыҡтарҙы күрһәттек. Һөҙөмтәле эшләү өсөн пред­прия­тиеларҙың бөтә ин­фраструк­тураһын һаҡлау һәм нығытыу мөһим булды.

Агентлыҡ етәксеһе белдере­үенсә, мәғлүмәт оперативлығы өсөн “Башинформ” сайтында рус һәм башҡорт телендә берҙәм административ панель булдырылды, бөтә дәүләт киң мәғлүмәт саралары өсөн технологик яҡтан яңы сайт эшләй башланы. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: яҙылыусылар һаны өс тапҡырға артҡан.  

– Өсөнсө йыл беҙ тулы “хәрби” мәғлүмәт әҙерлеге режимында эшләй­беҙ. Хәҙер, көнбайыш санкцияларының көсәйеүе һәм иҡтисади көрсөк шарттарында, төп бурысыбыҙ – халыҡты мөһим мәғлүмәт менән төп тәьмин итеүсе булараҡ, киң мәғлүмәт сараларының туҡтау­һыҙ эшләүен тәьмин итеү.

2021 йыл медиатармаҡ өсөн күп яҡлап уңышлы булды. Бик күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындар биләйбеҙ. Мәҫәлән, милли проекттарҙы яҡтыртыу йәһәтенән – бишенсе, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса – өсөнсө, “Эшҡыуарлыҡ” милли проектын яҡтыртыу йәһәтенән – беренсе, “Экспорт” милли проекты буйынса – икенсе урын һәм башҡалар.

Былтыр Башҡортостанда донъя, ил кимәлендәге ҙур саралар булды. Улар араһында Фольклориада, “Ворлдскиллс” милли чемпионаты финалы, көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты һәм башҡалар бар. Был сараларҙың бөтәһен дә лайыҡлы яҡтыртып, республиканы Рәсәйҙә, сит илдәрҙә киңерәк танытыуға өлгәштек.

Заман саҡырыуҙары шундай – интернет, социаль селтәрҙәр­һеҙ эш бармай. Халыҡ ҡайҙа – матбуғат саралары ла шунда. Ошо нигеҙҙә һуңғы йылдарҙа был майҙансыҡтарҙа уҡыусы­ларҙы арттырыу эше киң алып барыла. Ҙур уңыштар бар. Һәр баҫма, телеканал, радионың үҙ төркөмдәре булдырылған, уларҙа тормош ҡайнай. Уҡыу­сылар һаны ла бермә-бер арта. Киләһе йылға ла ошо күрһәт­кестәрҙе һаҡларға һәм артты­рырға бурыс ҡуйылды.

Баҫма матбуғат та үҙ ауди­торияһы өсөн мәғлүмәт йөрөтөүсе булып ҡала. 2022 йылда гәзиттәрҙең дөйөм тиражы 296,12 мең дана тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 98 процент. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының баҫмалар төркөмө бөгөн төбәктең киң мәғлүмәт саралары рейтингында 4-се урынды биләй. Социаль селтәрҙә яҙылыусылар һаны өс тапҡырға артҡан (2020 – 721734, 2021 – 1855172). Бер йыл эсендә 10-ға яҡын район баҫмаһы аудитория ҡеүәтен арттыра алған, уларҙың “Бәйләнештә”ге төркө­мөндә – урындағы халыҡтың 50 проценттан ашыуы. Был – Яңауыл, Ейәнсура, Күгәрсен райондарындағы һәм башҡа редакциялар. Муниципа­литеттарҙа шәхси пабликтар араһындағы иң көслө конкуренттарҙы уҙып киткән бер нисә редакция бар. Улар – Благовар, Краснокама, Мәсетле райондарыныҡы.

Артабан коллегия медиа өлкәһе алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү форматында дауам итте. Дөйөм алғанда, яңы трендтарҙы иҫәпкә алып аудиторияны арттырыу бурысы торҙо, һәм ул үтәлде. Заманса медиаҡулланыу яңы һөнәри саҡы­рыуҙар булдыра, журналистар уҡыусыларҙың, яҙылыусыларҙың, тамашасы­ларҙың, радио тыңлаусылар­ҙың мәнфәғәттәре күҙлегенән сығып эшләй. Шул уҡ ваҡытта республика киң мәғлүмәт саралары телде, милли, мәҙәни үҙенсәлек­тәрҙе һаҡлай, хәҙерге сәйәси ысынбарлыҡта халыҡ өсөн объектив һәм төплө мәғлүмәт сығанағы булып ҡала.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: