Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Апрель 2022, 13:30

Дүртөйлөнән – “Мөғжизәләр яланы”на!

Яҡташыбыҙ ҡатнашҡан был тапшырыуҙы 22 апрелдә Беренсе канал эфирында ҡарарға мөмкин.

Дүртөйлөнән – “Мөғжизәләр яланы”на!
Дүртөйлөнән – “Мөғжизәләр яланы”на!

Әллә күпме йыл инде Беренсе каналда уңышлы ғына барған, күптәр яратып ҡараған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Абдукәримова ҡатнашҡан.

"Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, легендар алып барыусы Леонид Якубович менән осрашыуға яҡташыбыҙ ғаиләһе һәм “Ҡая” этно-рок төркөмө менән берлектә барған. Был төркөмдә ҡатнашыусылар Беренсе канал студияһына милли кейемдә килеп ингән һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йыр башҡарған. Өҫтәүенә, Гөлназ үҙе менән хуш еҫле башҡорт балын, тәмле сәк-сәк, Дүртөйлө районы тураһындағы матур китап, художество мәктәп тәрбиәләнеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан башҡорт уғын алып барған.

“Проектҡа эләгеүемә бик шатмын. Тапшырыу барышында бер аҙ тулҡынланһам да, ул миндә әллә күпме ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, бихисап кешеләр менән таныштым”, - тип белдергән Гөлназ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә.

Яҡташыбыҙ ҡатнашҡан тапшырыуҙы 22 апрелдә Беренсе канал эфирында ҡарарға мөмкин.

 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: