Республикала 2020 йылдан алып Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Милли кейемдәре аша уларҙың үҙенсәлекле тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеп була.
Байрам айҡанлы 15 - 16 апрелдә "Тамға" II Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәренең эштәре тупланған күргәҙмә, республикабыҙҙа йәшәгән 12 төрлө милләттең таҫтамалдарынан торған “Халыҡтың сигелгән тарихы” исемле экспозиция ойоштороласаҡ, “Милли кейемдәрҙең мәғәнәһен асыу проблемаһы”н өйрәнеү өсөн "түңәрәк өҫтәл" эшләйәсәк. Был көндәрҙә “Милли кейемдә фото” република флешмобында ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәренең фотоларын Vkontakte, Класташтар һәм Telegram социаль селтәрҙәренә #НациональныйКостюм2022 #МиллиКейем2022 хештэгтары менән һала аласаҡ.
16 апрелдә “Арт-КВАДРАТ” мәҙәни үҙәгендә декоратив-ғәмәли сәнғәт оҫталары үҙҙәре етештергән әйберҙәрҙе һатасаҡ, Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәктәре милли кейем тегергә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
#МиллиКейемКөнө2022
Фото: https://alshvesti.ru/