Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 18:00

“ФормART” стрит-артҡа ғаризалар ҡабул ителә

Үҙенсәлекле конкурстың “Дәүер аша” тип аталған төп темаһы Рәсәй төбәктәренең һәм халыҡтарының мәҙәни мираҫын сағылдырырға тейеш.

“ФормART” стрит-артҡа ғаризалар ҡабул ителә“ФормART” стрит-артҡа ғаризалар ҡабул ителә
“ФормART” стрит-артҡа ғаризалар ҡабул ителә

III “ФормART” стрит-арт фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Унда 18 – 35 йәшлек урам рәссамдары һәм граффити сәнғәтен үҙ күргән Волга буйы федераль округында йәшәүселәр ҡатнаша ала. Бының өсөн 2022 йылдың 31 майына тиклем formartpfo.ru сайтында эскиз рәүешендә ғариза биреү зарур. Артабан һәр төбәктә эксперт жюриһы рәссамдың ҡалаһын биҙәр өсөн берешәр эскиз һайлап аласаҡ.

Сарала ҡатнашыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте formartpfo.ru сайтында һәм https://vk.com/formartpfo социаль селтәрендә ҡарарға була.

Фото: https://vk.com/formartpfo

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас