Бөгөн танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Юлай Хәмит улы Үҙәнбаҽв 1967 йылдың 3 апрелендә Башҡортостандың Мәләүез районы Түләк ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан йыр-моңға тартылып үҫә, гармунда оҫта уйнай. Апаһы – Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева туғанын Өфөгә алып килеп, һәләтле балаларға тәғәйенләнгән Урта махсус музыкаль мәктәпкә уҡырға урынлаштыра.
Артабан Юлай Үҙәнбаев Өфө сәнғәт училищеһын, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй.
Юлай Үҙәнбаев ижад иткән йырҙарҙы башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары яратып башҡара, уның спектаклдәргә яҙған йырҙары ла бик ҙур популярлыҡ яулай.
Бына тиҫтә йылдар элек, Юлай Хәмит улы Сибай театрында эшләгән осорҙа, композитор менән әңгәмә ҡорорға тура килгәйне. Шул саҡта һөйләгән бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫемдә ныҡ уйылып ҡалған.
“Көй нисек тыуа? Һәр бер йырға үҙенсәме?” тигән һорауыма яуап итеп, ул былай тип һөйләгәйне: “Эйе, төрлөсә була. Ҡайһы берҙә шиғырҙы уҡыу менән күңелдә үҙенән-үҙе көй урғыла башлай. Бер мәл кисләтеп кенә эштән ҡайтып киләм. Ҡараһам, ерҙә бер ҡағыҙ киҫәге ята. Шиғыр икәнен күреп, эйелеп алдым. Унда “Йылғалар төнөн һөйләшә” тигән шиғыр яҙылған ине. Тәүге юлдарын уҡыу менән күңелдә көй тыуҙы. Ул саҡта мин был шиғырҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримдеке булыуын да белмәй инем, һуңынан ғына белдем...”
Маэстроны тыуған көнө менән ҡотлап, ижади ҡаҙаныштар, илһам шишмәһенең сылтырап ағыуын теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".