Бөтә яңылыҡтар

Тамашасы – уны, ул тамашасыны тоя

Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим.

Театр сәхнәһендә һәр саҡ тамашасының күңелен күтәргән, ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән, тормошҡа балаларса шатланып ҡарарға өйрәткән геройҙар бар. Уларға ҡарап берсә ихлас көләбеҙ, берсә мыш-мыш килеп илайбыҙ... Ә бына шул образдарҙы тыуҙырған актерҙарҙың яҙмышы һәм тормошо нисегерәк икән?

Бөгөн һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, үҙегеҙҙе театр тамашасыһы ролендә хис итеп ҡарағыҙ. Һеҙҙең алда – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ Хәсәнов.

 

– Рафиҡ Рафаэль улы, бөгөн һеҙ театр һәм кино сәнғәтендә башҡарған геройҙар – сағыу тормошло, көслө ихтыярлы, тәрән хисле, ҡайһы бер осраҡта хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы ла образдар. Моғайын, актер булыу теләге бала саҡтан киләлер?

– Үҙемә килгәндә, Баймаҡ районы Бетерә ауылында Зәмһәр һәм Рафаэль Хәсәновтар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым мәрхүм булғас, миңә – ете ай, Розалиә апайыма бер йәш ярым булған саҡта әсәйемдең тыуған ауылы Беренсе Этҡолға күсеп ҡайтҡанбыҙ. Шулай итеп, беҙ өләсәйем менән ҡартатайымдың ун балалы ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫтек. Бәләкәй саҡта арҡа терәүселәрем дә әсәйемдең ҡустылары булды. Улар мине ир-егеткә кәрәк булған етмеш ете һөнәр серенә төшөндөрҙө. Ә ҡартатайымдың ете-һигеҙ генә йәшемдә ат егергә өйрәтеүе ғүмерлеккә хәтеремә уйылған. Әйткәндәй, “Ҡоҙаса” спектаклендә Мөхәмәтша мулланы уйнағанда тап уның образы күҙ алдына баҫты.

Сәхнәләге тәүге сығышымды ла иҫләйем... Беренсе класта уҡығанда ауыл мәҙәниәт йортонда “Башҡортостан” йырын башҡарҙым. Һуңынан бер ауылдаш ағайҙың: “Сәхнәлә ҙу-у-ур ҡолаҡлы, ҡап-ҡара малай йырланы”, – тип көлөп һөйләүенән үҙ-үҙемә бикләнергә мәжбүр булдым. Ун йыл дауамында халыҡ алдында сығыш яһауҙан бөтөнләй баш тарттым, тик сығарылыш класында ғына кураторыбыҙ Ҡәһәрмән Мазһар улының һорауы буйынса ҡабаттан сәхнәгә күтәрелергә йөрьәт иттем. Мәктәпте тамамлап, ҡулыма аттестат алғас, әсәйем ике яҡтан да туған-тыумасаны ҡунаҡҡа йыйҙы. Ошо саҡта атайымдың бер туғандарының халыҡ йырҙарын ни рәүешле моңло башҡарыуына иғтибар итеп хайран ҡалдым. Күңелдә ниндәйҙер бер дәрт уянып ҡуйған һымаҡ булды... Тарихсы булыу теләге көслө ине ул ваҡытта. Мәктәптән һуң документтарымды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетына тапшырҙым. Яҙмыш ҡушыуымы, осраҡлыҡмы – мине сәнғәткә илткән юл тап ошонан башланған булған икән. Башҡорт теле һәм тарих предметтарынан имтиханды “бишле”гә бирһәм дә, рус теле буйынса һынауҙы үтмәнем. Кире Баймаҡҡа ҡайтҡас, атайымдың бер туған һеңлеһе Рәмилә апайым мәҙәниәт йортона рәссам-биҙәүсе итеп эшкә саҡырҙы. Унда халыҡ театры Гәрәй Исхаҡовтың “Авария” драмаһын сәхнәләштергәндә миңә тәфтишсе ролен тапшырҙылар. Спектаклдән һуң Гәрәй тигән ағайҙың бөтә халыҡ алдында: “Иң оҡшаған роль һинеке булды”, – тип әйтеүе иңемә ҡанаттар ҡуйҙы. Ошо сығышымдан һуң хеҙмәттәштәрем дә, тамашасылар ҙа, талантымды баһалап, сәнғәт юлынан китергә дәртләндерҙе. Имтихандар мәле яҡынлашыу менән, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына юлландым.

 

– Инглиздәр йыш ҡына “Һәр уңышлы ир-ат артында ҡатын-ҡыҙ тора” тиҙәр. Һеҙҙең дә ғаиләлә тап шулайҙыр?

– Ҡатыным Светлана Фәрғәт ҡыҙы – Ишембай ҡалаһы һылыуы. Ул да сәнғәт донъяһына мөкиббән ғашиҡ кеше. Әлеге мәлдә Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Нисек таныштығыҙ, тиерһегеҙ... Уны тәүге тапҡыр күреүем күҙ асып йомған арала булды. Бөгөнгөләй хәтерҙә был күренеш: I курс, сәнғәт институты ятағының аш бүлмәһе... Киске тәғәмдең әҙер булыуын көтөп, сүкәйеп ултырғанмын. Шул саҡ Светлана иптәш ҡыҙы менән инеп сыҡты. Башымдан йәшен тиҙлеге менән “Был ҡыҙ минең ҡатыным буласаҡ” тигән уй үтте.

Был ваҡиғанан өс йыл үткәс, Салауат Юлаев майҙанында байрам мәлендә уның менән яҡындан таныштым. Шул ваҡыттан алып, шөкөр, бына 20 йыл бергә. Һөйөклө ҡатыным – ныҡлы терәгем, ул булмаһа, бәлки, бөгөнгө уңыштарға ла өлгәшә алмаҫ инем. Сибай театрында 2001-2003 йылдарҙа эшләп киткәндән һуң, ҡабат сәхнәгә ҡайтырға өгөтләүсем дә – Светлана.

2003–2004 йылдарҙа Ишембайҙа йәшәнек, ҡала мәҙәниәт йортонда халыҡ театрының режиссеры булып эшләнем. Эш хаҡы түбән, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшкә урынлашырға тигән уй ҙа бар ине, быраулаусыға ла уҡығайным. “Тәбиғәттән талант, моң бирелгәс, сәхнәнән баш тартыу дөрөҫ булмаҫ”, – тине ҡатыным шул саҡ. Тап шулай ярҙан-ярға һуғылып бәрелгәндә, икеләнгән мәлдәрҙә уның миңә ышаныс белдереүе бик мөһим ине. Светлананың ата-әсәһе лә – ҡәйнәм Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы һәм ҡайным Фәрғәт Әнүәр улы – иҫ киткес ихлас, ябай һәм йомарт кешеләр. Еңел булмаған саҡтарҙа беҙгә төрлө яҡлап ярҙам иттеләр, кәңәш бирҙеләр, балаларҙы ҡараштылар... Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бер көн иртән “Сәләм” тапшырыуында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры директоры һәм баш режиссеры Гөлдәр Ильясованың сығышын ҡарағайныҡ. Уның: “Төрлө тамашалар ҡуйырға идеялар күп, ләкин уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн театрыбыҙға бөгөндән йырлаған артистар кәрәк”, – тип әйтеүен ишеттек тә, Светлана менән шунда уҡ юлға йыйындыҡ. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы мине күреү менән ҡуш ҡуллап эшкә алды. Шулай итеп, 2004 йылда Ишембайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәргә күстек.

Бөгөн һөйөклөм менән өс балаға атай-әсәйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Арыҫлан нефть колледжының IV курсында уңышлы уҡып йөрөй, ҡурайҙа уйнай. Айсулпан ҡыҙым үҙем һымаҡ сәнғәт юлын һайланы, ул – Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжының хореография бүлеге студенты. Кесе улыбыҙ Рамаҙанда ла актерлыҡ һәләттәре ярылып ята, яңыраҡ уның менән бергәләп “Хәйбулла” фильмында төштөк.

 

– Шулай итеп, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ең һыҙғанып эшкә тотондоғоҙ... Ундағы ижади эшмәкәрлегегеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине?

– Үҙемде актер булараҡ тап Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында таптым, тиһәң дә була. Ошо уҡ йылда Өфөнән күсеп килгән курсташым Резеда Әмәкәсова менән иң сағыу ролдәргә тотондоҡ. “Ғәлиәбаныу”, “Аҫылйәр”, “Шәүрәкәй” музыкаль спектаклдәрендә икәүләп ғашиҡтарҙы һынландыра торғас, тамашасы беҙҙе йәһәт кенә “өйләндереп” тә ҡуйҙы. Электән дуҫ булыуыбыҙ, бер үк уҡытыусыларҙа белем алыуыбыҙ ролдәр өҫтөндә эшләгәндә ярҙам ғына итте. Ошо урында лирик сигенеү яһап, бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп үтәйем. Резеданың да, минең дә фатир бер үк подъезда урынлашҡан. Бер саҡ эштән ҡайтып килһәм, подъезд алдында ултырған инәйҙәр: “Һеҙҙең ҡатынығыҙ әле генә сығып китте”, – тип хәбәр итте. Инһәм, кәләшем мине өйҙә көтөп ултыра. Баҡһаң, тегеләр Резеданың сығып киткәнен күргән икән... Теманы дауам итеп, шуны әйткем килә: тора-бара сәхнәлә лирик геройҙарҙан икенсе персонаждарға күстем. Юҡ, ялҡытманы улар, ә ни бары үҙемде башҡа характерҙағы ролдә һынап ҡарағым килде. Һөҙөмтәлә ҡапма-ҡаршы­лыҡлы йәки кире образдар барлыҡҡа килде, комедия геройҙарын да ихлас уйнаным. Шунһыҙ сәхнәлә алға китеш юҡ. Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында – Мө­хәм­мәтша мулла, Рәлиф Кинйә­баевтың “Торатау һаман тора”һында 70 йәшлек Фриц Клаусты, йәки ҡарттар образдарын сағылдырыуым да тап ижади яҡтан үҫешергә теләүем тураһында һөйләй. Әлбиттә, был ролдәрҙе уйнай алмаҫмын, тип борсолған саҡтар ҙа булманы түгел. Ләкин театрҙың художество етәксеһе Гөлдәр Ильясованың миңә булған ышанысы үҙенекен итте – Фриц Клаусты уйнап, икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн махсус призға лайыҡ булдым.

Сәхнәлә шулай төрлө сүрәткә инеүем һиҙемләү һәләтен көслө итте, ә был, үҙ сиратында, кино сәнғә­тендәге эшмәкәрлегем өсөн ҙур тәжрибә булды. Дөйөм алғанда, театрҙа 40-тан ашыу роль баш­ҡарылды: Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында – Хәлил, “Аҫыл­йәр”ендә – Шәрәф, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Ҡотләхмәт, Мөхә­мәтша Буранғоловтың “Шәүрә­кәй”ендә – Сураҡай, Илшат Йомағоловтың “Һөйәрҙәргә ҡапҡан”ында – Абдулла, Николай Гоголдең “Өйләнеү”ендә – Жевакин, Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс...” спектаклендә – һалдат һ.б. Уларҙың һәр береһе көтөп алған балам һымаҡ танһыҡ, ҡәҙерле. Репертуарымда “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһынан халыҡ сәсәне, фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың образы айырым урын алып тора. Был сәхнә әҫәренең үҙенсәлеге нимәлә? Уның сценарийы Мөхәмәтша Буранғоловтың шул уҡ исем аҫтындағы пьесаһы буйынса әҙерләнде, авторҙары – режиссер Зиннур Сө­ләймәнов һәм филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова. Спектакль бер юлы өс мөһим ваҡиғаға – Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы ойошторолоуына һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыуға һәм Мөхәмәтша Буран­ғоловтың 130 йыллығына бағыш­ланды. Музыкаль драма ике параллель сюжет һыҙығынан тора – ул “Ашҡаҙар” пьесаһын һәм халыҡ сәсәненең тормош, ижад юлын берләштерә.

 

– Ах, синема, синема!.. Һеҙҙең ижад башҡорт кино сәнғәте менән дә тығыҙ бәйле. Бигерәк тә һуңғы осорҙа ошо өлкәнең юғары үҫешен билдәләгән “Беренсе Республика” фильмы тураһында ишетергә теләр инек.

– Театр һәм кино – туғандаш, бер-береһе менән ныҡлы бәйләнгән. Шулай ҙа был ике төшөнсәлә айырма бар. Сәхнәлә уйнағанда ике яҡлы бәйләнеш барлыҡҡа килә: тамашасы – һине, һин уны тойорға тейешһең. Экранда һәр сюжеттың тормошсан, тәбиғи булыуы мөһим... Кино ролдәренә килгәндә, “Ҡаһым түрә” музыкаль-документаль клибында, “Сәксәк”, “Сируси”, “Бабич” фильмдарында төштөм. Ә “Күңелле йәшәйбеҙ” юмористик тележурналынан Марат Тимуровичты белмәгән кеше юҡтыр. 2018 йылда “Беренсе республика” тарихи фильмында тәүгеләрҙән булып БАССР-ҙың халыҡ артисы исемен алған йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов роленә тәғәйенләндем. Ҡасандыр тарих уҡытыусыһына уҡырға хыялланған кеше булараҡ, халҡымдың үткәндәренә ҙур ихтирам менән ҡарайым, шуға ла Башҡортостандың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән шәхесте һынландырыу ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә үтә яуаплы ла булды. “Беренсе республика” тәүҙә “Бабич” фильмының күп сериалы тарихи дауамы булырға тейеш ине. Әгәр “Бабич”та 1914 – 1919 йылдарҙағы ваҡиғалар шағир Шәйехзада Бабич күҙлегенән һүрәтләнһә, “Беренсе Республика”ла 1920 – 1950 йылдар – башҡорт әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең сәскә атҡан осоро кәүҙәләндерелә. Был фильмда төп геройҙар юҡ. Әҫәрҙә Башҡорт АССР-ының арҙаҡлы мәҙәниәт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тураһында ете тарих бәйән ителә. Ләкин ваҡиғаларҙы сағылдырыу бер кеше – журналист Ҡасим Аҙнабаев тарафынан бара. Ысынында, был картина геройҙары үҙҙәре тураһында иҫтәлек һаҡлауға лайыҡ. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ниндәйерәк шәхес булыуын тойоу өсөн, уның тормошо һәм ижады тураһында күп популяр сығанаҡтарҙан уҡып белдем. Ул – иҫ киткес талантлы кеше, яҙмышы башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенең үҫешеүе менән туранан-тура бәйле.

Шул уҡ ваҡытта идея һәм сценарий авторҙары  Булат Йосопов, Гөлсәсәк Саламатова менән тығыҙ бәйләнештә эшләнде. Нимәһе ҡыҙыҡ, режиссер актерҙарҙы теге йәки был ролгә тышҡы ҡиәфәт оҡшашлығы буйынса һайлап алманы. Булат Тимербай улы аңлатыуынса, был осраҡта ижади ҡеүәт мөһим. Сөнки һәр роль артында – талантлы, нескә хисле, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы, аяныслы яҙмышлы шәхес. Ә беҙҙең маҡсат ошо образдарҙы күңелдең ете ҡатламы аша үткәреп, тамашасыға уларҙы нисек тояһың, шулай еткереү ине. Бөгөн “Беренсе Республика” фильмы башҡорт киноһын үҫтереүҙә ҙур һәм мөһим урын биләп тора. Ә беҙ, актерҙар, ошо процеста ҡатнаша алыуыбыҙ менән ғорурбыҙ, бәхетлебеҙ...

Яңыраҡ Башҡортостанда 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ менән бәйле ваҡиғаларға 100 йыл тулыу уңайынан “Хәйбулла” фильмы төшөрөлдө, әле ул тамамланыуға табан бара. Унда мин власть һәм дан һөйөүсе Усманды уйнаһам, Рамаҙан улымды етем балаларҙың береһе булған Әнис ролендә күрергә мөмкин. Киноәҫәрҙең премьераһы көҙгә табаныраҡ көтөлә.

 

– Һеҙҙе Баймаҡ районынан данлыҡлы Хәсәновтар династияһы вәкиле булараҡ та беләбеҙ. Ошо хаҡта бер нисә һүҙ.

– Атайым яғынан Рәхимә ҡартә­сәйем менән Сәфәрғәле ҡартатайым ғаиләлә 11 бала тәрбиәләп үҫтергән. Әйтеп китеүемсә, уларҙың Рафаэль тигән улдары, йәғни минең атайым, күптән мәрхүм. Рауил, Рәмил, Рәил ағайымдар һәм Рәйсә, Рәмилә, Рәүлә, Рәмзиә, Миңдинур, игеҙәктәр Рәсимә менән Рәшиҙә – улар бөтәһе лә талантлы уҡытыусылар, йырсылар, ижадсылар. Өҫтәүенә ағайымдар – данлыҡлы ҡурайсылар ҙа. Ҡар­татайым үҙе лә гармунда, ҡурайҙа оҫта уйнаны, ҡартәсәйем – таҡмаҡсы-импровизатор. Иҫләйем, 2001 йылдың 11 октябрендә, Республика көнөндә, Хәсәновтар ғаиләһе ансамблен Хөкүмәт концертына саҡырҙылар. Ағайымдар менән сәхнәлә “Азамат” йырын башҡарҙыҡ. 2002 йылдың йәйендә Хәсәновтар ғаиләһе иң яҡшы халыҡ ансамбле булараҡ Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара конкурсҡа һайлап алынды. Унда беҙ төрлө милләттәр араһында бәйге тотоп, алтын миҙал менән бүләкләндек... Ошолай сығыш яһауҙарым эҙһеҙ үтмәне – 2002 йылда Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” йыр конкурсында ҡатнашып, 3-сө дәрәжә лауреат исемен алдым. Һуңғараҡ “Ирәндек моңдары-2012” йыр бәйгеһендә дипломант булырға яҙҙы.

 

– Бөгөнгө әңгәмәлә һуңғы һүҙегеҙ?

– Бала саҡта ҡартатайым һәм уның улдары ҡарамағында тәрбиәләнһәм дә, тормош юлымда осраған гүзәл заттарҙың роле ҙур булды. Миңә этәргес көс-ҡеүәт биреүселәремә – әсәйем Зәмһәр Фәйзулла ҡыҙына, ҡәйнәм Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙына, уҡытыусым профессор Фәрдүнә Ҡасимоваға, Стәрлетамаҡ театрына эшкә алған Гөлдәр Ильясоваға, Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваға һәм, әлбиттә, тормош юлдашым Светланаға ҙур рәхмәтемде, изге теләктәремде еткерәм!

 

– Рафиҡ Рафаэль улы, һеҙҙең менән әңгәмә ҡороу ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Театр һәм кино сәнғәтендә яңынан-яңы образдар тыуҙырып, уңышлы эшләргә яҙһын.

 

Айһылыу ВАХИТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: