Тобольск ҡалаһында йәшәгән Шәйҙулла Хәмиҙуллин бына ошондай матур итектәр тегеү оҫтаһы булып танылған.
Иҫ киткес ҙур тырышлыҡ, ваҡыт, көс һәм таһыл талап иткән был шөғөл менән Шәйҙулла Хәмиҙуллин тиҫтә йылдар шөғөлләнә: төрлө музейҙарҙа, күргәҙмәләрҙә булып, боронғо биҙәктәрҙе өйрәнә.
Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһының Дәүләт тарих музейында һаҡланған XIX быуат башына ҡараған итектәрҙе нәҡ төп нөсхәһе кеүек итеп эшләүгә өлгәшкән ул. Шулай уҡ музей экспонаттарына ҡарап, Себер татарҙары ҡатын-ҡыҙҙарының һарауысын тергеҙгән.
Шәйҙулла Хәмиҙуллиндың һәр эше – ҡабатланмаҫ ижад өлгөһө. Уларҙың ҡайһы берҙәрен эшләүгә ике ай самаһы ваҡыты китә. Сигеп биҙәк һалыу өсөн үҙ алымын булдырған, хатта үҙе станок та уйлап тапҡан.
Фотолар: Ш. Хәмиҙуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.