Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров татар һәм башҡорт эстрадаһының танылған йырсыһы Салауат Фәтхетдиновты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы. Бүләкләү бөгөн “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәниәт форумы барышында булды.
Телеграм-каналында был хаҡта йырсы Радик Юлъяҡшин шатланып хәбәр итә.
"Салауат ағай! Һеҙҙең менән ғорурланам! Һеҙ Башҡортостан республикаһының юғары наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы орденына ысынлап лайыҡһығыҙ. Ихлас күңелдән ҡотлайым!" – тип яҙа ул.
Билдәле булыуынса, Салауат Фәтхетдинов Тәтешле районында тыуып үҫкән. Быйыл ғинуарҙа уға 62 йәш тулды. Артист тәүге тапҡыр тыуған көнөн Ҡазанда түгел, ә Өфөлә концерт ҡуйып ҡаршыланы.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/151359.html