Бөтә яңылыҡтар

"Урал аръяғы тауышы" конкурсы еңеүсеһе - Өфөнән!

Ҡыҙ 100 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.

"Урал аръяғы тауышы" конкурсы еңеүсеһе - Өфөнән!
"Урал аръяғы тауышы" конкурсы еңеүсеһе - Өфөнән!

Сибай ҡалаһында йыл һайын "Урал аръяғы тауышы" конкурсын үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл да йыр-моңға һәләтле 16 - 50 йәшлек теләге булған һәр кем унда мөмкинлеген һынап ҡараны. 

Ярышта 69 кеше ҡатнашып, шуларҙың 42-е артабанғы турға үтте. Финалға һигеҙ конкурсант һайлап алынды. Быйыл уларҙы дүрт остаз - Светлана Үтәева, Таһир Әсәҙуллин, Зилиә Бәхтиева һәм Екатерина Ямщикова үҙ командаһына һайлап алды.

"Урал аръяғы тауышы-2022" шоу-проектының яңы миҙгелендә финалға сыҡҡан йырсылар араһынан Таисия Тимербаева иң күп смс-тауыш йыйып еңеү яуланы һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Таисияға - 19 йәш, һөнәре буйынса буласаҡ дизайнер. Өфө ҡыҙы 8 йәштән вокал менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Сочиҙа халыҡ-ара конкурста сығыш яһап, еңеүсе булған. Әйткәндәй, "Урал аръяғы тауышы" шоу-проектында ла Таисия тәүге миҙгелдән ҡатнаша. Ниһайәт, еңеүсе булды!

Мари ҡыҙының конкурстағы остазы Таһир Әсәҙуллин булды. Таисия фортепианола ла уйнай, музыка менән етди шөғөлләнә. 

Быйыл тәүге тапҡыр иң шәп остазға тауыш биреү ҙә ҡаралған ине. Еңеүсе исеменә иң күп смс-тауыш йыйып, йырсы Зәлиә Бәхтиева лайыҡ булды.

Тиҙҙән "Урал аръяғы тауышы.Балалар" конкурсы башлана. 

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: