

Өфө ҡалаһынан бик үҙенсәлекле “Хазина” этно-проекты НТВ каналының “Таланттар иле” тапшырыуында сығыш яһаны.
Был коллективҡа берләшкән биш ҡыҙ ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ приманың моңдарын берләштереп, аһәңле, һоҡланғыс сығыштар тәҡдим итә.
“Хазина” – ул төркөм генә түгел, үҙенсәлекле этно-проект та. Коллективтың етәксеһе Земфира Рәшитова билдәләүенсә, улар башҡорт халҡының онотолоп барған, һирәк башҡарылған йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Земфира үҙе ҡурайҙа уйнай. Башҡа ҡыҙҙарҙан Зәлиә Нурлы йырлай һәм ҡумыҙҙа, Зәлиә Ғәниәтуллина – ҡыл-ҡумыҙҙа, Гөлназ Нафиҡова – думбырала, Нәйлә Биктимерова ҡыл-ҡумыҙ примала уйнай.
Тапшырыуҙың баһалама ағзалары башҡорт ҡыҙҙарының сығышын юғары баһаланы, уларҙың боронғо менән заманса моңдо берләштереү һәләтен айырып билдәләне. Жюри айырыуса башҡорт музыка ҡоралдарының яңғырашына хайран ҡалыуын йәшермәне.
Фото: gkzbashkortostan.ru