Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2022, 09:57

“Мираҫ” ансамбле Себерҙәге яҡташтарға ашыға

Коллектив Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарына концерт менән юллана.

Фото – социаль селтәрҙән.
Фото:Фото – социаль селтәрҙән.

Баш ҡалабыҙҙың “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле “Донъя төҫтәре” исемле программа тәҡдим итә. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Беҙ – Рәсәй” федераль программаһына ярашлы ижад ителгән.

“Мираҫ”тың Ямалдағы, Ханты-Мансиҙағы гастролдәре бөгөн башланып, 16 апрелгә ҡәҙәр дауам итә. Концерттар Себер тарафтарындағы Ноябрьск, Федоровка, Когалым, Түбәнге Сортым, Сорғот, Нефтеюганск, Лангепас, Нижневартовск, Мегион һәм Лянтор ҡала-ҡасабаларында ойошторола. Был гастролде “мираҫ”тар Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеүгә һәм  ансамбль төҙөлөүгә 30 йыл тулыуға бағышлай.

Илдең мәҙәниәт министры Ольга Любимова әйткәнсә, бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы заманса мәҙәниәттә үҙен бик мөһим һәм ҙур ихтыяж менән файҙаланылған сара итеп күрһәтте. План театрҙарҙың, милли ижади коллективтарҙың сығыштарын үҙ эсенә ала, уның географияһы торған һайын киңәйә, унда ҡатнашыусылар ҙа арта бара.

Әйтеп китергә кәрәк, проекттың төп маҡсаттарының береһе – халыҡ ижадын һәм театр сәнғәтен һаҡлау, популярлаштырыу. Был быйыл, Рәсәй халыҡтарының халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы тип нарыҡланған осорҙа,  бигерәк тә көнүҙәк булып яңғырай. Күп милләтле Ватаныбыҙ халыҡтары үҙебеҙҙең дә, сит илдәрҙең дә профессиональ  халыҡ һәм театр сәнғәте ҡаҙаныштары менән танышыу мөмкинлегенә эйә була.

“Мираҫ”тарҙың “Донъя төҫтәре” програм­маһына башҡорт, татар, казак, ителмән, йәһүд, төрөк, Ҡырым татарҙарының бейеү-йырҙары, вокал-хореография композициялары ингән. “Берҙәм ғаиләлә” тигән халыҡтар дуҫлығын сағылдырған бейеү программаның айырым бер биҙәге булып тора. Башҡорттоң ҡурайы менән ҡыл-ҡумыҙы иһә тылсымлы моңдар иленә алып китә. Һалҡын Себер яҡтарында йәшәгән яҡташтар, ватан­даштарыбыҙ, талантлы Башҡортостан артистары сығышын ҡарап, күңелдәрен яҙғы нурға, моңға, наҙға сорнаһын әйҙә!

 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Читайте нас: