Өфө ҡалаһынан рэп йырсыһы Алишер Вәлиев (Моргенштерн) менән Дилара Зинәтуллина үткән йылдың йәй айында өйләнешкәйне. Уларҙың туйында Ксения Собчак алып барыусы булды. Бар Рәсәйҙе шаулатып туй үткәргән пар оҙаҡ йәшәп тә өлгөрмәне, айырылышырға булған. Был хаҡта Дилара үҙенең каналында видеояҙма һалған.
Дилара Зинәтуллина белдереүенсә, ул үҙенең ире хаҡында насар һөйләгеһе килмәй, "беҙҙең характерҙар тап килмәне" тип кенә яҙа. Шулай ҙа йәштәр араһындағы аңлашыумаусанлыҡ туйҙан һуң башланыуы тураһында ла йәшермәй. "Бер нисә айҙан һуң беҙҙең мөхәббәт уты һүнде", - тип тә белдерә.
Әлбиттә, был осраҡта һәр кемдең үҙ фекере. Кем белә, бәлки үҙ хатаңды танып, тиҙерәк айырылышыу ҙа күп осраҡта файҙаға ғыналыр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: ирекле сығанаҡтан.