Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ – журналист, яҙыусы Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Годбодь (Ҡолмөхәмәтова). Ул – Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы. Туғыҙ баланан торған ҙур, татыу, эшсән ғаиләлә бишенсе бала булып үҫә.
Кешенең тормошо халҡы өсөн эшләгән эштәре менән баһалана. Миләүшә Годбодь – республика һәм район баҫмалары лауреаты, өс тиҫтәләп төрлө диплом, грамоталар һәм бүләктәргә лайыҡ булған. Үҙенең яҡын шағир нәҫелдәше Яҡуп Ҡолмойҙоң “Һин генәһең, бер генәһең”, “Йырҙарымда тыуған яҡ”, “Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр”, “Яҡуп Ҡолмой көндәлектәре”, “Я. Ҡолмой. Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтыҡтарының төҙөүсеһе. “Йылдар тыуҙырған юлдар”, үҙнәшер ысулы менән баҫылған “Шиғриәт һәм сәнғәт – заман көҙгөһө” йыйынтыҡтары авторы. Тынғыһыҙ ижадсы тәржемәләр менән дә шөғөлләнә, быларҙан тыш матбуғатта башҡорт, татар, рус, чех телдәрендә донъя күргән 800-ҙән ашыу мәҡәлә авторы.
Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы асылда ижади портреттар, очерктар, һуңғы йылдарҙа тарих һәм экология темаларына, шағирҙар ижады хаҡында әҙәби рецензиялар яҙа, әңгәмәләр ойоштора. Был исемлектә башҡорт халыҡ геройҙары ла, мәғариф һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре лә бар. Әлеге ваҡытта алыҫта йәшәгән ҡәләмдәшебеҙ менән интернет селтәре аша әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Һеҙҙе төрлө яҡлы ижадсы булараҡ беләбеҙ. Гәзитебеҙгә лә яҙышып тораһығыҙ. Әлеге көндә ниҙәр менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Әҙәбиәттең мөһим бер ижад тармағы булған әҙәби тәнҡит менән мауығам. Маҡсатым – уҡыусыла әҙәби-эстетик зауыҡ тәрбиәләү, яңы авторҙарҙың, айырыуса йәш ижадсыларҙың, әҫәрҙәрен баһалау. Шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ кеше булараҡ, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре һәм ижади портреттарым исемлегендә, мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары ла, башҡа талант эйәләре, йәшерәк быуын вәкилдәре лә бар.
– Ижадығыҙҙың бер тармағы – публицистика. Әле аныҡ ҡына ниндәйҙер хеҙмәт өҫтөндә эшләйһегеҙме?
– Сит ил әҙәбиәтен уҡып, халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының исемдәрен ҡайтарыуҙы изге бурысым тип иҫәпләйем. Ошонан сығып, 11 йыл инде Бөйөк Ватан һуғышы осоронда партизандар бригадаһының данлы командиры булған Даян Баян улы Мурзиндың исемен мәңгеләштереү буйынса эшләйем. Уның яу юлдарын өйрәнеп, китап яҙҙым. Бының өсөн ун йыл ғүмеремде бағышланым. Китабымды публицистик тарихи-документаль әҫәр тип атаным, сөнки уны, берҙән, үҙем нисек күрәм, нисек ҡабул итәм – шулай яҙам, икенсенән, әҫәр тарихи дәлилдәргә нигеҙләнгән һәм шул замандың мөһим сәйәси һәм социаль-ижтимағи мәсьәләләрен күтәрә.
Ошондай уҡ юл менән, һаулыҡ булһа, Вафа Әхмәҙуллиндың исемен ҡайтарыуға ла өлөшөмдө индермәксемен. Ризван Хажиев ағайҙың очергынан башҡа, беҙҙә уның командир булараҡ уҙған данлы яу юлдарын әле берәү ҙә өйрәнмәгән. Шулай уҡ ҡыҙыл командир Муса Мортазин тураһында ла сит телдәрҙә яҙылған китаптар бар. Әйткәндәй, 1920 йылда Мортазин етәкселегендә башҡорт атлыларының Рәсәй кавалерияһы составында Варшава ҡалаһын ҡамап торғаны тураһында ҡиммәтле китап табылды. Уны уҡып, тәржемә итеп яҙаһы бар.
– Һеҙҙе журналист-публицист булараҡ беләләр. Башлап ҡәләм тирбәткән мәлегеҙ ҡасанға тура килә?
– Ижадҡа бик иртә тартылдым, бәләкәстән уҡырға яраттым. Күптәр кеүек, ижадымды шиғыр яҙыуҙан башланым, бынан тыш, шаулап торған донъя яңылыҡтары, мәктәп, ауылдаштар тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр ҙә яҙа инем. Балалыҡ менән уларҙы “Пионер”, “Башҡортостан пионеры” баҫмаларына ғына түгел, район гәзите “Восход”ҡа, “Совет Башҡортостаны”на ебәрәм – барыһы ла баҫылып сығып торҙо. Ғаиләлә артыҡ аҡса булмаһа ла, атайым менән әсәйем “Совет Башҡортостаны”н, “Ленинсы”ны, “Коммунист”ы, “Азат ҡатын”ды, “Башҡортостан пионеры”н, “Пионер”ҙы, “Башҡортостан ҡыҙы”н һәм район гәзите “Восход”ты гел алдырҙы. Уларҙы беҙ, балалар, почтальон Ишмөхәмәт ағай Бәкән йылғаһы күперендә күренгәс тә түҙемһеҙлек менән ҡаршы сығып көтөп ала торғайныҡ. Гәзиттәрҙе бер-беребеҙҙән тартып алып уҡып, туҙҙырып бөтөрә инек.
– Һеҙ ҡатмарлы тормош юлын үткәнһегеҙ, төрлө яуаплы урындарҙа – Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында, башҡорт һәм рус телле төрлө район баҫмаларында, мәғариф идаралығында, мәктәптәрҙә эшләгәнһегеҙ, хатта депутат та булғанһығыҙ. Йыйып әйткәндә, ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә, ижадтан айырылмағанһығыҙ. Шул турала һүҙ йөрөтәйек әле.
– Эйе, мин бер урында ғына эшләп, пенсияға сыҡҡан кеше түгел. Бала саҡтан барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы, шунлыҡтан халҡыма ҡулымдан килгәндең барыһын да башҡарырға, башҡаларҙы артымдан эйәртергә, гел алда булырға тырыштым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, яҡшы кешеләр менән аралаштым, уларҙан өйрәндем, фәһем алдым, ҡанат нығыттым, тәжрибә тупланым, ҡыҫҡаһы, тормоштоң уртаһында ҡайнаным. Ә былар ижадсы өсөн бик-бик кәрәк.
Радио һәм телевидение менән яҙмышты бәйләргә тип уйлап, унда ең һыҙғанып эшләп йөрөгән саҡта, кейәүгә сығып, игеҙәктәребеҙ тыуғас, яҙмыш ҡырҡа үҙгәрҙе һәм ғаиләбеҙҙе Бөрө ҡалаһына алып барып төпләндерҙе. Бында мин рус телле “Победа” гәзитендә йәштәр бүлеге мөхәррире булып эшләнем, Бөрө педагогия институты, техникум, педагогия училищеһы уҡытыусылары һәм студенттары менән аралаштым, Һәҙиә Дәүләтшина эҙҙәре буйлап йөрөнөм. Благовещен ҡалаһы ла миңә “ҙур багаж” бирҙе: был ҡала гәзитендә лә йәштәр бүлеге менән бергә ауыл хужалығы бүлеген етәкләнем. Ике ҡалала ла редакцияла журналистика түңәрәгенең эшен етәкләнем. Унда шөғөлләнгән журналистар араһында тегенселәр фабрикаһында эшләгән, институт, училищеларҙа уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙар бар ине. Йәштәр менән эшләү мине һәр ваҡыт дәртләндерҙе.
– Яҙмыш һеҙҙе артабан ҡайҙарға ташланы?
– Тормош иптәшем Зәкирйән Әминев прокурор булғанлыҡтан, ғаиләбеҙ менән гел күсенеп йөрөнөк, сираттағы күсенеү Сибайға булды. Был ҡалаға мин тап халыҡтың милли үҙаңы күтәрелгән осорҙа килдем, килгәндең икенсе көнөндә үк рус телле 1-се мәктәпкә эшкә урынлаштым. Май айы ине, уҡыу йылы тамамланған ваҡыт. Шуны иҫәпкә алып, мәктәп биҫтәһенә ҡараған ғаиләләрҙе йөрөй һалып, танышып, һөйләшеп беренсе класҡа барасаҡ балаларҙың исемлеген йыйып алдым. Һәм бер йыл үтеүгә, мәктәп тарихында тәүгеләрҙән булып өс сәғәтле программа буйынса башҡорт телен уҡытыуҙы хәстәрләнем. Был эш еңел бирелмәне, әммә бар ҡаршылыҡтарҙы үтеп, үҙемдекенә өлгәштем. Ҡала һәм республика кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында еңдем, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән исемгә лайыҡ булдым, депутат булараҡ, мәғарифҡа арналған ҙур сараларҙа делегат булып ҡатнаштым. Был эште артабан Өфөгә күскәс тә дауам иттем. Балаларға телде уҡытыу ғына түгел, ә уларҙы ижади, мәҙәни яҡтан үҫтереүҙе үҙемдең төп бурысым итеп күрә инем.
Быларҙың барыһы ла миңә артабан ошо юҫыҡта Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән йылдарҙа ла ярҙам итте. Ошо мәктәп усағында ижади уҡыусыларҙың “Иман” исемле тәүге гимназия гәзитен нәшер итә башланыҡ. Унда үҙем етәкләгән ҡумыҙ һәм “Иман” исемле йәш журналистар түңәрәге ағзалары шөғөлләнде. Бер нисә тиҫтә уҡыусым журналистика юлынан китте, туған тел уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. Артабан Өфө ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы итеп үҫтерҙеләр, был йылдарҙа “Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә ижади эшләүсе уҡытыусылар”, “Ҡала уҡытыусыларының педагогик табыштары”, ”Салауат Юлаевтың тыуыуына – 250 йыл” исемле методик әсбаптарым яҙылды.
– Мәғарифта ҙур уңыштарға өлгәшкәнһегеҙ һәм артабан яҙмышығыҙҙы йәнә әҙәби ижад менән бәйләгәнһегеҙ. Быға нимә сәбәпсе булды?
– Быға билдәле сатирик Марсель Сәлимов менән күрешеү сәбәп булғандыр. Бер ваҡыт ниндәйҙер йомош менән редакцияға барғайным, ул миңә: “Мәктәп системаһын яҡшы беләһегеҙ, әйҙә беҙгә эшкә килегеҙ”, – тине. Башта аптырап ҡалдым, аҙаҡ ризалаштым. Бер йыл фельетондар бүлеге мөхәррире булып эшләнем, унан һуң яуаплы секретарь булараҡ эшкә егелдем. Журналда рус һәм башҡорт телдәрендә “Сәнскәк”, “Колючка” биттәрен алып барҙым, фельетон жанрын үҙләштерҙем. Артабан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында – баш мөхәррир урынбаҫары, “Тамаша” журналында – бүлек мөхәррире, “Башҡортостан панорамаһы” журналында тәржемәсе булып эшләнем.
– Әлеге көндә ниҙәр ижад итәһегеҙ?
– Даян Баян улы етәкселек иткән партизандар бригадаһы ойошторған Тарихи төркөмдөң йәше 90-ды уҙған, хатта 100-гә етеп барған ыңғай ҡарашлы партизандары менән аралашам, бригада тарихын өйрәнеүемде дауам итәм. Параллель рәүештә Вафа Әхмәҙуллинды белгән кешеләрҙе эҙләйем. Шуныһы ғәжәп: бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа ла һынмайынса ғәҙеллек, туғанлыҡ яҡлы элекке партизандарҙың, уларҙың балалары һәм ейәндәренең олаталары-өләсәләре юлынан барғаны үҙе бер батырлыҡ, минеңсә! Был мине һоҡландыра ла, ғәжәпләндерә лә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА яҙып алды.