Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 10:16

Аҫаларҙа йәйғор нурҙары сағыла

Таңһылыу Ҡарағолованың балаҫтары таң ҡалмалы!

Т. Ҡарағолованың шәхси архивынан.
Фото:Т. Ҡарағолованың шәхси архивынан.

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Таңһылыу Ҡарағолова, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен балаҫ һуғыу оҫтаһы тип таныта бара. Эштәре менән интернет селтәрендә лә уртаҡлаша, күптәр, уның һуҡҡан балаҫтарын күреп, һоҡланыуын белдерә, халҡыбыҙҙың матур кәсептәренең береһенә тотонған ханымға уңыштар теләй.

Таңһылыу – күрше Тимер ауылы ҡыҙы. Өләсәһе Бибикамал Баязитова тирә-яҡҡа балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ танылған була. “Ул буй балаҫтар, тиреүгә һуҡты. Сепрәк балаҫты беҙҙең яҡта тиреүгә тиҙәр. Өләсәйгә әсәйем дә гел ярҙам итте, беҙ – ейәнсәрҙәре лә булыша торғайныҡ. Шуға күрә был эште бала саҡтан күреп-белеп үҫтем, тип әйтә алам, әммә ныҡлап тотоноуыма күп түгел, икенсе йыл ғына әле”, – тип һүҙ башланы Таңһылыу.

Дөрөҫөн әйткәндә, был кәсепте уңған ҡатын пандемия осоронда башлап ебәргән. Өләсәһенән һәм әсәһенән күреп үҫкән шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу күңелендә һәр ваҡыт йәшәй, әммә береһенән-береһе бәләкәс балалар, йорт-ҡура мәшәҡәте менән был уйы гел артҡа шыла килә. Шулай ҙа кистәрен ғаиләһен ҡарап, балаларын йоҡларға һалғас, интернет селтәрендә башҡа оҫталарҙың эштәре менән таныша, милли кә­септең үҙенсәлектәрен, яңы биҙәк­тәр өйрәнә, төрлө фото­һүрәттәрҙе бер урынға туплап, кәрәк булыр тип һаҡлап бара. Өсөнсө балаһы – әле йәш ярымлыҡ булып йүгереп йөрөгән Ғаяз улы менән декрет ялына сыҡҡас, күңелендәге уйын тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй.

Таңһылыуҙың ниәтен тормош юлдашы Рушан да хуплай һәм улар интернет аша Әбйәлил райо­нында балаҫ һуғыу станогы һатылыуын белеп, барып алып ҡайта. Тәүҙәрәк ауылдаш ҡатындан һарыҡ йөнө һатып ала, район үҙәгенән төҫлө йөн ептәр алып ҡайта, ә бөгөн инде башлыса интернет аша заказ биреүҙе ҡулай күрә оҫтабикә.

Һәр эштең – үҙ мәшәҡәте, ауырлығы. Балаҫ һуғыу ҙа еңел хеҙмәт түгел. Ҡул көсө лә, күҙ нуры ла, ижади ҡараш та талап итә ул.

– Ҡәҙимге ҙурлыҡтағы диван яп­маһы һуғыуға бер ай, ай ярым ваҡыт китә. Ултырғыс япмалары, әлбиттә, тиҙерәк башҡарыла. Беҙ­ҙең яҡта элек-электән башлыса буй балаҫтар һуҡҡандар. Мин Дим буйы башҡорттарының сағыу би­ҙәкле балаҫтарын өйрәнеп, улар­ҙағы аҫаларҙы үҙләштерәм. Әлегә үҙемде оҫта балаҫ һуғыусы тип һанамайым, өйрәнергә, үҫергә лә үҫергә әле, Алла бирһә, – ти Таңһылыу.  

Ҡатынының шөғөлөн һәр йәһәттән хуплап торған Рушан тағы бер станок яһап биргән: быныһы йәтеш кенә, өҫтәлгә ҡуйып эшләү өсөн уңайлы.

– Башҡарған эшеңә күптәр ҡарап һоҡланһа ла, ысынбарлыҡта мәшәҡәтле генә шөғөл ул балаҫ һуғыу. Өҫтәл станогы янында баҫып эшләһәң – аяҡҡа көс төшә, ҙур станок артында оҙаҡ ултырһаң – арҡа ауырта башлай. Шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, эшләге килеп кенә тора. Шөғөлөм күңелемде үҫтерә, шуға күрә һәр яңы балаҫымды ихлас итеп, рәхәтләнеп һуғам, – ти Бөрйән ҡыҙы. Әйткәндәй, Таңһылыуҙың эштәрен күреп, апаһы менән һеңлеһе лә әлеге кәсеп менән ҡыҙыҡһынып, өйрәнеп алған.

Ҡарағоловтарҙың ғаиләһенең йәме-ҡото булып өс бала үҫеп ки­лә: Заһиҙә икенсе класта уҡый, Йәмиләгә – биш, кинйәкәү Ғаязға – 1,5 йәш. Ғаилә башлығы Рушан Мозафар улы Иҫке Монасип мәк­тәбендә информатиканан уҡыта. Таңһылыу Рауил ҡыҙы БДУ-ның Сибай институтын тамамлағас, шулай уҡ ике йыл мәктәптә эшләп ала, унан инде Хәйбулла райо­нындағы “Башмедь” йәмғиәтендә хеҙмәт юлын дауам итә. Кейәүгә сығып, бәпестәре тыуғас, үҙен тулыһынса ғаиләһенә арнай.

Әлеге ваҡытта Ҡарағоловтар үҙ көстәре менән төҙөп ингән иркен, яҡты йортта гөрләтеп йәшәй. Йәш ғаиләнең хужалығы төҙөк, донъяһы ҡотло. Йүнсел хужа өйөндә барлыҡ шарттарҙы булдырған: санузел эшләгән, һыу үткәргән. Ә инде Таңһылыу үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡ өлгөләре – аҫалы балаҫтар йортҡа йәм һәм нур өҫтәй.

Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында. Киләсәктә Таңһылыу Ҡарағолова ла Бибикамал өләсәһе ише был төбәктең оҫта балаҫ һуғыусыһы булып танылыр, тип юрайыҡ. Тилбер ҡулдарың талмаһын, күңел матурлығыңдың сағылышы булған аҫыл балаҫтарың йәйғор төҫтәре менән балҡып, уларҙы эшләтеп алған кешеләрҙең донъяһына нур һәм ҡот өҫтәһен!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА 

Читайте нас: