Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы иғлан ителгән осорҙа республикабыҙҙың төп сәхнәһе – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры атаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, Юрмый ырыуы башҡорто, ғалим, дин әһеле, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҙәби хеҙмәтенә нигеҙләнеп, драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған сценарий буйынса “Әсмә” спектаклен сәхнәләштерҙе. Режиссеры – Зиннур Сөләймәнов, төп ролде йәш артистар Айым Сөләймәнова менән Сабина Кирәева башҡара. Мин ҡараған көндө сәхнәгә Сабина Кирәева сыҡты.
Донъялар буталған Ер шарында ҡатмарлы осорҙар кисергән мәлдә күптәр рухи ҡиммәттәр, кешелек таяуҙары тураһында уйлана торғандыр. Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙеп, халҡыбыҙ вәкилдәрен барлап, рухи асылыбыҙға ҡайтыу, был фекерҙе йәштәр, йәш быуын араһында киң йәйелдереү эшен алып бара. Мәғлүмәт социаль селтәрҙәр, интернет-сайттар аша киң йәмәғәтселеккә таратыла. Был – ыңғай күренеш. Мәҙәниәт йылының алфекерен “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!” тип алыу ҙа юҡҡа түгел. Кешене кеше иткән сифаттар, рухи тамырҙар хаҡында уйлана кеше.
Тап ошондай мәлдә “Әсмә”нең сәхнәгә сығыуы – көтөп алынған ваҡиға ул. Авторы инсафлы зат Ризаитдин Фәхретдинов булған өсөн генә түгел. Мөфтөй Р. Фәхретдинов – милләт үҫешенә, уның дини белемен нығытыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Уның эшен вариҫтары ла дауам иткән. Шуға күрә бөгөнгө ҡатмарлы дәүерҙең һорауҙарына яуап бирепме, әллә һорау ҡуйыпмы, уҙған быуат ваҡиғаларының театр сәхнәһендә сағылыш табыуы беҙҙе кемлегебеҙ, ҡайҙа китеп барыуыбыҙ хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
Кем һуң ул Ғәббәс мулла? Ғәҙеллек, иман менән йәшәгән ир-егеттең яҙмышы бик аяныслы тамамланған кеүек тойола тәүге сәхнәлә. Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет был образды бик матур сәхнәләштерҙе. Халыҡсан, йомшаҡ фиғелле, нескә зат килеп сыҡҡан. Бына кемдәр ул халыҡтың имани остаздары!
Ҡатыны Ғәйшә лә – сабыр заттарҙан. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова бындай образдарҙы оҫта аса. Башҡортостандың халыҡ артисы Ирек Булатов сәхнәгә кире образдарҙы ниндәйҙер эске тәрәнлек менән алып сыға. Хикмәт бай – аҡса менән был донъяла барыһын да һатып алып була тип фекер йөрөткән заттарҙан. Һәр замандың үҙ хикмәттәре була, режиссер тамаша аҙағында шундай Хикмәт байҙың да, Хәмиҙәнең дә, Зәйнүш ханымдың да был донъялыҡта үҙ язаһын алыуын күрһәткән. Хәмиҙә ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова, Зәйнүш ханымды актриса Айһылыу Йомағолова башҡара. Уларҙың матди байлыҡ артынан ҡыуып томаланған асылдарын актрисалар шул тиклем оҫта уйнай, хатта ишаралары, ҡул һелтәп ебәреүҙәре, мыҫҡыллы көлөүҙәре беҙ әҙәби әҫәрҙәр аша уҡып белгән образдарҙы хәтерләтә.
Сабина Кирәеваның Әсмәһе нескә тойғоло, бер ҡараһаң, бына-бына бөгөлөп төшөр сабый күңелле зат һымаҡ тойола, әммә был сафлыҡ артында рухи көс, тәрән милли асыл ята. Афарин, Сабина. Бик матур, инсафлы образ тыуҙырҙың. Әйткәндәй, Айым Сөләймәнованың уйынын ҡарағандар ҙа тәрән һоҡланыуын белдерҙе. Театрға көслө йәш артистар килә!
Әсмә! Ана ниндәй булған башҡорт ҡыҙҙары: тәрән ғилемле, инсафлы, әҙәпле, яҡты күңелле, миһырбанлы. Бына ошо булмышты бөгөн беҙ юғалта яҙғанбыҙ түгелме? Бөгөнгө башҡорт ҡыҙы ниндәй? Бөгөнгө башҡорт ҡатыны ниндәй? Улар балаларына дөрөҫ тәрбиә бирәме? Ризаитдин Фәхретдиновтың уҙған быуатта уҡ әсенеп яҙған әҫәре бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала, тип асыҡтан-асыҡ әйтеп була бит. Шуға күрә, беренсенән, мәшһүр башҡорт ғалимының ижадына мөрәжәғәт итеп, театр Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында уның шәхесенә иғтибар бүлһә, икенсенән, спектакль күтәргән проблема бик көнүҙәк.
Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе, тигән фекер ҙә яңғырай сәхнәнән. Үҙ йолаларыбыҙҙы юғалта барғанда, яңынан милли асылыбыҙҙы ҡайтарыуҙы, үҙ йырҙарыбыҙ, моңдарыбыҙ, кәсептәребеҙ менән йәш быуынды тәрбиәләһәк, моғайын, башҡорт халҡы Әсмәләр тәрбиәләр. Улар бар беҙҙең халҡыбыҙҙа. Ағинәйҙәр хәрәкәте лә Әсмәләрҙе үҫтереү ниәте менән яна. Милли кейемдәребеҙ тергеҙелә, милли ризыҡтарыбыҙ өҫтәлдәрҙә урын ала, рухи тәрбиә ысулдарын барлайбыҙ. Бына ошо рәүешле барған эштәр, моғайын, һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Башҡорт ҡатыны сабыр, аҡыллы, тәүфиҡлы, уҡымышлы зат булған. Ул ир-аттан алда сығып хәбәр һөйләмәгән. Был йәһәттән беҙгә өләсәйҙәребеҙҙән өлгө алаһы бар, әлбиттә. Башҡортостандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова башҡарған Шәмсиә инәй образы – ана шундайҙарҙан.
Шулай уҡ кейемгә лә иғтибар итергә кәрәк. Сәхнәләргә һығып торған салбарҙар кейеп сығыу килешкән эш түгел. Был хатта милли асылға ғына ла бәйле түгел. Ир-атҡа әйләнергә кәрәкмәй.
Шәхсән “башҡорт ҡатын яугир булған, ире менән һуғышта йөрөгән” тигән фекерҙе пропагандалауҙы һис үҙһенмәйем. Барғандыр бер нисә ҡатын, кәрәк булған өсөн, әммә өйөр менән йөрөмәгәндәр бит. Ана Бәндәбикәнән өлгө алайыҡ. Ырыуҙы һаҡлап, һәр саҡ үҙ ерендә, халыҡ араһында булған! Зирәклеге, тәрән аҡылы, доғалары менән милләтте һаҡлап алып ҡалыуға ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙҙең береһе ул. Әсмә лә уның затынан!
Сәхнәгә ҡыҙҙар булып сыҡҡан дүрт актриса уйнаған образдар бик оҫта бирелгән. Тәрбиә бирһәң, ул ҡыҙ бала Әсмә булып үҫәсәк. Әгәр заман икенсе, нисек бар – шулай, тип ҡараһаҡ, уларҙың Зәйнүш, Хәмиҙә булып үҫеүе, урам сатында тороуы ихтимал.
Автор үҙе лә был әҫәрендә Әсмә кеүек булыр өсөн иман, рухи тәрбиә, дин әһеле булараҡ, дини тәрбиә көслө булырға тейешлеге хаҡында әйтә. Ризаитдин Фәхретдиновтың “Нәсихәттәр”е генә лә ни тора! Унда ла ошо фекерен дауам итә. Бына нимә яҙа ул “Әсәләр өсөн ҡағиҙә” яҙмаһында: “Әгәр Йәнәб-и Аллаһ балалар бирһә, уларҙы иғтибар менән тәрбиә итегеҙ. Яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, күркәм тәбиғәткә ғәҙәтләндерегеҙ, холоҡтарын матурлағыҙ, өҫ-баштарынан артыҡ аҡылдарын тәрбиәләгеҙ. Бала күплегенә ауырһынмағыҙ. Илағандары һәм тауышланғандары өсөн асыуланмағыҙ. Улар Йәнәб-и Аллаһ бәндәләре икәнен хәтерләп, тырышлыҡ һәм һөйөнөс менән тәрбиәләгеҙ. Ураҙалар тотоп, хажға барып хасил булмаған сауаптар бала тәрбиәһенән хасил булыуы ихтимал. Бала мәшәҡәттәрен күтәреү арҡаһында ахирәт ҡурҡынысынан именлек табылыр. Балаларығыҙҙы баһадирлыҡ рухында тәрбиәләгеҙ, ҡурҡмаҫҡа ғәҙәтләндерегеҙ. Ен-пәрей һәм башҡа бының кеүек нәмәләр һөйләп, ғүмере буйынса ҡурҡаҡ буласаҡ дәрәжәлә ҡандарын боҙорға сәбәпсе булмағыҙ. Бәғзе кешеләр бүлмәлә яңғыҙ йоҡларға йәки ауыл ерендә соҡор төбөндә булған мунсаға яңғыҙ кереп йыуынып сығырға ҡурҡа. Бының сәбәбе иһә йәш ваҡыттарында әсәләре тарафынан ҡандары боҙолоуылыр. Шуның өсөн һеҙ балаларығыҙҙы былай әйберҙәргә ғәҙәтләндермәгеҙ”. Премьера көндәрендә театры фойеһында “Ризаитдин Фәхретдин: рухиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт” тип аталған күргәҙмә эшләне. Уны мәғрифәтсенең Татарстан Республикаһының Әлмәт районында урынлашҡан мемориаль музейы тәҡдим итте. Әйткәндәй, музей хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр ошо рәүешле күсмә күргәҙмә менән сығыш яһай. Экспозицияла “Шура” журналы (1910 йыл), “Нәсихәттәр”,“Тәрбиәле ҡатын”, “Тәрбиәле ана” педагогик баҫмалары,“Сәлимә йәки ғиффәт”, “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҙәби хеҙмәттәре, “Аҫар” тарихи-энциклопедик баҫмаһы, “Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренә аңлатма” хеҙмәте, фондтан ғаилә фотоһүрәттәре лә урын алғайны. Музей директоры Диләрә Ғимранова тамашасылар алдында сығыш яһап, Әлмәт районының Киҫеүсат ауылындағы музейға саҡырҙы. Башҡорт халҡының бөйөк улы музейы уның тыуған ауылында урынлашҡан, был хаҡта, моғайын, милләттәштәр беләлер. Тамашасыларға яҙыусының шәхси әйберҙәрен, Әсмә Шәрәфтең “Атайым хаҡында иҫтәлектәр” ҡулъяҙма дәфтәрен күреү мөмкинлеге булды. Ошонда уҡ шәжәрәһен эшләп ҡуйғанда ла булыр ине.
Әйткәндәй, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры уның был әҫәре буйынса флешмоб та ойошторҙо. Сәнғәт усағының туған телдәргә арналған видеороликтары ла рухиәтебеҙҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһаны, заманыбыҙ проблемаларын күтәреп сығыу йәһәтенән, минеңсә, бик уңышлы булды. Ижади коллектив заман менән бергә атлай: башҡорт һүҙен, сәнғәтен пропагандалар, үҙ традицияларыбыҙҙа йәш быуынды тәрбиәләр өсөн театр сәхнәһен генә түгел, интернет селтәрен дә, яңы ижади алымдарҙы ла бик оҫта файҙалана.
Лариса АБДУЛЛИНА.