Ҡар һыуына барыу — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән ул. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған.
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә.
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдәрен кейеп, яурындарына аҡлы-суҡлы көйәнтә-биҙрәләрен элеп ҡар һыуына барған. Әйткәндәй, һеҙҙең ауылда халҡыбыҙҙың был матур йолаһы һаҡланғанмы? Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә фотоһүрәттәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Фотолар һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.