Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ

"АРТ-Ҡоролтай" форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия китапханаһы проектын тәҡдим итте.

Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ

"АРТ-Ҡоролтай" икенсе форумында сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия китапханаһы проекты тураһында ентекле һөйләне. Бындай белем биреү үҙәген ул белемгә, ижадҡа ынтылған йәштәр, белемгә ынтылған кешеләрҙең йыйылып аралашыр урыны буласаҡ тип һанай.

Республика Башлығы ҙур экранда проекттың презентацияһын күрһәтте һәм баш ҡалаға аэропорт яғынан инәсәк ҡунаҡтарҙың Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә ҙур тирмә рәүешендә төҙөлгән Евразия китапханаһы бинаһын күрәсәген әйтте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, китапхана – уҡыу әсбаптары һәм әҙәби китаптар ғына һаҡланған урын түгел, ә Башҡортостан халҡы, ҡунаҡтары өсөн күп функциялы учреждение, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булған кешеләр өсөн майҙан буласаҡ.

- Беҙ тормош уңайлыраҡ булһын өсөн күп эшләйбеҙ – юл инфраструктураһына аҡса һалабыҙ, парктарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ, мөһим, ҙур медицина һәм башҡа социаль объекттар төҙөйбеҙ. Өфөгә 450 йыл тулыу айҡанлы тағы бер ҡыҙыҡлы объект проектлағанбыҙ. Беҙҙең Евразия китапханаһы белемгә тартылған төрлө йәштәге кешеләр өсөн күп мәҙәниәтле белем биреү үҙәгенә әйләнәсәк. Үҙенсәлекле һирәк китаптар, заманса мультимедиа технологиялары, Рәсәй Дәүләт китапханаһы базалары менән тоташтырылған диссертация залы, тематик залдар, хеҙмәттәшлек үҙәге, ижади киңлектәр һәм башҡалар буласаҡ. Китапхана архитектура йәһәтенән дә уникаль урын буласаҡ. Ағиҙелдең бейек ярында аҡ тирмә рәүешендә төҙөргә ниәтләйбеҙ. Евразия китапханаһы республиканың барлыҡ халҡын йәлеп итеү үҙәгенә әйләнер тип ышанам. Вәғәҙә итәм – бында шәп буласаҡ, — тине Радий Хәбиров.

Өфөнөң 450 йыллығына һәр объекттың үҙ илселәре буласаҡ. Республика Башлығы Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға, билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаковҡа, Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиевкә китапхана абмассадорҙары булырға тәҡдим итте.

Әлфиә КӘРИМОВА, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры:

- "Ҡанат йәйгән Самаһыҙ ҙур Ҡошҡа оҡшай Урал тауы. Ә Европа һәм Азия - Уның талмаҫ Ҡанаттары!" — тип яҙған Мостай Кәрим уҙған быуаттың 50-се йылдарына ижад иткән "Европа — Азия" шиғырҙар циклында. Башҡортостан — мөғжизәле урын, һәм был Көньяҡ Уралдың Бөйөк Дала менән йәнәш торған уникаль тәбиғи комплекс булыуы, Көнбайыш менән Көнсығыштың бәйләнеше, Евразия тип аталған ғәйәт ҙур континенттағы цивилизацияларҙың, мәҙәниәттәрҙең, диндәрҙең киҫешкән урыны һәм тыныс йәшәүе менән бәйле түгел. Был урын Евразияның төп үҙәктәренең береһенә әйләнергә тейеш. Нәҡ ошонда, Башҡортостанда, уның баш ҡалаһы Өфөлә, төп күп функциялы мәҙәни Евразия үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш. Беҙҙең алға ҙур, бөйөк бурыс ҡуйылды, артабан уны тормошҡа ашырыу өсөн өҙлөкһөҙ һәм ентекле эш алып барырға кәрәк буласаҡ. Евразия китапханаһын булдырыу проектын миңә тормош үҙе йөкмәтте тип һанайым.

Шамил ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе:

- Был минең өсөн оло хөрмәт. Радий Фәрит улының яңы Евразия китапханаһы илсеһе булыу тәҡдимен шатланып ҡабул итәм. Санкциялар баҫымы шарттарында ҡотолғоһоҙ булған барлыҡ ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Евразия китапханаһы финансланыр, тип ышанам. Ул республика өсөн яңы берәмек булып тора. Өфөнөң — Европа һәм Азия, Мәскәү – Пекин маршрутында, Себер аръяғы тимер юлы киҫелешендә урынлашыуы оло бер мәғәнәгә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2015 йылда БРИКС саммиты ваҡытында Өфө декларацияһына ҡул ҡуйылды, был килешеү күп ҡатламлы донъяның нигеҙе булып тора. Хәҙер иһә халыҡ-ара сәйәсәт шуны дәлилләй: бөтә донъя Вашингтон тирәләй генә әйләнмәй.

Дөрөҫөн әйтәйек, Евразия китапханаһы китапхана түгел, ә белем алмашыу урыны булып торасаҡ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Өфөгә ингәндә Евразия китапханаһы ҡаршылаясаҡ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: