Сәнғәткә ғашиҡ кеше ғәжәп йән эйәһе инде ул. Ҡырылмаһа ҡырҡ урында ятып ҡалған эше лә, ғаиләләге башҡаларҙың ҡарашы ла уны яратҡан шөғөлөнән айыра алмай. Бигерәк тә драма театрында ижад иткән һәүәҫкәр артистарҙың тормошона ҡарап аптырарһың. Бер спектаклде әҙерләр өсөн дә бер-ике ай ваҡыт кәрәк: бергә уҡып анализ эшләргә, авторҙың төп фекерен төшөнөргә, үҙ ролеңдең урынын аңлап, мөһим урындарын билдәләргә, автор һәм режиссер ниәте буйынса образ тыуҙырырға. Исем өсөн йөрөгән кешегә драма театрында урын юҡ. Көндәлек эше лә, аҡса түләгән урын да түгел бит халыҡ театры. Шуны ла оноторға ярамай: сәхнә актерҙан шәхси тормошонан айырылып тороуҙы ла талап итә.
Бындай һығымталарҙы мин Белорет башҡорт халыҡ театрының тормошон оҙаҡ йылдар күҙәтеп, бер нисә спектакленә рецензия яҙып, үҙешмәкәр артистар менән аралашҡан кеше булараҡ яһаным. Ысынлап та, бөтә күңеле менән сәнғәткә бирелгән кеше улар.
Белорет театрына быйыл 50 йыл тулды. Күпме был, әллә әҙме? Ярты быуат ғүмер. Ошо дәүер эсендә унда йөҙҙән ашыу пьеса сәхнәләштерелгән, күпме кеше ғүмерҙәре, яҙмыштары сәхнә аша үткән. Нисәмә быуынды илатҡан да, ҡушылып йырлатҡан да, шатландырған да, илһамландырған да ул!
Театрҙың беренсе режиссеры Альберт Нәбиуллиндың утыҙ йыл ғүмере ошонда үткән. Коллективтың беренсе аҙымдары, уңышлы ғына старты, үҫеше, алға ынтылышы, ныҡлы аҙымдары... Режиссер Туфан Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл егеттәре”, Илшат Йомағоловтың “Нәркәс”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” һәм “Айгөл иле” спектаклдәрен юғары оҫталыҡ менән ҡуйып, Белореттың ғына түгел, ә Магнитогорск, Сибай, Учалы, Баймаҡ ҡалалары тамашасыһын да әсир итте. Ижади коллективтың төп өлөшө булып торған һәүәҫкәр артистар – Рәшиҙә Ялалетдинова, Карамат Ғәбиҙуллин, Мансур Һиҙиәтов, Булат Байегетов, Фәриха Вәлиуллина, Динә Ғимранова, Зилә Аҙнабаева (Ғәйнетдинова), Йәмилә Исхаҡова, Ләлә Кашапова, Нәсимә Лоҡманова, Ситдыҡ Байегетов, Харис Уйылданов театр тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
Хәҙер элекке составтан тик Фәриха Вәлиуллина менән Мансур Һиҙиәтов ҡына ҡалһа ла, театр сәнғәт һөйөүселәр күңелендә тотҡан урынын юғалтмай.
Хәҙерге ваҡытта “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театрына режиссер Гөлнара Насретдин ҡыҙы Ғилманова етәкселек итә. 20 йыл инде ул театр усағын һүндермәйсә, уның репертуарын яңынан-яңы спектаклдәр менән байытып, бөтә көсөн, һәләтен һалып эшләй. Заман талаптарынан тайпылмай, ул тамашасыларҙың зауығын ҡәнәғәтләндерерлек пьесалар табып, сәхнәгә сығара. Уның уң ҡулы – режиссер ярҙамсыһы Азат Баҡыев һәләтле актер ғына түгел, йырсы ла, алып барыусы ла булып танылған.
Сәхнәгә сығып ролдәр уйнау һәләте һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Унда сәнғәткә битараф булмаған, уның өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәгәндәр генә йөрөй ала. Бына улар йылдан-йыл оҫталыҡтарын камиллаштыра барған Наил Хәмзин, Әлзирә Юнысова, Динә Шәйәхмәтова, Юлай Ғилманов, Денис Сәмсетдинов, Линар Сәйәхов, Гүзәл Ғәлина, Гүзәл Ғәлиуллина, Нәркәс Вәлиуллина, Розалия Ғәйфуллина кеүек артистар сәхнәлә тыуҙырған геройҙарҙы ла яратып ҡабул итә.
Оло быуын вәкилдәре, төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән йәштәр, студенттар, уҡыусы балалар бик теләп килә бында. “Ирәмәл” театры иһә йылдан- йыл көслө, халыҡ яратып ҡабул иткән спектаклдәр сығара. Һәр сәхнә әҫәре онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра, тамашасы күңелен арбай.
Йыл һайын балаларҙы ла һөйөндөрөп тора халыҡ таланттары. Мәҫәлән, Сәрүәр Суринаның “Алтын балта”, Сергей Аксаковтың “Ал сәскә”, Сөләймән Латиповтың “Батыр әтәс” әкиәттәре, “Урал батыр” эпосы буйынса сәхнә әҫәрен балалар яратып ҡараны. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә әҙерләнгән тамашалар һәр саҡ юғары оҫталыҡ менән башҡарыла.
Үҙенең 45 йыллыҡ юбилейын халыҡ театры Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” классик мелодрамаһы менән ҡаршы алды.
Ә бына Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһын тамашасы айырыуса яратып ҡабул итте.
Халыҡ театры коллективы сәйәхәт итергә лә ярата, район ауылдарын ғына түгел, күрше район ауылдарының театр яратыусыларын да һөйөндөрөп өлгөрә.
Халыҡ театры йылдан-йыл үҫешә, камиллаша бара. Быны күп һанлы дипломдар, маҡтау грамоталары иҫбатлай. Ә иң ҡыуандырғаны 2015 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” фестивалендә драматург Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драмаһы өсөн икенсе урын алыу, 2018 йылда Учалы ҡалаһында үткән төбәк-ара фестивалдә Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы өсөн Гран-при яулау булды.
Быйыл “Алтын тирмә” фестивале Белоретта үтәсәк.
Ә юбилей спектакле итеп Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” романтик драмаһын тамашасы хөкөмөнә сығарырға һәм халыҡ исемен яҡларға әҙерләнә Белорет халыҡ театры.
Ирәмәлдәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ, матур, зауыҡлы спектаклдәр көтөп ҡалабыҙ.
Гөлсөм МОСТАФИНА.
Белорет ҡалаһы.