Инде өйләнешкәндәренә бер йыл була тигәндә, йәш ғаиләгә икеләтә шатлыҡ килде. Яҡты донъяға тупырлап торған игеҙәк малай менән ҡыҙ тыуҙы. Уларҙан да бәхетле кеше юҡ ине был миҙгелдә. Ейәндәре булғас, Миләүшәнең дә әҙерәк күңеле йомшарҙы буғай. Киленен барыбер үҙ итеп бөтөрмәһә лә, ейәндәрен һағынғанда уларға барғылай ине. Ғәҙәте буйынса, уға төрттөрөп шелтә белдерһә лә, Гөлсиә бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмәне. Бейеменең һүҙҙәре йөрәгенә ауыр таш булып ятһа ла, түҙҙе.
Мөхәббәт емештәренә Айнур менән Айгөл тип исем ҡуштылар. Шундай бәхетле тормошта йәшәгәндә, ғүмер уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Инде Айнур менән Айгөлгә лә өс йәш тулып, улар балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Гөлсиә үҙенең яратҡан эшенә сыҡты. Уның матур, тәмле итеп бешергән торттарын бик һағынғандар ине. Фатирҙарынан эшкә йөрөргә йыраҡ булғас, Марс уға яңы булмаһа ла машина алып бирҙе. Декрет ялында ултырғанда машина йөрөтөү курсына йөрөп, таныҡлыҡ та алған ине ҡатын.
Шулай тыныс, матур ғына йәшәп ятҡанда, Марсты бергә эшләгән иптәше менән бер айға командировкаға ебәрҙеләр. Ҡатыны менән ике йөрәк емешенән айырылыуы бик ситен булды уға. “Оҙаҡ түгел бит, бер ай хәҙер үтеп китер, матурым”, – тип оҙатып ҡалды уны Гөлсиә. Күңелендә айырылыу һағыштары буран уйнатһа ла, һөйгәненә һиҙҙермәне.
Марс китеп, берәр аҙна үткәс, кис менән балаларын баҡсанан алып, киске ашты ашарға ғына ултырғандар ине, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Айнур менән Айгөл һикереп тороп: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты!” – тип ишеккә табан сапты.
– Балалар, туҡтағыҙ, атайығыҙға ҡайтырға иртә әле, бар, кире ултырығыҙ урынығыҙға, хәҙер үҙем, – тип барып асып ебәрһә, унда ҡулына сәскә бәйләме тотҡан бер ир-ат баҫып тора ине.
– Һеҙҙең исемегеҙ Гөлсиәме? – тип һораны ул.
– Эйе, ә был нимә? Кемгә был сәскәләр һәм кемдән?
– Һеҙгә инде, адресығыҙҙы әйтеп, һеҙгә алып килергә ҡуштылар.
“Марстың эше инде был”, – тип уйланы Гөлсиә. Сәскә бәйләмен ҡулына ғына алған ине, подъезда әллә ҡайҙан бер йәш кенә егет пәйҙә булып, уны телефонға төшөрөп алды ла нисек килеп ингән, шулай тиҙ генә юҡҡа ла сыҡты.
– Нимә булды был, кем ине ул, ни эшләп мине фотоға төшөрҙө? – тип нимә уйларға ла белмәйенсә аптырап ҡалды Гөлсиә.
– Һеҙҙең поклонниктыр, – тип көлдө теге ир.
Сәскә бәйләмен вазаға ултыртҡас, Гөлсиә иренә шылтыратты:
– Матурым, бик ҙур рәхмәт сәскәләрең өсөн, тик мин аңламаным, ниндәй сәбәп һуң, ниндәй байрам?
– Ниндәй сәскә тураһында һорайһың икән, аңламайым, – тине уныһы.
– Әле курьер сәскә бәйләме алып килде, Гөлсиәгә бирергә ҡуштылар, ти. Мин бер нәмә лә аңламайым, яҙыуы ла юҡ.
– Тәк-тәк, матурым, әллә һинең тайный поклонниктарың бармы? – тип көлөп ҡуйҙы Марс. – Һинең матурлығың менән уныһы ла булырға мөмкин.
– Юҡ, нимә һөйләйһең һин? Һинән башҡа кемем булһын инде минең!
– Ярай, тыныслан, мин бит һиңә ышанам. Йә яңылыш килтергәндәрҙер, йә берәйһе шаяртырға уйлағандыр.
“Ниндәй шаяртыу был?” – тип уйланы Гөлсиә, нимә уйларға ла белмәйенсә.
Был хәлдән һуң тағы берәр аҙна уҙҙы, Гөлсиә эштән ҡайтып машинаһынан ғына сыҡҡан ине, тағы ла ҙурыраҡ сәскә бәйләме тотҡан шул уҡ ир-ат ҡаршыһына килеп тә сыҡты.
– Ҡара, әсәй, ниндәй матур сәскәләр, тағы атай ебәргәнме? – тип Айгөл дә йүгереп килде.
– Гөлсиә, бына тағы һеҙгә тапшырырға ҡуштылар, – тип ир-ат сәскәләрҙе уға һуҙҙы.
– Туҡтағыҙ, һеҙ әйтегеҙ әле, кемдән был сәскәләр?
– Ҡайҙан беләйем, һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш. Беҙгә бит шылтыратып ҡына әйтәләр ҡайҙа алып барырға, ә аҡсаһын картаға күсерәләр, – тип сәскәләрҙе ҡатындың ҡулына тоттороп, курьер китеп тә барҙы.
Ҡулындағы сәскәләргә ҡарап бик оҙаҡ һәйкәл кеүек ҡатып торҙо ул: “Кем шулай шаяра һуң минең менән?”
Фатирға ингәс, сәскә араһынан яҙыу сыҡмаҫмы тип аҡтарып та ҡараны. Был юлы һөйгәненә шылтыратырға ҡыйманы, Марсты борсоғоһо килмәне. Үҙенең дә йөрәге тынысланманы.
Бына инде һөйгәне ҡайтырға ла аҙ ғына ваҡыт ҡалып бара. Ошо уйҙар күңелен йылытып, ул эшенән өйөнә ҡайтырға сыҡты. Балаларҙы баҡсанан алып, кискә нимә әҙерләргә икән тип уйланып, машинаһы янына килеп кенә еткәйне, күктән төштөмө ни, янып торған ҡыҙыл раузалар тотҡан курьер тағы ҡаршыһына килеп баҫты.
– Һеҙме был тағы? Күпме минән көлөргә була инде?! Кәрәк түгел миңә был сәскәләрегеҙ, кире алып китегеҙ! – тип машина ишеген генә асырға үрелгән ине, ир уны ҡосаҡлап, битенән үбеп тә алды.
– Һеҙ нимә, аҡылдан шаштығыҙмы әллә? – тип асыулы күҙҙәре менән ҡараны уға Гөлсиә.
– Юҡ, мадам, миңә һеҙҙе ҡосаҡлап үбеп, ошо сәскәләрҙе тапшырырға ҡуштылар, – тип ир сәскәләрҙе машина капотына һалды ла ашыға-ашыға китеп тә барҙы. Был юлы Гөлсиәнең асыуҙан бөтә кәүҙәһе ҡалтырай башланы. Ул бар көсө менән машинала ятҡан раузаларҙы ергә һыпырып төшөрҙө. Урамдан үтеп барыусылар сәйерһенеп уға ҡараны. Бер оло йәштәге апай ғына: “Ҡыҙым, ниңә ташлайһың шундай матур сәскәләрҙе, уларҙың ғәйебе юҡ бит”, – тип ерҙә ятҡан раузаларҙы йыйҙы ла йыраҡ түгел торған эскәмйәгә һалды.
“Нимә булды һуң был, һис аңламайым?” – тип башы ҡатты Гөлсиәнең. Тик бер нисә көндән һуң ғына ул бының кем эше икәнен аңланы.
Һөйгәне ҡайтыр көндө эшенән ял алып, балаларын баҡсаға ла илтмәне. Матур итеп өҫтәл әҙерләне, яратҡан рецебы буйынса торт бешерҙе. Ә Марс ҡайтманы... Аталарын көтә-көтә арып бөттө улар. Бер нисә тапҡыр шылтыратып та ҡаранылар, тик ирҙең телефоны һүнгән ине. “Юлда ундай-бындай хәл булмағандыр бит инде?” – тип башына насар уйҙар ҙа килә башланы. Үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, бейеменә шылтыратты ул.
– Ҡайтты инде, ул беҙҙә, – тине ҡырыҫ ҡына Миләүшә.
– Нисек һеҙҙә, ни эшләп өйгә ҡайтманы?
– Ни эшләп ҡайтһын ул унда, һинең һөйәркәң янына ҡайтһынмы ни?
– Ниндәй һөйәркә тураһында һөйләйһегеҙ һеҙ? Ни эшләп алмай ул телефонын, саҡырығыҙ әле, уның үҙе менән һөйләшкем килә, – тип иларлыҡ булып һораны Гөлсиә.
– Уның ҡарауы, улымдың һинең менән һөйләшкеһе килмәй. Башҡа шылтыратып йонсотма! Затһыҙ йән инде һин, ирең шундай ҡурҡыныс ергә китһен, ә һин рәхәтләнеп һөйәркәң менән типтерәһең, оятһыҙ!
– Һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙме мине башҡа кеше менән? Ни эшләп миңә нахаҡ бәләләр яғаһығыҙ?
– Юҡ, мин үҙем күрмәнем, ә бына бүтәндәр күргән.
– Зинһар өсөн саҡырығыҙ инде телефонға Марсты! Мин уның үҙенән ишеткем килә, кем әйткән уға булмаған хәлдәрҙе, зинһар, һорайым, – тип илап та ебәрҙе Гөлсиә.
– Илаған була тағы. Бер айға ғына булһа ла, нәфсеңде тыя алма инде, ә. Оҙаҡламай, смотри, балаларыңды ла юғалтма тағы, шулай йәшәү рәүешеңде үҙгәртмәһәң. Всё, бүтән шылтыратма бында! – тип бейеме телефонын һүндереп тә ҡуйҙы.
– Әсәй, кем менән шулай ҡысҡырып һөйләшәһең һин? – тип йоҡлаған еренән уянып сыҡты Марс.
– Ә-ә-әй, улым, уяттыммы ни һине, балам? Бына теге оятһыҙ шылтырата тағы, телефонды бирегеҙ әле уға, минең уның үҙе менән һөйләшкем килә ти, ояты ҡасҡан нәмә.
– Әсәй, бәлки, ысынлап та, һөйләшергә кәрәктер уның менән. Иртәгә осрашып һөйләшергә кәрәк, туранан-тура, күҙҙәренә ҡарап.
Шул арала Миләүшә ҡабынып китеп:
– Булмағанды, юҡ! Осрашмайһың да, һөйләшмәйһең дә. Беренсе күреүҙә үк оҡшамаған ине ул миңә. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул? Һинең киҫеп ташлаған тырнағыңа ла тормай бит ул, бөткән инеме ни һиңә бай ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙар?
– Әсәй, ни эшләп яратманың инде һин Гөлсиәне?! Бына уйлап яттым әле, кем ебәрҙе икән миңә был фотоларҙы? Бәлки, бөтөнләй һөйәркәһе түгел, ә яҡын дуҫтары ла ебәрергә мөмкин бит. Сәскәне һөйәркәләр генә бирәме ни!
– Улы-ы-ым, бер фотола ҡосаҡлап үбә лә түгелме һуң уны бер ир?
– Әсәй, туҡта әле, ә һин ҡайҙан беләһең, мин бит һиңә ул фотоларҙы күрһәтмәнем?
– Ниңә, былай ғына әйттем инде, – тип ҡаушап ҡалды Миләүшә. – Һин бит үҙең әйттең миңә.
– Минең иҫтә түгел әйткәнем. Ул фотоларҙы алғас, шул таныш булмаған номерға шылтыратып та ҡараным, тик алыусы булманы. Уның кем, ҡайҙан икәнен белеп буламы икән? Тағы бер шылтыратып ҡарайыммы икән әллә?
– Юҡ-юҡ, улым, шылтыратып үҙеңдең нервыңды боҙма, оноторға тырыш инде шул оятһыҙҙы, – тип ҡалтыранған ҡулдары менән Марсты килеп ҡосаҡланы. – Кәрәк түгел ул һиңә, онот уны, онот!
Әсәһенең үҙен тотошо нисектер сәйер тойолдо Марсҡа. Ул бүлмәнән сығып киткәс, тағы шул номерҙы йыйҙы. Шул минутта журнал өҫтәленең тартмаһында телефон шылтырағаны ишетелде. Марс һикереп тороп тартманы асып ебәрҙе лә, унда ятҡан телефонда үҙенең номерын күреп ҡалды. Шунда уның башына килтереп һуҡтылармы ни?! Мин, бәлки, яңылышамдыр тип, телефонды алып, ундағы фотоларҙы ҡарап сыҡты. Үҙ күҙҙәренә ышанманы ул, ысынлап та, Гөлсиәнең фотолары ине унда. “Ну, әсәй, кем уйлаһын һине шундай түбәнселеккә төшөрһөң тип? Хәҙер мине Гөлсиәм ғәфү итерме икән?” – тип уйлап, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы уның.
– Әсә-ә-әй, ин әле бында! – тип ҡысҡырҙы ул бөтә көсөнә.
– Балам, нимә булды, ниңә ҡысҡыраһың? – тип йүгереп инде Миләүшә.
– Әсәй, был кемдең телефоны? – тип уны әсәһенең йөҙөнә үк килтерҙе.
– Белмәйем, ҡайҙан беләйем, бына бит үҙемдеке бар.
– Һин нимә, мине йүләргә һанайһыңмы? Нисек башыңа етте, икенсе симка алып миңә ошо фотоларҙы ебәрергә! Аҡса биреп кеше яллағанһыңдыр әле фотоға төшөрөргә. Беләһеңме, был фотолар килгәс, мин саҡ үҙемә ҡул һалманым. Ярай әле иптәшем: “Һин нимә, ҡатын-ҡыҙ өсөн шулай йәш кенә килеш үҙ-үҙеңде харап итәһеңме ни? Башың менән уйла әҙерәк, йәшәргә кәрәк, уның хыянатына үс итеп йәшәргә кәрәк!” – тип был аҙымдан алып ҡалды. Һин минең мәйетемдең ҡайтҡанын теләнеңме ни? Кемдән-кемдән, тик һинән көтмәгән инем! Нисек минең бәхетемә аяҡ салырға ҡыйыулығың етте? Һин бит белдең Гөлсиәне үлеп яратҡанымды. Бөттө, бөгөндән минең был йортта аяғым да булмаясаҡ. Атайҙы ғына йәлләйем, нисек ғүмер буйы шундай ҡара күңелле кеше менән йәшәй икән ул? – тип әйберҙәрен йыя башланы.
– Улым, балам, зинһар, ғәфү ит мине. Мин һине улай уҡ ҡайғырырһың тип уйламаған инем. Гөлсиә менән донъя бөтмәгән. Үҙеңә тиңде табырһың тигән инем. Зинһар, ғәфү ит инде! – тип улының аяғына ауҙы ул. Марс әсәһенең аяғына йәбешкән ҡулдарын ысҡындырҙы ла ишекте шап итеп ябып сығып та китте. Бына шунда ғына Миләүшә үҙенең ниндәй төҙәтелмәҫлек хата эшләгәнен аңланы. Төҙәтерлек икәнме һуң уның был яңылышы?
Ә Марстың был минуттарҙа башында бер генә уй ине: һөйгәне кисерерме?
Ғәфү итте уны Гөлсиә. Марс бит уның иң беренсе саф мөхәббәте. Унан һуң, Айнур менән Айгөлгә лә атай кәрәк. Үҙе атай-әсәйһеҙ үҫкәс, ғаиләһен һаҡлап ҡалыр өсөн барыһына ла әҙер ине ул.
Нахаҡ һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ,
Былай ҙа бит йөрәк яралы.
Йөрәк яраларын төҙәтерлек
Ярай яҡын кешем бар әле.
Илһөйәр ФӘСХЕТДИНОВА.
Киров өлкәһе,
Вятские Поляны ҡалаһы.