Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 12:07

“Ҡыҙ урлау” – яңыса

Ғәҙилә Бүләкованың архивынан.
Фото:Ғәҙилә Бүләкованың архивынан.

Байрамға улым килен, ҡоҙағый, ҡоҙасалар менән миңә бик яҡшы бүләк әҙерләгән ине. Ниндәй бүләк тиһегеҙме? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған “Ҡыҙ урлау” спектакленә билеттар!

 Әлбиттә, Мостай Кә­римдең был сәхнә әҫәрен уҡымаған йә ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Тик тамаша был әҫәр буйынса бынан алда ҡуйылған­да­ры­нан ҡырҡа айырылып тора. Йырлы-бейеүле мю­зиклға яҡын итеп сәхнә­ләш­тергән уны йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев.

Театрҙа ихлас ял итеп ҡайтылды. Бигерәк тә артистарҙың тере тауышҡа йырлау ныҡ оҡшаны. Был тәңгәлдә яратҡан актрисам Светлана Хәкимо­ваның моңло тауышын тағы ла бер тапҡыр ишетеү күңелгә хуш килде. Ә инде оло быуын актриса­ла­рының күмәкләшеп “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡарыуын ҡарағанда, күңелдә нин­дәйҙер кимәлдә носталь­гияға оҡшаш хистәр ҙә үҙен һиҙҙертә биреп ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Суфия Ҡорбанғәлиева һымаҡ таланттарҙың сәхнәгә баҫҡан сағынан тиерлек ҡарап барған быуын бит инде беҙ...

Иң мөһиме, улар быуы­нын, уларҙан һуңғыларҙы алмаштырырҙай бына тигән талантлы йәш артис­тарыбыҙ бар! Шуға инанып ҡайттым спектаклдән. Ярат­ҡан театрым коллективына ҙур рәхмәт!

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА.

“Пушкин картаһы” менән театрға йөрөгөҙ

Республика театрҙары ла “Пушкин картаһы” проектында ҡатнаша. Проектта яңы миҙгелдең бөтә спектаклдәре лә бар.

3 1 сентябрҙән театр­ҙарҙың рәсми сайтында “Пушкин картаһы” төй­мәһе барлыҡҡа килде.
3 “Пушкин картаһы” бөтә Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдә.
3 Картаны 14 – 22 йәш­тәге Рәсәй кешеләре үҙҙә­рендә булдыра ала.
3 Карта алыр өсөн “Госуслуги. Мәҙәниәт” мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк.
3 Картаны электрон рәүештә ҡушымта аша, йәки ғәҙәти карта итеп “Почта банк” аша алырға мөмкин.
3 Картаға биш мең һум аҡса күсерелә.
3 Программала бөтә ил буйынса музейҙар, театрҙар, концерт залдары, филармония һәм китапханалар ҡатнаша.

Читайте нас: