Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2022, 09:58

“Һәр кем хужа тормошона...”

Уралия Хисмәтуллина Башҡорт дәүләт университетында, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 3-сө курсында уҡый. Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылы ҡыҙы.

Мәктәптә уҡыған сағынан шиғыр яҙыу менән мауыға. Университеттың “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә йөрөй. Сит телдәр менән ҡыҙыҡһына, ҡытай телен өйрәнә башлаған.

 

 Айырым тормош ҡорайыҡ

 

Ышанам, һин булдырырһың,

Һин – тырыш, аңлы, сыҙам...

Һинең хәлдән барыһы килер,

Мин ситтән ҡарап торам.

 

Ҡыҫыла алмам тормошоңа,

Мин унда артыҡ һымаҡ.

Ваҡытыңды алмам бушҡа,

Мин түгел һинең ҡунаҡ...

 

Һағынһам да, илаһам да,

Килмәм, хатта өндәшмәм.

Ышан, мин бәхетле һинһеҙ,

Ауырлыҡтан бөгөлмәм.

 

Ҡыҙыҡ булһа тормошом,

Һин дә күҙәт, тик ситтән.

Өмөт бирмә, ҡоролошом

Емерелер бер кистә.

 

Яңылыш бер осраштыҡ тиң,

Ник осраштыҡ? Ни ғәйеп?

Уйлайһыңдыр: хәтереңдән

Был көн юйылһын тиеп.

 

Яңғыҙ ҡатын

 

Һалҡын көҙ айы. Баҡсала

Яңғыҙ бер ҡатын.

Башын түбән эйгән, әллә

Уҡый үлем хатын?

 

Тик юҡ уның ҡулдарында

Хат та, яҙыу ҙа.

Йылдағынан әсе елдәр...

Күңел – ярһыуҙа.

 

Сал сәстәрен ҡаплап торған

Зәңгәр яулығы төшкән,

Ауырлыҡтан һырҙар баҫҡан,

Йылы киткән йөҙөнән.

 

Һалҡын ҡарашы төшә

Һаман да усына...

Ниндәй хәсрәтле уйҙар

Килә икән башына?

 

Ҡыбырламай. Эскәмйәлә

Ултыра яңғыҙ ҡатын.

Бер ҙә күрмәй йүгерешкән,

Сыулышҡан кеше затын...

 

Яҙмыш – беҙҙең ҡулда

 

“Була торған хәл”, – тиһең һин,

Ә мин әйтәм: “Булмаһын!”

Һәр кем хужа тормошона,

Ҡурҡыуҙар артта ҡалһын.

 

Яҙмыш тигәне икеле,

Минут һайын үҙгәрә.

Ниндәй ауыр хәл булһа ла,

Кеше әмәлен белә.

 

Һыуҙан ҡасҡан ялҡын кеүек,

Әҙәм ҡаса үлемдән.

Ә шулай ҙа берәү белмәй,

Кемгә күпме бирелгән.

 

Иң мөһиме бына нимә:

Ҡәҙерләү тормошоңдо,

Яҡындарыңды, күршеңде,

Үтеп барған кешене.

 

Һәр саҡ тик йылы өләшеү,

Яғымлы, матур һөйләшеү,

Ярҙамға әҙер булыу,

Донъяға бәхет һибеү.

 

Уралия ХИСМӘТУЛЛИНА,

БДУ студенты.

Читайте нас: