Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар барланды

2021 йылда был тармаҡта ниҙәр башҡарылды?

Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар барланды
Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар барланды

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар иғтибарға лайыҡ. Шул даирәләге интернет-әүҙемлек рейтингы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Рәсәй төбәктәре араһында үткән йыл республикабыҙ беренсе урынға сыҡҡан. VI Бөтә донъя фольклориадаһында 37 илдән ҡатнашҡан ижади коллективтар сығышын ун миллион кеше Интернет селтәрҙәре аша ҡараған, 120 мең тамашасы үҙ күҙҙәре менән күргән.

2021 йылда Өфөлә “Алтын битлек” Рәсәй милли театры премияһының төбәк программаһы үтте. В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы асылды. Башҡортостан Милли симфоник оркестры Шостакович исемендәге Санкт-Петербург филармонияһының Ҙур һәм Чайковский залдарын яңғыратты, Башҡорт опера һәм балет театры артистары “Дон Кихот” операһы менән Рәсәй дәүләт академияһының Ҙур театры сәхнәһенә сыҡты.

Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында былтыр тәүгә “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бойомға ашырылды: 60 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 500 меңәр һум аҡса бүленде.

2022 йылға, Өфөнөң 450 йыллығына, Яңы Евразия китапханаһы төҙөү, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү ҡаралған. Моделле биш китапхана булдырыу, өс кино залын заманса йыһазландырыу ҙа күҙ уңында тотола.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: