Болоттар, болоттар... Кемдәр генә бала сағында болоттарға ҡарап хыялланманы икән дә кемдәр генә шул болоттарҙан үҙҙәренең уй-хыялдарын һүрәтләмәне икән? Мин дә – шул балалар төркөмөнән. Бәлки, ниндәйҙер кимәлдә буласаҡ һөнәремде һайларға болоттарҙың да йоғонтоһо булғандыр. Мин – биҙәүсе-рәссам. Яратҡан эшем, ғаиләм, балаларым бар. Бер уйлағанда барыһы ла ябай, үҙебеҙҙең башҡорт ғаиләһе.
Шүлгәнташ, Шүлгән мәмерйәһе – бала саҡтан, мәктәп йылдарынан уҡ ишетеп үҫкән һүҙҙәр. Барырға, күрергә ара бик алыҫ. Миәкәнән Бөрйәнгә барып ҡара әле? Элегерәк техникаһы ла булманы бит. Үҫеп еттек, балалар ҙа үҫте. Алыҫ-алыҫ яҡтарҙан ҡунаҡҡа дуҫтар ҙа килгеләй башланы. Ҡазандан килгән дуҫтарыма теге йәйҙә “бәләкәй ҡуласа” – Стәрлетамаҡ – Ишембай – Нөгөш – Йомағужа – Мораҙым – Шүлгәнташ – Сермән – Архангел – Стәрлетамаҡ маршруты менән Көньяҡ Башҡортостанды күрһәтергә булдым.
Барыһы ла матур: тәбиғәт, урман-тауҙар, йылғалар, ғорур ҡаялар. Ҡунаҡтар бар нәмәгә һоҡланып, ҙур тәьҫораттар алып йөрөнө. Йылҡысыҡҡан күленә еткәс, үҙем дә, скульпторыбыҙ Өлфәт ағай Ҡобағошов ҡулдары менән эшләнгән Аҡбуҙаттың һынын күреп, ҙур ғорурлыҡ тойҙом. Аллаға шөкөр, ниһайәт, мәмерйәне үҙебеҙҙең башҡорт тарихына бәйләгәндәр икән, тип уйланым (Шүлгәнташҡа өсөнсө тапҡыр барыуым ине). Шуныһына ла ҡыуандым: мәмерйәгә тиклем барған юл буйында “Урал батыр” эпосынан, ҡыҫҡартылған вариантта булһа ла, матур ғына итеп стендтар эшләнгән. Ҡунаҡҡа килгән сәйәхәтселәрҙе милләтебеҙ ҡомартҡыһы менән әҙме-күпме таныштырырға тырышҡандар.
Барып еткәс, төркөм менән мәмерйәгә инә башлағанда уҡ башҡорттоң Шүлгәненән бер нәмә лә ҡалманы, китте Капова, карстовые, археология, древность, первобытные, рисунки һәм башҡалар, шуның менән экскурсия ла бөттө... Ә ҡайҙа һуң беҙҙең эпостар, ҡайҙа тарих? Телгә алыусы ла юҡ! Бындай хәлгә беҙ үҙебеҙ ҙә ғәйеплелер, моғайын. Еребеҙ менән ҡулланыусыларға талаптар ҡуя белмәйбеҙҙер!
Ярай әле экскурсия бөткәс мәмерйә алдында бер аҙ фотоға төшөргә рөхсәт итәләр. Шул арала ғына төшөрөп алған фотоһүрәттәрҙе Стәрлегә ҡайтҡас яйлап ҡарап ултырған саҡта шаҡ ҡата яҙҙым. Иғтибар итеп кенә ҡарағанда, олатайҙарҙан мираҫ булып килгән “Урал батыр”, уның хронологик дауамы булып иҫәпләнгән “Аҡбуҙат” эпосының һуңғы өлөшө тап Шүлгән таштарында тәбиғи рәүештә тасуирланған икәнен күрҙем. Үҙемдең күҙәтеүҙәремдең һөҙөмтәһе итеп, аңлатмалар менән ҡурсаулыҡта төшөрөп алған фотоһүрәттәремде һалам (фото).
Әлеге көнгә тиклем “Аҡбуҙат” эпосы шиғри-сәсмә формала йәшәгән башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы тип билдәләнде. Бәлки, был ҡомартҡы, шиғри-сәсмә форманан тыш, тәбиғи-монументаль формаға ла эйәлер? Ошо йүнәлештә лә эҙләнеүҙәргә урын бар түгелме? Был ҡая-таштарҙың тағы ла сер һаҡлаған мөйөштәре барҙыр, “Шүлгәнташ” та таш ҡына түгел, ысынында беҙҙең “Аҡбуҙаттың Һарайы” түгелме икән? Уны, бәлки, маңлай күҙе менән дә, күңел күҙе менән дә, йәғни берҙәм итеп күрә белергә генә кәрәктер?! Әлбиттә, был минең шәхси ҡарашым. Фотомонтаж, ялған тиеүселәргә әйтер һүҙем шул: халыҡ хәтере, халыҡ ҡомартҡыһы менән шаярыу урынһыҙ ул.
Белеүебеҙсә, 2022 йыл бөтә ил күләмендә “Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡылары йылы”, ә Башҡортостаныбыҙҙа “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” тип иғлан ителде. “Урал Батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостарының текстары (йөкмәткеһе) донъя күләмендә архаик фольклор һәйкәле тип танылды, ә әлеге көндәрҙә шул тиклем ҙур сығымдар менән төҙөлөп бөтөп барған “Шүлгәнташ” музей комплексында сит ил оҫталары эшләгән макеттар араһында беҙҙең милли ҡомартҡыға ла урын табылырмы икән, тигән һорау ҙа тыуып ҡуя.
Күҙәтеүҙәрем дөрөҫ юлдамы, әллә хыялланыусы рәссам ғынамынмы – уныһы һеҙҙең хөкөмгә.
Әсғәт БӘШИРОВ,
тыуған яҡты өйрәнеүсе,
биҙәүсе-рәссам.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.