Милли музейҙа - “Алтын кеше”

Радий Хәбиров: "Барығыҙҙы ла уникаль күргәҙмәгә саҡырам”.

Милли музейҙа - “Алтын кеше”Милли музейҙа - “Алтын кеше”
Милли музейҙа - “Алтын кеше”

Республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:

“Былтыр беҙҙең делегация ҡаҙаҡ туғандар менән уларҙың ерендә осрашҡанда, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында ла килешкәйнек. Нур-Солтандағы милли музейҙа мине “Алтын кеше” һоҡландырҙы. Был биҙәүестәр һәм ҡиммәтле артефакттар алтмышынсы йылдар аҙағы - етмешенсе йылдар башында Ыссыҡ ҡурғанында сакс батшаһы күмелгән ерҙә табылған.

Экспозиция күп илдәр музейҙарында уңышлы күрһәтелә.

Мин, беҙҙең республика халҡы ла бындай матурлыҡты күрһен өсөн, күргәҙмәне Башҡортостанда ла ойоштороуҙарын һораным. Бөгөн беҙ күргәҙмәне Милли музейҙа асабыҙ.

Экспозиция “Бөйөк дала. Киңлек. Ваҡыт. Мәҙәниәт” тип атала. Ҡаҙағстандың символына әүерелгән “Алтын кеше” реконструкцияһынан тыш, бында башҡа археология табыштары ла ҡуйылған.

Республикабыҙ өсөн был ҙур ваҡиға. Ҡаҙағстан менән беҙҙе быуаттарға һуҙылған тарихи һәм мәҙәни бәйләнеш берләштерә. Киләсәктә уның тағы ла нығынырына шик юҡ. Барығыҙҙы ла уникаль күргәҙмәгә саҡырам”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас