Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән замандашыбыҙҙы бөгөн тирә-йүндә ҡорама ҡорау оҫтаһы, маһир тегенсе тип беләләр. Алһыу Кәбир ҡыҙы ошо райондың Ғәҙелбай ауылында тыуып үҫә. Күрше Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында тегенсе шөғөлөн үҙләштерә, әммә был һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә насип булмай уға.
Ҡул эштәренә маһирлыҡ – Алһыу апайға әсәһенән бирелгән һәләт. “Әсәйем бәйләү, тегеү, сигеү оҫтаһы булды. Беҙ бала саҡта балитәкле күлдәктәр тегеп, ырғаҡ менән башлыҡтар бәйләп кейҙерә торғайны. Ул ваҡытта пряжа тигән нәмә юҡ, һарыҡ йөнөн иләп, йыуып, шунан матур итеп ҡолаҡсынлы башлыҡтар бәйләй ҙә, төҫлө буяуға манып, киптерергә элеп ҡуя торғайны. Ырғаҡты ағастан яһап алды, – тип ҡәҙерле кешеһенә бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашты ул. – Әсәйем нағышлап сигергә лә яратты. Уның сигеүле мендәр тыштары, түшәк-ҡаралты япмалары, таҫтамалдары өй эсебеҙгә йәм, биҙәк өҫтәй ине. Шуныһы үкенес: ҡәҙерле кешем йәшләй мәрхүмә булды, ә беҙ балалыҡ менән уның ҡулдары тыуҙырған ошо матурлыҡ өлгөләрен һаҡлай белмәгәнбеҙ. Ни тиклем матур, ҡәҙерле ҡомартҡы булыр ине улар...”
Ә инде Алһыу Кәбир ҡыҙының үҙенә килгәндә, тегеү эшенә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап тотона. Уның оҫта ҡулдары тыуҙырған буй юрғандар, ултырғыс япмалары күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу һәм матур. “Биҙәктәрҙе интернеттан да өйрәнәм, үҙем дә уйлап сығарам. Ҡорама ҡорауға тотонһам, йоҡлап киткәнсе күҙ алдымдан төрлө биҙәктәр китмәй. Был шөғөлөм шул тиклем оҡшай, күңелемә ял, рәхәтлек бирә”, – ти ул.
Баймаҡ оҫтабикәһе сифатлы туҡымаларға ғына өҫтөнлөк бирә, бының өсөн күршеләге Сибай ҡалаһындағы махсус магазиндарға барып, күңеленә ятҡан тауарҙарҙы һайлап алып ҡайта. Ул юрған-япмаларҙан тыш, атлас таҫмалар менән биҙәп, декоратив мендәрҙәр ҙә эшләй. Таҫмаларҙы сиратлаштырып, заманса итеп әйткәндә, бик үҙенсәлекле 3D биҙәк барлыҡҡа килтерә. Буш ваҡыттарында яҡындарына бүләккә кейем-һалым да тегә. Мәҫәлән, ейәне Ильясҡа сынъяһау итеп башҡорт милли кейеме тегеп кейҙергән егәрле өләсәй.
Быйыл Алһыу Солтангәрәева Баймаҡ районының “Ағинәйҙәр” йәмғиәте ойошторған ҡорамасылар бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын яулаған. “Конкурста ҡатнашырға киленем, һеңлем һәм әхирәтем дәртләндерҙе. Уларға ҙур рәхмәт, сөнки еңеүемә ныҡ шатландым, ул миңә дәрт-дарман өҫтәп, күңелемде үҫтереп ебәргәндәй булды”, – ти оҫта апай.
Алһыу һәм Ғәлиәхмәт Солтангәрәевтәр Баймаҡ ҡалаһында үҙ йортонда йәшәй. Уларҙың татыу ғаиләһендә ике ул үҫкән. Өлкән улдары Илдус менән килендәре Розалина Ильяс исемле ейән бүләк итеп ҡыуандырған. Кесе улдары Илфат та яҡын арала ғаилә ҡорорға йыйына.
Йәй етеү менән Солтангәрәевтәрҙең ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә: Алһыу апай бында ла үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырып кинәнә. “Ҡәйнәм, тегеү, сәскә үҫтереү менән бер рәттән, аш-һыу оҫтаһы ла, беҙҙе тәмле-татлы ризыҡтары менән һыйларға ярата”, – ти килене Розалина.
Төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәрен ялғап, үҙенсәлекле матурлыҡ, сәнғәт өлгөһө тыуҙырған Алһыу Кәбир ҡыҙына халҡыбыҙҙың матур шөғөлөн артабан да үҫтереп, ҡулынан һөйөнөп, һәр ваҡыт шулай тормошто йәмләп йәшәүен теләйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА