Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Апрель 2022, 20:00

Бәхил бул, Спартак ағай!

Беҙ уның менән 2010 йылдың 12 июнендә Торатау башында танышҡайныҡ...

Бәхил бул, Спартак ағай!
Бәхил бул, Спартак ағай!

Ҡайғылы хәбәр килде – ауыл эшсәне һәм йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм тарихсы Спартак Мөжәүир улы Ильясов вафат.

Учалы районында тыуып үҫеп, ауыл хужалығын күтәреүгә күп көс һалған, хаҡлы ялда ныҡлап яҙыусылыҡ эшенә тотоноп китеп, әҙәбиәт һәм тарих һөйөүселәргә бик бай тарихи-художестволы әҫәрҙәр ҡалдырған уҙаман баҡыйлыҡҡа күсте. Яҙыусының айырыуса "Биғылый" әҫәре киң танылыу яуланы, уның буйынса ҡуйылған спектакль тамашасыны битараф ҡалдырманы.

Спартак Мөжәүир улы менән 2010 йылдың 12 июнендә Торатау башына менгән ваҡытта танышҡайным. Ул саҡта әле бер генә китап авторын мин танып-белеп тә бөтмәй инем. Фотоаппарат тағып алып, әхирәтем менән төрлөсә ҡыланып фотоға төшкәндә яныбыҙға килде лә: "Ҡыҙҙар, мине ошо Башҡортостан флагы менән фотоға төшөрөгөҙ әле. Аҙаҡ миңә ебәрерһегеҙ, йәме", – тине үҙе менән таныштырып. Уның теләген үтәнек тә шул урында һаубуллаштыҡ, адрес-фәлән белешергә башҡа килмәгән.

Өфөгә ҡайтҡас та байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бер мәл фотографияларҙы барлап-рәтләп ултырғанда Спартак ағайҙың республика флагын тотҡан рәсеме күҙгә салынды. Вәғәҙә иҫкә төштө. Уның Учалылағы телефонын табып шылтыраттым. Ул бик ҡыуанды, рәхмәт әйтте. Адресын яҙып алып, фотоны конвертҡа һалып, үҙенә ебәрҙем.

Вәғәҙә – иман. Алғандыр тип ышанам, күңелем тыныс. Бөгөн архивымды аҡтарып сыҡтым – йәл, ул фотоһүрәт минең үҙемдә һаҡланмаған.

Бәхил бул, әҙип! Тыныс йоҡла, ватандаш!

Фото yanbibl.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: