Бөтә яңылыҡтар

Нахаҡ һүҙ (Хикәйә)

Гөлсиә бик оҙаҡ эҙләп йөрөнө өләсә­һенең фатирын. Ҡала ситендә урын­лашҡан өс ҡатлы хрущёвка эргәһенә килеп еткәс, ул туҡтап ҡалды. “Әле бындай өйҙәр ҙә бармы икән ни был ҡалала?” – тип уйлап ҡуйҙы ул. Ысынлап та, штукатуркалары ҡойолоп бөткән, күп фатирҙың тәҙрә рамдары күптән инде буяу күрмәгән йорт эргәһендә баҫып тора ине Гөлсиә. Бик күп йылдар элек ошо өйҙә торған ине бит ул. Бәләкәй булғас, барыһы ла иҫтә ҡалмаған шул. Ул ваҡытта былай уҡ туҙмаған да ине буғай был йорт. “Мин, ысынлап та, дөрөҫ килдемме һуң?” – тип, ул яңынан кеҫәһенән адрес яҙылған ҡағыҙ киҫәген алып, тағы бер тапҡыр уҡып сыҡты. “Дөрөҫ инде, уҡыһаң да, уҡымаһаң да”, – тип, иҫке, шығырлап торған ишектән эскә табан уҙҙы ҡыҙ. Тыш яҡтан бик иҫке булып күренһә лә, подъезда әҙ булһа ла ремонт яһалған ине: стеналары буялған, подъезд баҫҡыстары таҙа итеп йыуылған. Гөлсиә әкрен генә икенсе ҡатҡа күтәрелеп, өләсәһенең фатир ишеге төбөнә килеп баҫты. Иҫкереп бөткән ишекте аса алмайынса тилмерҙе ул. Дөбөр-шатыр шаҡып маташҡанда, күрше фатир ишеге асылып, оло йәштәге ханым килеп сыҡты.

– Ниңә дөбөрҙәтәһегеҙ ишекте, унда бер кем дә тормай бит. Асия әбей күптән гүр эйәһе булды, унан һуң квартиранттар ҙа тороп ҡара­ны, ә хәҙер бер кем дә тормай, бына мин күҙ һалып торам фатирға.

– Ғәфү итегеҙ, мин Гөлсиә булам. Ә Асия минең өләсәйем ине ул. Мин үҙем балалар йортонда тәрбиәләндем. Бына хәҙер унан сыҡҡас, мираҫ буйынса был фатир миңә күскәнде әйттеләр, сөнки өләсәйемдең минән башҡа бер кеме лә юҡ.

– Ә-ә-ә, улай икән, ярар улайһа, минең дә уны ҡарап торорға хәлем юҡ. Хәҙер асҡысын сығарып бирәм, миңә бүтән кәрәге юҡ инде, – тип, асҡыс сығарып бирҙе. – Бик яйлап ҡына асырға кәрәк, ә иң яҡшыһы бөтөнләй йоҙағын, йоҙағын ғына түгел, ишеген дә алмаштырырға кәрәк.

– Ярай, бик ҙур рәхмәт һеҙгә! – тип, Гөлсиә көскә ишеген асып фатирға уҙҙы.

Гүйә бала саҡҡа эләкте ул. Бүлмә урта­һында оло ғына иҫке диван ултыра. Стенала ҙур итеп яһалған ағас рамкала аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр йәбештерелгән. Гөлсиә әкрен генә килеп, фотоһүрәттәрҙе ҡарап сыҡты. Өләсәһе менән әсәһенән башҡа бер кешене лә таныманы ул. Атаһын бөтөнләй хәтер­ләмәй, сөнки ул ҡыҙы тыуыу менән ҙур ҡатлы йорт төҙөлөшөндә бейектән йығылып төшөп һәләк булған. Ҡыҙ фатирҙың икенсе бүлмәһенә инде. Унда стена буйында элекке тимер карауат тора. “Бындай карауаттар хәҙер балалар йортонда ла юҡ инде”, – тип уйланы Гөлсиә. Нимә эшләргә белмәйенсә, аш-һыу бүлмәһенә инеп, ҡаҙаҡта эленеп торған таҫтамалды алып, туҙанланып бөткән ултырғысты һөртөп алды. Ултырғас, ошо фатирҙа торған ваҡыттарының ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына миҙгелдәре иҫенә төштө уның. Бына әсәһе ҡаты ауырып, түшәк өҫтөндә ята. Аҡ халат кейгән ике ир-ат уны носилкаға һалып ҡайҙалыр алып китте. Ошо китеүҙән әсәһе бүтән ҡайтманы. Өләсәһенең генә уны ҡосағына ҡыҫып, үкһей-үкһей илағанын һаман да хәтерләй ул. “Өләсәй, әсәй ҡасан ҡайта һуң?” – тигәнгә, “Ҡыҙым, әсәйең бик ҡаты ауырыны бит, уны Алла бабай терелтеп, айға алып менеп китте. Ул хәҙер беҙгә ана шул айҙан ҡарап тора инде, хәҙер уның бер ере лә ауыртмай”, тип яуап бирҙе. Әле лә иҫтә аяҙ кистәрҙә айға ҡарап әсәһен эҙләгәндәре. Нисектер айҙа әсәһенең йөҙөн күрер кеүек ине ул.

Күҙ йәштәрен ҡулы менән һөртөп алды. Урынынан тороп, йыуыныу бүлмә­һенән биҙрә табып алып, фатирҙы йыйыштыра башланы. “Әле ярай һыуҙы япмаған­дар, күршеләргә ялынып йөрөү ҡыйын булыр ине”, – тип уйланы ул. Тәҙрәнән туҙанға бат­ҡан селтәр, шаршауҙарҙы тартып төшө­рөп, буяуҙары ҡубып бөткән тәҙрә рамдарын, быялаларын таҙартып йыуҙы. Туҙанды һөртөп, иҙәндәрҙе йыуып сығарғас, фатир нисектер яҡтырып, йәмләнеп ҡалды. Ҙур ғына иҫке шкаф эсенән йыуып, үтекләп ҡуйылған селтәрҙәр, урын-ер әйберҙәрен тартып сығарҙы. “Минең өләсәйем бик таҙа торған булғандыр”, – тип уйланы Гөлсиә. Сөнки барлыҡ әйберҙәр, яңы булмаһалар ҙа, таҙа итеп йыуылып, бөхтә генә төрөлөп, һәр береһе айырым пакеттарға тултырылған. Таҫтамалдар, урын-ер әйберҙәре, селтәр-шаршауҙар ҙа айырым һалынған. Таҙа япманы ла тартып сығарып иҫке диван өҫтөнә йәйҙе, тәҙрәләргә селтәрҙәр элде.

Шулай йыйыштыра-йыйыштыра көн уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Инде кискә ауышҡан. Гөлсиә, өҫтөн алмаштырып, йыраҡ түгел генә урынлашҡан магазинға сығып, сәй эсергә тәм-томдар алып инеп, сәйнүген ҡуйып ебәрҙе. Сәй эскәс, диванға ятып тағы уйға ҡалды.

Әсәһе вафат булғас, ни эш­ләп­тер өләсәһе менән ҡалдырманылар ҡыҙҙы. Ике ҡатын-ҡыҙ килеп алып киттеләр уны балалар йортона. Әле лә иҫтә өләсә­һенең ергә ятып илап ҡалғаны. Бик йыш килде ул ейәнсәре янына. Килгән һайын: “Балам, мин һине барыбер ҡалдыр­майым бында, әҙ генә түҙ, үҙ яныма алам мин һине, Алла бирһә!” – тип йыуата ине ейәнсәрен. Ә бер ваҡыт бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Көн һайын көттө Гөлсиә өләсәһен, ә ул килмәне лә килмәне...

Шулай итеп ҡыҙҙың бер яҡын кешеһе лә ҡалманы. Балалар йортонда иң яҡын дуҫтары булған Дилә менән Рәйсәне лә ғаиләгә алдылар. Гөлсиә бала алырға килгән парҙарға нисек кенә оҡшарға теләмәһен, уны ни эшләптер алыу­сы булманы. Шулай йылдар үтә торҙо...

Бына ул да инде яңы тор­мошҡа аяҡ атланы. Балалар йортонда торғанда ашнаҡсы-кондитер һөнәренә лә уҡыны. Алла бирһә, Хөкүмәт уға балалар йортонан сыҡҡас та ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Мираҫ буйынса фатир ҡалғас, ул ярҙамды аҡсалата алырға мөмкин. Шул аҡса ҡулға ингәс, фатирҙа ремонт яһап, мебелдәрҙе алмаш­тырырға булды Гөлсиә. Инде үҙ һөнәре буйынса эш тә эҙләргә кәрәк. Шундай уйҙар менән инде ул үҙ фатирында йоҡоға сумды.

Шулай тормош тәгәрмәсе аҡрын ғына алға тәгәрәне. Гөлсиә фатирҙан йыраҡ түгел, яңы ғына асылған кондитер цехына эшкә урынлашты. Ә инде ҡулына хөкүмәттән аҡса алғас, эшселәр яллап, фатирында ремонт яһата башланы: иҙәнде, ишектәрҙе, тәҙрә­ләрҙе алмаштыртты. Йыуыныу бүлмәһенә кафель йәбештертте. Бына ошо ремонт ваҡытында башланды ла инде күрше Нажиә ханым менән аңла­шыл­маусанлыҡ. Асҡысты биргән­дән һуң, уның ҡыҙға ҡарашы бөтөн­ләй үҙгәрҙе, гүйә, Гөлсиә икенсе сорт­лы ке­ше. Әле уның фатирына бер кешенең аяҡ атлап ингәне булмаһа ла, бер күрешкәс, ул ҡыҙға:

– Бында әллә ниндәй кешеләр алып ҡайтаһы булма! Смотри, беҙҙең күршеләр бик тыныс, һәйбәт кешеләр. Беҙ ығы-зығыны яратмайбыҙ, – тип киҫәтеп ҡуйған ине. Инде ремонттан берәр аҙна уҙғас, Гөлсиә эштән ҡайтып әҙерәк туҙандарҙы булһа ла һөр­тәйем тип  башлағайны, ишек шаҡынылар. Ҡулдарын итәгенә һөртә-һөртә ишекте асып ебәрһә, унда полиция кейемендә 25–30 йәштәрҙә бер ир-ат баҫып тора.

– Иҫәнмеһегеҙ! – тине ул, ҡапыл ҡаушап китеп. Бер нисек тә көтмәгән ине ул ҡаршыһына шундай сибәр, күк йөҙөндәй зәңгәр күҙле, оҙон керпекле, зифа буйлы ҡыҙ сығыр тип. Иҫерек, күбенеп бөткән йөҙлө берәр алкаш сығыр тип уйлаған ине. – Иҫәнмеһегеҙ! – тип ҡабатланы ул тағы бер тапҡыр ҡалтыраған тауыш менән. – Мин һеҙҙең участка инспекторы Марс Альбертович булам. Әйтегеҙ әле, һеҙҙең күршеләрегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек? Бына бер күршегеҙ шылтыратып һеҙгә зар­ланды, көнө-төнө нимәлер ҡаға­лар-һуғалар, дөбөр-шатыр киләләр, ти.

– Нажиә апайҙыр инде, ул ни эшләптер мине яратып бөтөрмәне. Дөбөр-шатыр килтерәбеҙ инде, сөнки минең фатирҙа ремонт бара. Тик көнө-төнө түгел, беҙ ҡағиҙә­ләр­ҙе үтәп кенә эшләйбеҙ. Көн­дөҙ, билдәләнгән ваҡытта ғына, ә ял көндәрендә ундай тауыш сығара торған эштәрҙе бөтөнләй эшлә­мәйбеҙ. Һеҙ ғәфү итегеҙ, аңлай­һы­ғыҙҙыр инде, тауыш-тынһыҙ ғына яһап булмай бит ремонт. Бына оҙаҡламай бөтә инде, тыныс­ландырығыҙ Нажиә ханымды.

– Ярай, һау булығыҙ, улайһа! Тик шулай ҙа күршеләрегеҙ менән бәхәскә керергә тырышмағыҙ!

– Юҡ инде, минең бер кеше менән дә һүҙгә кергәнем юҡ, – тип Гөлсиә инспектор артынан ишекте бикләп ҡалды. “Ну-у-у, Нажиә апай, полицияға шылтыратҡансы миңә инеп әйтһә булмай инеме ни уға?” –  тип уйланы ул.

Ремонт бөтөп, яңы йыһаз алып урынлаштырғас, Гөлсиәнең фатиры танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Артыҡ-боҫтоҡ әйбер юҡ, бөтә нәмә үҙ урынында, йыуыныу, аш бүлмәләре ялтырап тора, рәхәтләнеп йәшә генә.

Бер көндө эштән ҡайтып килгәндә, ул балалар йортонда бергә тәрбиәләнгән дуҫ ҡыҙы Диләне осратып, уны ҡунаҡҡа саҡырҙы.

– Ярай, Гөлсиә, килермен, обязательно, тик миңә егетем менән килһәм буламы һуң? Рәйсәне лә саҡырайыҡмы әллә, ул да бер егет менән осраша башлаған, – тип һораны ул.

– Була, килегеҙ! Бына һеҙҙең инде һөйгән егеттәрегеҙ ҙә бар, ә мин һаман яңғыҙ, – тип ауыр һулап ҡуйҙы.

– Ҡайғырма, подруга, һинең матурлығың менән әллә нисә егет табырға була.

– Юҡ, миңә әллә нисәү кәрәк түгел, берәү генә етә. Белмәйем, үҙемә тиңде нисек табырға?

Иптәш ҡыҙҙарҙың осрашыу көндәре лә килеп етте. Гөлсиә иртүк тороп өҫтәл әҙерләй башланы, нимәләр генә бешермәне ул. Кискә инде бүлмә уртаһында торған өҫтәл ризыҡ менән тулы ине.

Иптәштәрен ҡаршы алам тип ишекте асҡас, үс иткәндәй Нажиә ханым да ишегенән башын тығып:

– Ниндәй йыйылыш бында тағы, смотрите, тауыш сығараһы булмағыҙ, минең йоҡом бик һаҡ! – тип, шап итеп ишеген ябып та ҡуйҙы. Килгән ҡунаҡтар бер-береһенә ҡарашып алды.

– Ничего себе, разведка һәйбәт эшләй икән һинең, – тип ҡуйҙы егеттәрҙең береһе.

 

Илһөйәр ФӘСХЕТДИНОВА.

 

Вятские Поляны ҡалаһы.

 

(Дауамы бар).

Читайте нас: