Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Апрель 2022, 12:01

Тормош нағыштары

Шәхси сәхифәнән.
Фото:Шәхси сәхифәнән.

“Ауылға яңы уҡытыусы килгән! Ул буй-һын, ул төҫ үҙендә, ә дәрестәре иҫ китмәле!” тигән яңылыҡ тирә-яҡҡа йәшен тиҙлегендә тарала. Яңы уҡытыусыны күрергә хатта күрше ауылдарҙан киләләр. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла илебеҙ етәкселеге балаларҙы уҡытыуға, мәғарифты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгән.

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында тыуып үҫеп, Каруанһарайҙа белем алған Исмәғил Ибраһим улы Үтәгәнов Ғафури районының Сәйетбаба ауылына математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Ошонда төпләнеп, шәжәрә ағасын дауам итә. Тыуған яҡтарын, туғандарын һағынып, Ҡурған өлкәһенә барып йөрөр ине олатайым, яҡындары үҙҙәре лә бик хөрмәтләп килеп күрер ине. Бәләкәй сағымда айырыуса уның ике туған һеңлеһе Хәйербаныу инәй, ҡыҙҙары Ғәбиҙә, Йәмилә апайҙарҙың килгәне, бүләккә сигелгән алъяпҡыстар килтергәне иҫемдә ҡалған. Был мәҡәлә – Ғәбиҙә апайым хаҡында.

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында урынлашҡан Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылында тыуа Ғәбиҙә Ғибәҙулла ҡыҙы Зиннәтуллина. Бәләкәйҙән эшһөйәр, тилбер ҡуллы була. Ете-һигеҙ йәшендә үк әсәһе­нән, апайҙарынан ҡул эштәренә өйрәнә, айырыуса те­гергә, сигергә ярата. Урта мәктәпте тамамлағас, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Йәй айҙарында Баш­ҡортостанға килеп, уның йәмле тәбиғәтен күреп йөрөр ине. Яҙмыш уны Нуриман районы егете Хәмит Вәлиев менән осраштыра. 1975 йылда  йәштәр ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡта эш башлай. Мөхәббәтле ғаиләлә Рушан улдары тыуа, тик йәштәр ҡала мөхитен  үҙһенмәй, Силәбе өлкәһенең “Тимирязевка” совхозына күсеп китә. Хәмит Абдулла улы – комбайнсы, Ғәбиҙә апай бухгалтер-хисапсы булып эшләй. Рушандарына иш булып, улдары Рөстәм, ҡыҙҙары Рима тыуа.

Матур, зауыҡлы донъя ҡороп, мал-тыуар тотоп, баҡса үҫтереп татыу йәшәйҙәр. Балалары бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, Өфө­ләге уҡыу йорттарында белем ала.

2011 йылда 30 йыл йәшәп өйрәнгән ерҙәренән айырылып, Башҡортостанға күсергә йөрьәт итә Вәлиевтәр. Баш ҡаланан алыҫ булмаған Иглин районы Турбаҫлы ҡасабаһын һайлайҙар.

Ғаиләлә мөхәббәт, бер-береңә хөрмәт һәм иғтибар булғанда ғына донъяң алға бара, тормош мәшә­ҡәттәре лә ауыр тойолмай. Йорттарын сынъяһау итеп ҡороп ебәрә улар. Эшсән, татыу, өс тиҫтә йыл рус мөхитендә йәшәп тә саф башҡортса һөйләшкән милләттәш­тәрен райондаштары, ауылдаштары тиҙ үҙ итә. Һабантуйҙар, милли байрамдар, конкурс-бәйгеләр бул­һынмы – Ғәбиҙә апай ҡул эштәре менән тирмәләрҙе биҙәй, аш-һыу­ҙары менән таң ҡалдыра. Баш­ҡорт­остан юлдаш телевиде­ние­һының “Башҡорттар” тапшырыуында Ҡурған башҡорт­тарының милли аш-һыуы төрлө­лөгөн, әҙер­ләү нескәлектәрен бөтә респуб­ликабыҙға күрһәтә: саламай әҙерләү, тик ҡурғанса ғына бишбармаҡ, йыуаса бешереү, буҙа ҡойоу ысулдарын өйрәтә, сигеү өлгөләре менән таныштыра.

Ләкин тормош юлдары аҡлы-ҡаралы шул. Үҙҙәре Өфөлә саҡта янғын сығып, хәләл көстәре менән булдырған донъялары көл-күмергә ҡала...

– Башҡортостан халҡына, райондаштарыбыҙға, ауылдашта­рыбыҙға сикһеҙ рәхмәт, бик күп ярҙам күрһәттеләр, аҡсалата ла, йыһаз менән дә, хатта коммуналь түләүҙәрҙән ике-өс айға азат итеп торҙолар, – ти Ғәбиҙә апай. Туғандары, балалары, дуҫтары ярҙамы, үҙҙәренең рух ныҡлығы, берҙәмлеге, тырышлығы менән Вәлиевтәр донъяларын тергеҙә.

Оҫта ҡуллы Ғәбиҙә апай яратҡан шөғөлдәренән һис айырылмай: сигеү, тегеү эштәре күңел талабына әйләнгән.

– Һуңғы ике йылда Республика халыҡ ижады үҙәгендә ойошто­ролған “Селтәр” студияһында (етәксеһе – Фатима Хәйретди­нова) шөғөлләнәм, үҙемдең ҡул эштәре өлгөләре менән таныштырам. Мине йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә саҡыралар, – ти ул. – Йәштәрҙе тамбур, элмә, тултырма ысулдары менән сигергә  өйрәтәм. Элмә ысулын бигерәк оҡшаталар.

Ижад кешеһе һәр ваҡыт эҙләнә, яңылыҡҡа ынтыла, башҡа оҫталар менән аралаша, шул рәүешле үҫешә лә.

– Минең бик күп ижадташтарым бар, улар менән бәйләнештә торам. Тыуған яҡтарыма барған һайын яңы элементтар табам, музейҙарға йөрөп, боронғо кос­тюм­дарҙы ҡара­йым, – тип һөйләй Ғәбиҙә апай.

Ҡурған башҡорттарының милли кейем өлгөләрен, кейем аксессуар­ҙарын тергеҙеп, республикала, сит төбәктә йәшәгән милләттәш­тәре­беҙгә күрһәтеү, киләһе быуындарға тапшырыу бурысын башҡара за­мандашыбыҙ. Боронғо фотоларҙан, интернеттан, музей өлгөләренән яңынан-яңы сигеү формаларын табып өйрәнә, совет осоронда сыҡҡан тауарҙарҙы заказ менән алдырып, милли күлдәктәр тегә.

Ҡатын-ҡыҙ, өләсәй, хужабикә булараҡ донъя мәшәҡәттәрен алып барырға ла, ҡул эштәрен юғары оҫталыҡ менән башҡарырға ла өлгөргән Ғәбиҙә апайға хайран ҡалырлыҡ. Ә бит ауылда эш-мә­шәҡәттең осо-ҡырыйы юҡ: ҡош-ҡорт үрсетһенме, мал-тыуар ҡара­һынмы, йәшелсә-емеш үҫтер­һен­ме... Балаларың, ейән-ейән­сәр­ҙәрең ҡайтып төшһә, уларҙы ла тәмле аштарың, һый-хөрмәтең менән ҡаршы алырға кәрәк. Ба­рыһына ла өлгөрә уңған хужа­бикә. Балаларының, кейәү-килен­дәренең ихтирамын, хәстәрен тойоп йәшәй.

– Йәшлек вайымһыҙлығы ар­ҡаһында Башҡортостанға тәүҙәрәк күсенмәгәнебеҙгә үкенәм, иртәрәк башлаған булһам, күберәк эшләп өлгөрөр инем, – ти оҫтабикә. – Үҙ милләттәштәрең араһында иркен һөйләшеп, аралашып йәшәүгә етәме һуң!

Ҡул эштәре оҫтаһы әлеге көндә Ҡурған башҡорттарына хас милли костюмдарҙың биш төрлө вариантын яңыртып тергеҙгән. Бынан тыш, яҫтыҡ тыштары, япмалар, ашъяулыҡтар, алъяпҡыстар тегә, үҙ яғына ғына хас башҡорт орнаменттары менән биҙәкләп сигә.

2020 йылда, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш­ланғысы һәм республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөлә беренсе “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Ғәбиҙә апай ҙа конкурста көсөн һынап ҡараны һәм “Башҡорт милли костюмы – реконструкция” номинацияһында 2-се урынды яуланы.

Былтыр икенсе “Тамға” ойошторолдо. Конкурс айырыуса ҡыҙыу барҙы: конкурсанттар һаны 200-ҙән ашыу булып, шуларҙан 36 эш финалға сыҡты. Ғәбиҙә Ғибәҙулла ҡыҙына тағы ла уңыш йылмайҙы: мәртәбәле 2-се урынға лайыҡ булды.

Әлбиттә, еңеүҙәр еңел бирел­мәй. Эргәңдә һине илһамлан­дыр­ған кешең бар, күңелең тыныс бул­ғанда ғына бар булмышың менән ижад итергә мөмкин. Хәмит Абдул­ла улы бөтә яҡлап та ҡаты­нына ярҙам итә: бергәләп кон­курстарҙа ҡатнаша, күргәҙмәләргә, һәр төрлө сараларға йөрөй, эштәрен социаль селтәрҙәрҙә күрһәтә.

Рухлы, тыуған төйәгенең милли ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡ­лаған, яҡлаған, таратҡан, данла­ған башҡорт ҡатын-ҡыҙы ул Ғәби­ҙә Вәлиева. Уға һаулыҡ, илһамлы ижад, яңы уңыштар теләйек.

 

Минира БИКӘНӘСОВА.

Читайте нас: