Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопованың "Киләсәккә хат яҙам" исемле тәүге шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Ул "Башҡорт энциклопедияһы" нәшриәтендә донъя күргән.
Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн авторға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Башҡарма комитет ағзаһы, шағирә, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Йыйынтыҡта Гөлдәриә Йосопованың үҫмер сағынан башлап ғүмеренең төрлө осоронда ижад иткән шиғырҙары тупланған. “Китабым тәү сиратта ҡатын-ҡыҙ бәхете, тормошомдо ҡояшлы, шатлыҡлы иткән ҡәҙерле кешеләрем тураһында”, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы.
Шиғырҙарҙы ул бала саҡтан яҙа. Тәүге ижад емештәре "Башҡортостан пионеры", "Йәншишмә" гәзиттәрендә, ә студент йылдарында "Ленинсы"ла, "Совет Башҡортостаны"нда баҫылған. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Гөлдәриә Йосопова тормошон яратҡан һөнәренә бағышлаған. Шағирә әйтеүенсә, "күңелгә ятҡан эш шулай уҡ шиғри ижадҡа илһам өҫтәй ала".
Китап ҡаты тышлы, сағыу. Автор һөйләүенсә, танылған рәссам Ләйлә Ғаянова шиғри юлдарҙы образлы һүрәттәр менән тулыландырған. “Атайым менән әсәйем, өләсәйем, һуғышты үткән олатайым, балаларым, ейәнсәрем һәм яратҡан кешем – улар барыһы ла әҫәрҙәремдең геройҙары”, - тине Гөлдәриә Йосопова.
Автор шиғырҙарына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә популярлыҡ яулап өлгөргән өс йыр яҙылған.
Исем туйында Гөлдәриә Йосопованың дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты, бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.