Бөтә яңылыҡтар

Бик йәл, әммә алда ғүмер бар әле...

Быйыл конкурста Башҡортостандан Рамаҙан Биккинин да ҡатнашырға тейеш ине.

Бик йәл, әммә алда ғүмер бар әле...
Бик йәл, әммә алда ғүмер бар әле...

Бөгөн Беренсе каналда барған "Тауыш. Балалар" проектында "һуҡыр тыңлауҙар"ҙың һуңғы көнө булмаҡсы. Остаздар командаһына 15 кешене йыйғас, һайлап алыу туҡтатыла.

Быйыл конкурста Башҡортостандан Рамаҙан Биккинин да ҡатнашырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булманы. Стәрлетамаҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы алдан һайлап алыу турын үтһә лә, "Тауыш. Балалар" шоуында телевидение аша сығыш яһауға барып етә алманы.

Шоуҙағы сәйәхәте хаҡында ул "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә һөйләне. "Беҙ Беренсе каналдың сайтында анкета тултырҙыҡ, аудио һәм видеояҙмаларыбыҙҙы ебәрҙек. Мине кастингка саҡырҙылар. Кастингтан һуң, шылтыратып, "һуҡыр тыңлауҙар"ға үттем тинеләр! Улар өс көн дауам итте. Мин һәм уҡытыусым, концертмейстер Виктория Ариткулова, һуңғы көндә сығыш яһарға тейеш инек. Үкенескә күрә, миңә сират етмәне, остаздар үҙ командаларын йыйып өлгөрҙө. Мин автоматик рәүештә киләһе йылға "Тауыш. Балалар" проектына кастингһыҙ һәм һайлап алыу турынан тыш уҙҙым", - тип яҙҙы Рамаҙан Биккинин.

Күңелеңде төшөрмә, Рамаҙан! Киләһе йылды көтәбеҙ!

Фото: Рамаҙан Биккинин/vk

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: