Театр һәм кино сәнғәте – үҙе бер илаһи, мауыҡтырғыс, илһамландырғыс һәм ылыҡтырғыс донъя ул. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә ИСҠУЖИНА менән әңгәмәлә һүҙ ошо һәм башҡалар хаҡында.
– Лилиә, башта үҙең менән таныштырып үтһәң ине...
Әбйәлил районының Гусев ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек, ағайым Дим, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 24 йәшендә вафат булды. Унан һуң беҙ, дүрт ҡыҙ – апайым Сафия, мин, һеңлеләрем Ләйсән һәм Йәнбикә киләбеҙ.
Әсәйем Мәликә Әхмәт ҡыҙы – уҡытыусы, атайым Салауат Ғәлиәхмәт улы – зоотехник. Улар был ауылға юллама буйынса эшкә килгән, тамырҙары менән ошо уҡ райондан. Ауылдағы мәктәптә IX класты тамамлағандан һуң, Өфөгә ниндәй уҡыу йортона булһа ла уҡырға барырға тип ниәтләнем, актерлыҡҡа XI кластан һуң ғына алалар икәнен белә инем. Сафия апайым баш ҡалала уҡып йөрөй ине, уға: “Ярҙам ит, Өфөгә алып бар, зинһар”, – тинем. Әсәйем мине ситкә иртә ебәрергә ҡаршы булһа ла, уны күндереп, имтихандар бирергә барҙыҡ. Шулай итеп, 1-се Өфө педагогия колледжында биш йыл уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡтым.
Урау юлды үткәс инде, артабан хыялыма табан тура атланым: 2005 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар бүлегенә имтихандарҙы уңышлы ғына биреп, уҡырға индем. Бәхеттең етенсе күгендә булғаным тураһында әйтеп тораһы ла түгелдер. Художество етәксебеҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева булды. Ул уҡытыусыға эләгеүем минең артабанғы яҙмышыма ҙур йоғонто яһаны, шәхес булараҡ формаллашыуымда ла уҡытыусымдың роле бик ҙур. Бөгөн дә уның янына йыйылып, һөйләшеп, илһамланып, көс йыйып алабыҙ. Сәхнә теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова беҙҙе үҫтереүгә күп көс һалды, тотош Рәсәй буйлап конкурстарға йөрөттө, рәхмәт уға. Башҡорт теле уҡытыусыһы, хәҙер республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова беҙҙе илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләне. Әле лә уҡытыусыма донъяуи кәңәш кәрәккәндә мөрәжәғәт итәм.
Дүрт йыл уҡығандан һуң, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ижад юлымды башлап киттем. Параллель рәүештә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында актерлыҡ оҫталығынан уҡытырға ҡалдым. Бында дүрт йыл эшләгәндән һуң, ваҡыт етмәү сәбәпле, был һөнәремде ташларға мәжбүр булдым. Өҫтәүенә, үҙемсә тормош тәжрибәм аҙыраҡ кеүек тойолдо, үҙем эҙләнеүҙәр юлында булғанда, нимәләр бирә алам һуң, тип уйланылды. Бәлки, киләсәктә уҡытыусылыҡҡа әйләнеп ҡайтырмын да, тип уйлайым. Әлегә туған театрымда 13-сө ижад миҙгелен еткереп барам.
– Театр, кино сәнғәтенә һөйөү бала саҡтанмы?
– Актриса булыу хыялы – үҙемде белгәндән алып. Кескәйҙән өйҙә йырлап-бейеп, һуңынан урамға сығып тамаша күрһәтеп үҫкәнгә минең турала: “Был ҡыҙ артист булыр”, – тиҙәр ине.
Атай-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ. Ниндәй эш менән мәшғүл булһалар ҙа, “Мин концерт ҡуям, ҡарағыҙ!” тиеүемде кире ҡаҡманылар, ваҡыт табалар ине. Бала күңелен бер ваҡытта ла ҡыйманылар, үҫтерергә генә әҙер торҙолар. Һеңлеләрем бер аҙ үҫкәс, улар менән бергәләп концерттар ҡуйҙыҡ, һуңынан мин режиссер булып, уларға спектаклдәр ҙә сәхнәләштерҙем.
Мәктәптә уҡыған саҡта төрлө түңәрәктәргә йөрөнәм – музыка мәктәбе, театр түңәрәге, бейеү, фольклор. Иртән – мәктәп, көндөҙ – түңәрәктәр. Өйҙә бер аҙ ярҙам итәбеҙ ҙә кисен урамға уйнарға сығып китәбеҙ. Төн ауғас ҡына саҡ ҡайтарып алалар ине, Китап уҡырға яраттым.
– Байтаҡ ролдәр уйнағанһың. Тәүгеһе ниндәй ине?
– Аллаға шөкөр, ролдәрем байтаҡ ҡына, һәр береһе күңелемә яҡын, һәр береһе миңә ҡәҙерле. Театрға килгәс тә, Уильям Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәге төп ролде башҡарҙым. Минең ҙур хыялым тормошҡа ашты. Спектаклдең режиссеры Илнур Биктимер улы Муллабаевҡа әле генә театрға эшкә килгән йәш актрисаға Джульетта ролен ҡурҡмай тапшырғаны, ышанысы өсөн рәхмәт.
Ул ваҡытта үҙем дә ғишыҡ утында янып йөрөп, йә ҡанатланып, йә ҡапыл уйланып, мең төрлө хис-тойғолар кисереп йөрөгәнгәме, Джульетта ролен бик нескә тойоп, рәхәтләнеп уйнаным. Мин уны тулыһынса аңлай инем! Ярһып, моңланып, яратып йөрөгән саҡтар! Шул тиклем ул мәлдәрҙе яратып иҫкә алам, алтын ваҡыттар...
– Драматург булараҡ та үҙеңде һынап ҡарайһың түгелме?
– Театрға эшкә килеп, ижад итә башлағас, бер ваҡыт башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Милләт улы Хәкимов миңә Яңы йылға балалар өсөн кескәй генә пьеса яҙып ҡарарға тәҡдим итте. Унан алда мин үҙемде төрлө сараларҙа сценарист булараҡ һынап ҡарағайным, театрыбыҙ актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың юбилей кисәһенә кескәй генә пьеса яҙып, сәхнәләштергән инек. Ул бик уңышлы үтте, шуға ла “Өс мөхәббәт тарихы” атамаһы менән үҙаллы спектаклгә әйләнеп, тулыландырылып, күп йылдар театр сәхнәһендә барҙы. Балалар өсөн пьеса яҙып ҡарарға тәҡдим яһаған режиссерыбыҙ миңә ышанғас, ең һыҙғанып кескәй генә пьеса яҙып, уны сәхнәләштереп тә ебәрҙек. Бер йыл үткәс, тағы ла пьеса яҙ әле, тине Рөстәм Милләт улы. Өсөнсө йылы иһә режиссер “Чиполлино мажаралары” әҫәренә инсценировка эшләргә тәҡдим итте. Тиҙҙән ул спектаклгә ун йыл була, ошо көндәрҙә беҙ “Чиполлино”ны өс йөҙөнсө тапҡыр уйнаныҡ. Улым тыуғас, яҙышыуҙы ташлап торҙом, тик бик оҙаҡҡа китте, ахыры. Мин бит яҙышыуҙың ни тиклем мауыҡтырғыс, илһамландырғыс шөғөл икәнен, был юлдан үтер өсөн махсус белем йә драматург күҙаллауы һәләте кәрәген аңлай башланым ғына...
– “Беренсе Республика” фильмындағы Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн “SKEY-SINEMA” халыҡ-ара кино фестивалендә диплом менән бүләкләгәндәр буғай?
– Тәү тапҡыр кинола төшөү, ғөмүмән, был сәнғәт төрө менән 2013 йылда таныштым. Таңсулпан Бураҡаева “Кәләш алам!” ҡыҫҡа метражлы фильмында төшөргә саҡырҙы. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, ул үҙенең диплом эшенә – арт-хаус стилендәге ҡыҫҡа метражлы фильмда ҡатнашырға саҡырҙы. “Әгәр аңлаһаң...” тип аталған кинола бөгөн күп ҡатындар өсөн мөһим булған, “ауыртҡан” һорауҙар күтәрелә.
“Тамыр” балалар студияһы төшөргән фильмдарҙа уйнау бәхете лә тейҙе. Режиссер Ләйсән Солтанғолова етәкселегендәге “Ҡолонҡай” фильмы, Әдилә Һунарғолованың “Ышан” сериалы күңелемдә айырым урын биләп тора. “Ҡолонҡай”ҙы төшөрөү шул тиклем еңел һәм күңелле үтте, ә “Ышан”да ҡайһы саҡ күҙ йәштәрен тыйып алып булмай ине. Ғәҙәттә, актрисалар декретта бик оҙаҡ ултырмай, сөнки ваҡыт тиҙ үтә, ижад итеү теләге лә ҡабаландыра, әммә мин декрет ялында оҙаҡлап киттем. Йәй көнө улым Ғәлиәскәр менән ауылға, әсәйем янына ҡайтҡан инек. Ҡапыл бер көн телефон шылтырай: “Тарихи фильм төшөрәбеҙ, һеҙҙе кастингка саҡырабыҙ, Һәҙиә Дәүләтшина роленә. Картинаның режиссеры Булат Йосопов”. Билдәле режиссерҙың картинаһында төшөү – үҙе бер бәхет! Ә халҡыбыҙҙың бөйөк ҡыҙын уйнау – әйтеп бөткөһөҙ абруй! Билдәле ваҡытҡа, улымды тәү тапҡыр бер нисә көнгә ҡалдырып, Өфөгә юлландым. Кастингты уңышлы үттем, тик миңә: “Сәсеңде ҡырҡтырырға әҙерһеңме? Парик кейеү беленеп торасаҡ, дөрөҫлөк булырға тейеш”, – тинеләр. Һөйләмдең аҙағын да көтмәй: “Эйе!” – тинем. Шулай, билемдән аҫҡа төшөп торған сәсемде һис йәлләүһеҙ киҫеп ташланыҡ. Мин был эшкә мөмкин тиклем бирелеп тотондом. Күп уҡыным, уйландым, режиссерҙы тыңлап, эске һиҙемләүемә ышанып эш итергә ынтылдым.
Яҙ гөрләп башланған эш йәй аҙағынаса барҙы. Ғүмеремдең бәхетле бер миҙгеле булып хәтеремдә уйылып ҡалды ул мәл. Ошо ваҡыт эсендә, мин фильмға төшкән сәғәттәрҙә улымды ҡарашҡан әхирәттәремә, коллегаларым Аида Күлбаева, Ләйсән Миңлеғәлиеваға ҙур рәхмәт!
“Беренсе Республика” тарихи фильмы бик күп фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашты. Мәскәү ҡалаһында “SKEY-SINEMA” халыҡ-ара кино фестивалендә Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеп сыҡтым. Әлбиттә, бындай еңеүҙәр ҡанатты нығыта, үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй.
– Әле ниндәй спектаклдәрҙә уйнайһың?
– Әлеге ваҡытта ең һыҙғанып ижад итәбеҙ, яңынан-яңы спектаклдәр сәхнәләштерәбеҙ. Һәр ролемде һағынып көтөп алам, яратып башҡарам тигән инем инде. Әлеге ваҡытта Решат Нури Гюнтекиндың “Королек – птичка певчая” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Уйҙарымдан ғына юғалма” спектаклендә Фәриҙә роле (режиссеры – Илдар Ғиләжев), Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Гөлзифа (режиссеры – Азат Йыһаншин), Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт” спектаклендә – Зөлхизә (режиссеры – Рөстәм Хәкимов), Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала сағы”нда (режиссеры – Мөсәлим Күлбаев) һәм башҡа спектаклдәрҙә кинәнеп уйнайым.
– Киләсәккә уй-хыялдарың ниндәй?
– Һәр ваҡыт хыялланып йәшәйем. Ҡайһылары тормошҡа аша, ҡайһылары алға әйҙәй. Бар хыялдарым яҡты. Бала саҡтан ҡалған йыһандан еребеҙҙе күреү хыялы әле һаман бар. Үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышыу, яңынан-яңы, ҡыҙыҡлы ролдәр тыуҙырыу, төрлө илдәргә сәйәхәт итеү, улыбыҙҙы мөхәббәттә үҫтереү, уға лайыҡлы тәрбиә биреп, бәхетле бала саҡ тәьмин итеү, тыуған еремдә, үҙ телемдә ижад итеү, һәр көнөмә шөкөр итеп, күңелемә яҡын булған кешеләр менән аралашып, ҡыуанып йәшәү...
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Лилиә! Артабан да ҙур уңыштар һиңә!
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.