Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

"Йөрәк һүҙе"ндә кем еңде?

Еңеүсе 500 мең һумлыҡ төп призға лайыҡ булды. 

"Йөрәк һүҙе"ндә кем еңде?
"Йөрәк һүҙе"ндә кем еңде?

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгеһен республика халҡы ысын йөрәктән яратып өлгөрҙө. Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уның быйылғы финалы үтте. Шиғри бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды һәм “Йөрәк һүҙе. Рәми” тип аталды. Конкурста ҡатнашыр өсөн видеояҙмалар ебәрергә кәрәк ине, улар аша 12 финалсы һайлап алынған. Сәхнәлә тап улар көс һынашты.

Тамашасыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Ул был проекты республика өсөн мөһим булыуын һәм брендҡа әйләнеүен билдәләне. Шулай уҡ уны Башҡортостан Башлығы ла хуплай. Азат Бадранов “Йөрәк һүҙе”н булдырыу өҫтөндә эшләгәндәргә Башҡортостан Башлығы Рәхмәтен тапшырҙы. Улар – проекттың авторы һәм етәксеһе Нәйлә Сафарғолова, жюри рәйесе Олег Ханов, алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев менән Александр Кузьменко, режиссер Сулпан Асҡарова, оператор Илгиз Насипов.

Быйылғы йылдың еңеүсеһе тип М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров танылды. Ул төп приз – 500 мең һум аҡсаға лайыҡ булды. Артур Рәми Ғариповтың 1964 йылда яҙылған “1937” тигән поэмаһын уҡыны.

Икенсе урында – Зөбәржәт Үтәрбаева һәм өсөнсө урында – Нияз Замалетдинов. Уларға 200 һәм 100-әр мең һумлыҡ приз тапшырылды. “Йыл авторы” призы Рәми Ғариповтың балалары Азамат менән Гөлнараға бирелде. Тамашасылар һөйөүе призын Урал Таһиров яуланы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в