Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“ФормART” стрит-арт фестивале старт алды

Ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

“ФормART” стрит-арт фестивале старт алды
“ФормART” стрит-арт фестивале старт алды

Быйылғы “ФормART” фестивале Рәсәй төбәктәре һәм халыҡтарының мәҙәни мираҫын сағылдырыуға арнала. Маҡсаты – урам сәнғәтен үҫтереү, йәш рәссамдарға ярҙам күрһәтеү, уларҙы ҡала йорттарын художестволы биҙәүгә йәлеп итеү.  

Фестивалдә ҡатаншыусылар “Волга буйы федераль округы субъекттары халыҡтарының художестволы кәсебе һәм һөнәре”, “Волга буйы федераль округының күп милләтлелеге һәм этномәҙәни күптөрлөлөгө”, “Тарихи һәм мәҙәни мираҫ”, “Заманса стилләштереүҙә ғәҙәти художестволы образдар” һәм “Этномәҙәни футуризм” темаларының береһен һайлап алып, стрит-арт объекттары булдырырға тейеш.

Һайлап алыу этабы 1 апрелдән 31 майға тиклем дауам итә. Был арауыҡта formartpfo.ru сайтында 18 – 35 йәшлек стрит-арт рәссамдарҙан заявкалар (тултырылған анкета, конкурс эшенең эскизы) ҡабул ителә.

Конкурс финалистары үҙ төбәгендәге ҡалала берәй йорт стенаһында һүрәт төшөрәсәк. Эш барышы фото һәм видео рәүешендә проект сайтына һалына, ә еңеүселәр быйыл көҙ йәмәғәт тауыш биреүе ярҙамында билдәләнә. I, II и III урын яулағандар 100 һумдан 200 һумғаса аҡса менән бүләкләнсәк.

Фото: metcool.ru 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в