31 мартта Санкт-Петербургка эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ленрезерв” патриотик берләшмәһенең экспозицияһын ҡараны.
Был - коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы, уның нигеҙендә автомобилдәр, хәрби техника, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы матди һәм рухи мираҫ коллекцияһы ята. “Ленрезерв”ты Петербург коллекционеры Анатолий Бернштейн булдырған. Музей Феодосия урамындағы “Яровит-Моторс” заводының элекке бинаһында урынлашҡан.
– Көн һайын беҙҙең экспозицияларға бер нисә мең кеше килә, – тип һөйләне экскурсия барышында “Ленрезерв” патриотик берекмәһе директоры урынбаҫары Елена Буянова. – Ҙур коллекцияны биш йылдан ашыу йыйҙыҡ.
Ун мең квадрат метрлыҡ биләмәлә 150-нән ашыу раритет хәрби техника өлгөләре, уникаль ҡорал коллекцияһы, амунициялар, радиоалғыстар, элемтә саралары, Хәрби-диңгеҙ флоты һәм партизандар отрядының хәрби байраҡтары, һуғыш йылдарындағы документтар, көндәлектәр, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ленинград урамдарын реконструкциялау, һаҡсыларҙың, ҡамалған ҡалала йәшәгәндәрҙең көнкүреш әйберҙәре урынлаштырылған.
– Республика был музей менән хеҙмәттәшлек итә башлай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән экскурсияға мәктәп уҡыусыларын, курсанттарҙы, студенттарҙы алып килеү тураһында һөйләшеп килештек. Төбәктәребеҙ араһында экскурсиялар ойошторабыҙ. Рәсәйҙең хәрби тарихын күрһен өсөн мин балаларымды ла бында алып килермен. Беҙҙең “Патриот” паркында ла хәрби техника күргәҙмәһен ойошторабыҙ. Тыныс кешеләрбеҙ, ләкин хәүефле ваҡытта Ватанды һаҡлау өсөн хәрби техника менән эш итә белергә тейешбеҙ.
Башҡортостанда “Патриот” паркы Шишмә районының Алкин-2 ауылында ойошторолдо. Тәүге хәрби йыйымдарҙы ул 2022 йылдың йәйендә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төп корпусты ремонтлау тамамланғас ҡабул итә ала. Эргәлә плац, ашхана, ут үҙәге һәм ҡаршылыҡтар һыҙаты, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы урынлашасаҡ. Асыуҙан һуң “Патриот” паркы йыл дауамында төрлө йәштәге уҡыусыларҙың хәрби-патриотик сменаларын, шулай уҡ өлкән класс уҡыусыларының уҡыу-күнекмә сборҙарын ҡабул итәсәк. Майҙансыҡта “Геройҙар уҙышы”н уҙғарыу өсөн ҡаршылыҡтар менән махсус трасса йыһазландырыла. Бынан тыш, уның биләмәһендә “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы, хәрби техника музейы урынлаштырыласаҡ, унда теләгән һәр кем бара ала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.