Бөтә яңылыҡтар

Йәш таланттар ярышы

27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, «Театраль Волга буйы»  фестиваленә йомғаҡ яһалды.

Йәш таланттар ярышы
Йәш таланттар ярышы

27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, «Театраль Волга буйы»  фестиваленә йомғаҡ яһалды. Тантана онлайн рәүештә Ижау ҡалаһында барҙы. Был сара Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән 2019 йылдан алып йыл да ойошторола. Ул йәштәр араһында театр сәнғәтен популярлаштырыуҙы, һәүәҫкәр коллективтарҙы үҫтереүҙе, йәш артистарға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Фестивалдә округ субъекттарынан йәштәр һәм балалар театрҙары 28 спектакль менән сығыш яһаны. Башҡортостан вәкилдәре лә ижади бәйгелә һынатманы. «Иң яҡшы йәштәр спектакле» номинацияһында «Һуңғы шаһиттар» эше менән «Осҡон» Башҡорт студент халыҡ театр-студияһы 3-сөурын яуланы. «Арлекин» өлгөлө балалар театр-студияһы сәхнәләштергән Мостай Кәримдең «Өс таған»ы иң яҡшы балалар спектакле тип танылды. Тантанала иң шәп режисер эше, иң һәйбәт йәш актерҙар, актрисалар менән бер рәттән афишалар һәм плакаттар буйынса алдынғылар ҙа билдәләнде.

Еңеүселәр 25 апрелдә Ижау ҡалаһында тәбрикләнәсәк һәм Удмурт Республикаһының Дәүләт милли театры сәхнәһендә иң яҡшы спектакль күрһәтеләсәк. Фестиваль хаҡында театральноеприволжье.рф сайтының http://театральноеприволжье.рф/2021/finalists һылтанмаһында уҡырға була.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: