Кискә тиклем ваҡыты бар ине Айҙарҙың. Хәкимә төштән һуң эштә булам, тине, һуң ғына бушай. Шуға Талҡаҫтан ҡайтышлай юл ыңғайында ятҡан Татлыбай ауылына һуғылырға булды. Унда Рәмил исемле дуҫы йәшәй. Ул ауыл хужалығы институтын тамамлап, ошо ауылда зоотехник булып эшләп йөрөй. Өйләнде, бер улы бар. Күберәк Рәмил Баймаҡҡа килгән саҡта ара-тирә осрашып торалар, һуңғы бер йылда ғына күрешкәндәре юҡ – икеһенең дә ваҡыты булманы. Айҙарҙың да Татлыбайға барып сығырға һис тә юлы төшмәне. Әле шылтыратҡайны, Рәмил бик ҡыуанып китте, кил дә кил, тип сат йәбеште.
Юлда Рәмил менән студент саҡтарында ойошторолған байрамдарҙы хәтерләне Айҙар. Өфөлә йәшәгән берәй курсташының ата-әсәһе ҡайҙалыр ҡунаҡҡа йәки ялға китһә, уларҙың фатирында аулаҡ өй үткәрә торғайнылар. Бик күңелле була ине ул байрамдар. Хәҙер осрашһалар, шул мәлдәрҙе иҫләп бер булалар. Ошоларҙы хәтерләгәс, Айҙар, магазинға һуғылып, шарап, шоколадлы кәнфит алды.
Айҙар килеүгә дуҫтары яңы һалынған ҙур өйҙәренең киң залында матур табын әҙерләгән ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, сисенгәс, Айҙар ҡулындағы күстәнәстәрҙе Рәмилгә тотторҙо. Дуҫы, уларҙың ауыр ғына икәнен тойоп, шунда уҡ асып ҡараны, шунан кәнфиттәрҙе генә алды ла, класташын аптыратып, ҡалғандарын кире һуҙҙы.
– Былары кәрәкмәй.
– Ниңә? – тип ғәжәпләнде Айҙар. – Студент саҡтарҙы хәтерләп алайыҡ әҙерәк.
– Мин намаҙға баҫтым бит, – тип йылмайҙы Рәмил. Айҙар был яңылыҡҡа ғәжәпләнергә өлгөрмәне, өйгә таныш түгел йәш ҡатын килеп инде. Рәмил, уны күреп, бәхетле йылмайып ебәрҙе, ҡосаҡлап алды, шунан Айҙарға боролдо:
– Беҙ икебеҙ ҙә намаҙҙа, – тине Рәмил. – Таныш бул, минең кәләшем – Ләйлә. Ә был минең класташым – Айҙар. Һиңә уның хаҡында һөйләгәнем бар. Следователь!
Ләйлә тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла ирҙәрҙе ҡул йыуырға, шунан табын артына саҡырҙы. Был йәш ҡатындың бында йөрөүе Айҙарҙы аптыратҡаны шул: уның белеүенсә, бер йыл элек кенә Рәмилдең тормош иптәше студент саҡтарынан таныш Рәзилә ине. Ҡайһы арала айырылышырға ла, яңы кәләш алырға ла өлгөргән? Матур ғына малайҙары бар ине. Татыу йәшәйҙәр кеүек ине. Ниңә айырылышҡандар? Ниндәйҙер хәбәр ишетелеп ҡалғайны һымаҡ. Тик эшенә күмелгән Айҙар уларға артыҡ иғтибар итмәне. Ниндәй генә ғәйбәт йөрөмәй район эсендә, тип шунда уҡ онотто. Баҡһаң...
Дуҫының был көтөлмәгән яңылыҡтарға шаңҡып ҡалғанын күреп, залға ингән саҡта Рәмил әкрен генә уның ҡолағына шыбырланы:
– Аптырайһыңмы? Аҙаҡ аңлатырмын!
Табын артында һүҙ бәйләнмәне. Айҙар әле ишеткән яңылыҡтанмы, әллә үҙе өсөн сит ҡатындан ҡаушап ҡалдымы, ни тураһында һөйләшергә лә белмәне. Рәмилдең элекке кәләше Рәзилә студент саҡтарындағы аулаҡ өйҙәрҙә әүҙем ҡатнаша торғайны, ул булғанда, хәтерләп алырлыҡ ваҡиғалар баштан ашҡан ине. Ә был таныш түгел ханым янында нимә һөйләшәһең? Етмәһә, динле икәнен күрһәтеп, оҙон күлдәк кейеп алған, яулыҡ ябынған. Уның янында нимәне генә иҫкә алһаң да, гонаһ булыр кеүек. Ни тиһәң дә, студент саҡтарында саманан сығып шаяра инеләр бит.
Шуғамы икән, Рәмил дә табын артында Өфөлә уҡыған осор хәтирәләренә бер тапҡыр ҙа ҡағылманы, үҙенең бөгөнгө тормошо хаҡында һөйләне. Фирма асҡан, уның әйтеүенсә, Алла ярҙамы менән, һыйырҙар, һарыҡтар, ҙур ғына ер һатып алған. Ауырлыҡтар бар, әммә эштәре ярайһы ғына уңышлы бара. Бына күптән түгел генә яңы өй һалып ингән. Ләйлә һүҙгә ҡушылманы, табын менән шөғөлләнде. Уның итәғәтле ҡиәфәте бер секундҡа ла китмәне. Рәмил менән ураған һайын бер-береһенә ҡарашып, өндәшмәй генә бәхетле йылмайышып алыуҙарына ла иғтибар итте Айҙар.
Ә үҙе хаҡында ни һөйләргә лә белмәне ул. Өйләнергә йөрөүен әйтеп торманы, сөнки был мәсьәлә һуңғы осор ҡуйы томан эсенә инеп, ҡайҙалыр алыҫҡа шылды кеүек. Буранлыла, Талҡаҫта ни ҡарап йөрөүе тураһында ла асыла алманы. Эш буйынса, тиеү менән сикләнде.
Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Рәмил өй эсен күрһәтеп сыҡты ла ишек алдына саҡырҙы, баҡсаны, мунса-ҡураны ҡарап инергә тәҡдим итте. Үтеп барышлай Рәмил, кәрәкмәгән нәмәгә ҡулын бысратыуҙан ҡурҡҡан ише, ишек төбөндә торған пакетҡа төртөп күрһәтте:
– Быларҙы ал, – тине, – машинаңа ҡуйырһың.
Айҙар, тәртип боҙоп уҡытыусыһына эйәргән уҡыусы һымаҡ, ғәйепле төҫ менән пакетты тотоп, Рәмил артынан тупһаға сыҡты. Дуҫы постамент кеүек бейек урында туҡтап ҡалды, шунан ҡулдарын йәйеп, бәхетле йылмайып, тирә-яғына күрһәтте.
– Бына ошо инде минең донъя!
Уның йорт-ҡаралтыһы, ысынлап та, ғорурланырлыҡ ине. Ихатаның өйгә ҡаршы яғында ыҡсым ғына мунса ултыра. Уға төртөлөп, гараж менән усаҡлыҡ урынлашҡан. Ары ҙур-ҙур һарайҙар теҙелгән. Быҙауҙар өсөн айырым урын әҙерләнгән. Баҡсаның арғы осонда, ҡойма артында, умарталар ҙа күренә.
– Әллә бал ҡорто ла тотаһыңмы? – тип ғәжәпләнде Айҙар.
– Үҙем өсөн генә. Тик бына уйлап йөрөйөм әле. Бик төшөмлө һөнәр күренә, умарталарҙы киңәйтергә иҫәп бар. Махсус кеше алып ебәрәм дә...
– Бындай донъяны ҡай арала төҙөргә өлгөрҙөң? – тип аптыраны Айҙар. – Һөйләнгәнең юҡ ине. Ҡайҙан шул тиклем аҡса алдың?
– Алла ярҙамы менән, – тине Рәмил бик етди тауыш менән. – Ышанаһыңмы-юҡмы, намаҙ уҡый башлағас, бигерәк тә, күпләп хәйер-саҙаҡа өләшкәс, уйламаған ерҙән аҡса килергә тотондо.
– Нимә, ҡыйынлыҡтар бөтөнләй юҡмы? – тип һораны Айҙар, дуҫына ышанмайыраҡ.
– О! Ҡыйынлыҡтар аҙым һайын. – Рәмил йөҙөн сирҙы. – Һалым менән аптыраталар. Иген үҫтерәм, ә быйыл ҡоролоҡ булды. Бушҡа киткән аҡсаны ҡаплар өсөн кредит алғайным, страховка түләмәйҙәр, табалар сәбәбен. Бер юлы дүрт-биш ойошма менән судлашам. Аҡыллы юрист кәрәк миңә. Бер йәш егетте алғайным. Хөрт эшләй. Әйҙә, кил миңә юрист булып. Ташла ҡаланы! Бергәләп ауылды күтәрәйек! Ә, Айҙар?!
Айҙар көлдө:
– Ярай, уйлармын. Тимәк, бөтәһе лә ал да гөл түгел.
– Ауырлыҡтар бар, – тине Рәмил. – Әммә мөмкинлектәр ҙә күп бит. Тоя белергә, күрергә генә кәрәк.
– Ярай, нисек байығыуың менән тағы маҡтанырға өлгөрөрһөң, – тип туҡтатты дуҫын Айҙар. – Һин шуны әйт: ҡайһы арала Рәзилә менән айырылышып, яңы кәләш алырға өлгөрҙөң? Ниңә айырылыштығыҙ?
Рәмил, был һорауҙы көтмәгәндәй, ҡапыл ныҡ етдиләнеп, дуҫына ҡарап алды ла ихата төбөндәге эскәмйәгә ултырырға саҡырҙы. Килеп урынлашҡас, һүҙҙе ниҙән башларға белмәгәндәй, өндәшмәй ултырҙы. Ҡараштары уйсанланды.
– Минең был хаҡта бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ. Ә тойғолар күңелде өйкәп тик тора. Асылайым әле аҙыраҡ. Һин генә мине аңларһың кеүек. – Рәмил тағы бер аҙға тынып ҡалды. – Мин бит Ләйләне студент саҡтарынан беләм. Ул осор Рәзилә менән ғашиҡ булышып, өйләнешергә йөрөй инек. Кәләшемде ауылға алып ҡайтып, атай-әсәйемә күрһәттем, улар оҡшатты. Рәзиләнең ата-әсәһе менән таныштым, улар ҙа мине яратты. Әле туй хаҡында һөйләшмәһәк тә, эш шуға табан бара ине. Шул осор Ләйләне осраттым. Беләһеңме, уға тиклем минең менән улай булғаны юҡ ине. Рәзиләгә мин ғашиҡ, тик оҡшаған ҡыҙҙар ҙа күп ине. Йәш саҡта шулай бит. Саҡ ҡына матур ҡыҙ күрһәң, йөрәк елкенә башлай. Ләкин Ләйләне күреү бөтөнләй икенсе төрлө булды.
Рәмил бер аҙға тынып ҡалды. Шунан тәрән итеп тын алды ла һүҙен дауам итте.
– Һин бит беләһең, мин студент саҡта төҙөлөштә эшләп, иҫке булһа ла машина һатып алдым. Көн дә институтҡа шуға ултырып бара инем. Ул көндө ниңәлер иртәрәк торҙом да йәйәү киттем. Машинам да боҙолмаған ине, ниңә автобус менән барырға булдым – үҙем дә аңламайым. Кәрәкле транспорт оҙаҡ булманы. Туҡталышта торам, матур-матур ҡыҙҙарға күҙ һирпеп кенә ҡарайым. Рәзиләне үлеп яратам кеүек ине, был ҡыҙҙарҙың береһе лә минең һөйгәнемдең тырнағына ла тормай, тип уйлайым. Шул мәлдә... – Рәмил фекерен нисегерәк әйтергә белмәйенсә туҡтап алды. – Шул мәлдә... мөғжизә булды... Ысын. Күмәк кеше араһынан күҙҙәрем бер ҡыҙҙы тотоп алды. Ғәҙәттә, ҡыҙҙарҙың сибәрлеге, матур кәүҙәһе үҙенә йәлеп итә. Ә был ҡыҙ матурмы, фигураһы нисек? Мин уларын күрмәнем, уның күҙҙәренә генә иғтибар иттем. Беҙҙең ҡараштар осрашты. Шул саҡ, ышанаһыңмы, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, бөтә тәнемдә ҡош тиреһе ҡалҡты, арҡам буйлап земберҙәү йүгерҙе. Мин торған еремдә ҡатып ҡалдым. Ҡыҙҙы ла минеке кеүек тойғолар солғап алғандай күренде. Ул ҡапыл туҡтаны ла миңә ҡарап тора башланы. Шул саҡ автобус килде. Уға ынтылған халыҡ ҡыҙҙы ҡапланы. Мин иҫерек кеүек, ҡайҙа баҫҡанымды белмәй, эргәләге эскәмйәгә барып ултырҙым. Башымды томан баҫҡандай булды, бер ни аңлай алмайым. Бер аҙҙан аңым асылғандай тойолдо. Томан эсенән күҙ алдына тирә-йүн, туҡталыштағы кешеләр килеп сыҡты.
– Һин шағир! – тип көлөп ебәрҙе Айҙар. – Бигерәк килештереп һөйләйһең.
– Көлкө һөйләйемме? – Рәмил уңайһыҙланып тынып ҡалды.
– Юҡ, юҡ, – тип дуҫын тынысландырырға тырышты Айҙар. – Һөйлә, артабан ни булды?
– Арымы?.. Ары... – Рәмил был минутта матур төш күреп, ҡапыл уянған кеше кеүек ине. Әйтерһең, киренән йоҡлап китергә лә әле генә кисергән мөғжизәле донъяһына яңынан сумырға теләй. Тик дуҫының һалҡын һүҙҙәренән һуң элекке хәленә инергә тартына ине, шикелле. Шуға артабан битараф тауыш менән һөйләй башланы. – Күмәк кеше араһынан күҙҙәрем ул ҡыҙҙы тиҙ тапты. Ул эргәләге эскәмйәгә килеп ултырған икән. Уны күргәс, тамағыма, ауырттырып, ҡаты төйөр килеп тығылды. Әкрен генә торҙом да ҡыҙҙың эргәһенә сүгәләнем. Икебеҙ ҙә бер ни өндәшмәйбеҙ. Мин ойоған кеүек, ни уйлап, ни кисергәнемде аңлай алмайым. Шунан ҡыҙға боролоп ҡараным да ғүмере уйламаған һүҙҙәрҙе әйттем: “Мин һине күптән эҙләнем. Нисек табылдың һин?” Шунда уҡ тамағымды ауырттырып торған төйөр юҡ булды. Донъя яҡтырып китте, башым эшләй башланы, хәҙер миңә шул аңлашылды: мин бынан һуң ошо ҡыҙһыҙ йәшәй алмайым. Ул да миңә боролдо ла: “Мин дә һине эҙләнем”, – тине. Беҙ торҙоҡ та, етәкләшеп, тротуар буйлап атлап киттек. Оҙаҡ йөрөнөк, ҡараңғы төшкәнгә тиклем. Нимә хаҡында һөйләштек – бер һүҙҙе лә хәтерләмәйем. Тап булышҡан туҡталышыбыҙға килеп еткәс, ниңәлер адрестарыбыҙҙы ла, телефон номерҙарын да алышманыҡ, осрашырға ла һөйләшмәнек. Сөнки, күрәһең, барыбер яңынан бер-беребеҙҙе табырыбыҙға ышана инек. Һәр хәлдә – мин.
Кис Рәзилә менән осраштыҡ, һәм ул көтмәгәндә үҙенең ауырға ҡалғаны тураһында әйтте. Ҡалғаны ашығып күрһәтелгән кино таҫмаһы тиҙлеге менән алға тәгәрәне. Атай-әсәйҙәребеҙ килеп етте. Кем саҡырҙы, ҡасан? Мин аңламай ҙа ҡалдым. Туйҙың ваҡыты билдәләнде, ҡунаҡтар саҡырылды. Былар бөтәһе лә томан эсендә кеүек ине. Ошо ваҡиғалар минең менән түгел, ә төштә барған кеүек тойолдо.
– Мин хәтерләйем, – тип бүлде дуҫын Айҙар. – Беҙ күрҙек уны. Һин үҙеңде бик сәйер тоттоң. Йылмаяһың, бер ни өндәшмәйһең. Беҙ шатлығыңдан үҙеңде шулай тотаһың икән тип уйланыҡ.
Рәмил тынып ҡалды. Шунан ҡапыл урынынан тороп китте, әле һөйләгәндәренән ҡотолорға теләгәндәй, йоҡоһонан яңы уянған кеше кеүек, ҡулдарын ҡырҡа өҫкә күтәреп кирелеп алды.
– Былтыр эш буйынса Өфөгә барғайным. Көтмәгәндә шул туҡталышта, шул уҡ урында осраштыҡ. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде һөйләп тормайым. Ул яҡынса тәү тапҡыр бер-беребеҙҙе күргәндәге кеүек булды. Ысын мөхәббәт, баҡһаң, тәндә түгел, йән кимәлендә ярала икән. Мәңгелек кимәлендә. Тән ҡасан да булһа үлә, ә йән мәңгелек. Беҙ шуны аңланыҡ һәм башҡаса айырылышмаҫҡа килештек.
– Ә Рәзилә менән нисек айырылыштығыҙ? – тип ҡабатлап һораны Айҙар.
Был юлы Рәмил һүҙен оҙонға һуҙып торманы. Ашыҡҡан кеше кеүек, ҡыҫҡа ғына итеп әйтеп бирҙе:
– Мин Рәзиләгә бөтәһен дә нисек булған, шулай һөйләнем. Әлбиттә, күҙ йәштәре лә булды. Аҙаҡ ул мине аңланы. Беҙ айырылыштыҡ.
Ошо ерҙә тупһала Ләйлә күренде.
– Һеҙ ҡайҙа юғалдығыҙ? Аш һыуый бит, – тине ул.
– Әйҙә! – Рәмил өйгә табан атланы.
– Туҡта! – Айҙар урынынан ҡыбырламай тора бирҙе.
– Нимә? Аш һыуына, ти бит, – Рәмил, туҡтап, Айҙарға боролдо. – Инәйек инде.
Айҙар урынынан торҙо.
– Ә һин нисек дингә бирелеп киттең?
Рәмил килеп дуҫын ҡултыҡланы ла өйгә табан әйҙәне.
– Бына мин, фирмам бар, тинем. Ләйлә һәр саҡ эргәмдә, ул – минең төп ярҙамсым. Беҙ ысынлап та – бер кеше кеүек эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ.
– Шунан? – Айҙар бер ни аңламаны.
– Шунан шул. Ләйлә бик дини. Намаҙ уҡый, мәҙрәсә бөткән. Ҡөрьәндең күп урындарын яттан белә. Аллаһ тураһында, дин тураһында күп һөйләне. Мин ҡыҙыҡһынып киттем. Күп нәмәне аңланым. Шунан үҙенән-үҙе килеп сыҡты, әкренләп намаҙға баҫтым. Бына шулай.
Рәмил һөйләгәндәргә шаҡ ҡатҡан Айҙар үҙе тураһында уйланы. Ул үҙе лә Рәмил хәлендә түгелме ни? Әлбиттә, дуҫы кеүек килештереп һөйләй алмаҫ ине, әммә ул да Хәкимәне осратҡас, шундайыраҡ тойғолар кисерҙе бит. Айыҡ аҡыл менән үҙенә аңлата, Хәкимә уға пар түгел, уның балаһы бар, ҡатыраҡ холоҡло, ғаилә ҡоролошона ла ҡараштары тап килмәй кеүек. Сания бөтә яҡтан Айҙар күҙ алдына килтергән киләсәк тормошона яраҡлы. Тик күңеленән Хәкимә сыҡмай. Тәне бер нәмә уйлай, йәне икенсене талап итә. Рәмил әйтмешләй, мөхәббәт йәндәр кимәлендә тыуа бит. Тән кешегә ваҡытлыса бирелә, ә йән – мәңгелек, ул бер ҡасан да үлмәй. Ниңә Айҙар йәне ҡушҡанса йәшәй алмай? Ни өсөн тәне, аҡылы ни бойора, шуға буйһона? Был дөрөҫ түгел бит! Улайһа, Айҙар, Санияға өйләнергә йыйынып, яңылышамы? Шулай булһа, ҡотоң осорлоҡ бит. Бының нимәһелер хата кеүек, тик нимәһе – аң етерлек түгел.
Аш ашағанда Айҙар бөтөнләй тынып ҡалды. Рәмил ниҙер һөйләп маташты ла, дуҫының уйсанланып киткәнен күреп, Ләйлә менән үҙ эштәре хаҡында кәңәшләшә башланы.
Сәй эскәс тә Айҙар, эшенең күплегенә һылтанып, дуҫы менән хушлашты. Икеһе лә һиҙенгәндәй булды, был уларҙың һуңғы осрашыуы ине, шикелле. Ниңә улай килеп сыҡты? Айҙар юлда шул хаҡта уйланды.
Эйе, улар икеһе ике кеше хәҙер. Тик төптән тикшерә башлаһаң, Рәмил бөтөнләй башҡа, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелгән, ә Айҙар элеккесә тороп ҡалған. Дуҫының дингә бирелеүе арҡаһында ғына түгел, уның эштәренең уңышлы барғанына ла көнләшмәй Айҙар. Иң мөһиме, Рәмил мөхәббәтен тапҡан. Быны кешеләргә әйтергә батырсылығы еткән. Бына ҡайҙа ул Рәмилде күтәргән нәмә! Ә Айҙар? Ул һаман үҙ-үҙен аңлай алмай. Хәкимә менән Санияның ҡайһыһын ысын күңелдән ярата? Кемеһе менән тормошон бәйләргә тейеш? Шуны хатта үҙ-үҙенә әйтә алмай. Сөнки ул ҡурҡаҡ! Ҡурҡаҡ!
Айҙар йән асыуы менән рулгә һуҡты. Шәп барған машина саҡ-саҡ бейек юлдан төшөп китмәне. Егет йәшен тиҙлеге менән үҙен ҡулға алды, машинаһын тура юлға сығарҙы һәм шунда ғына бер аҙ һыуынғандай булды.
Наил ҒӘЙЕТБАЙ
* (Әҫәр тулыһынса быйыл “Ағиҙел” журналында баҫыла).