Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Апрель 2022, 21:00

Беҙҙең заман Аҡмуллаһы

"Барыбыҙҙың да йөрәгендә ҡояш булһын!" - тип теләне арҙаҡлы милләттәшебеҙ Рәшит Шәкүр.

Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы

Быйыл – арҙаҡлы башҡорт ғалимы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең 85 йәшлек юбилейы. Ошо уңайҙан һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Евразия киңлегендә мәҙәни бәйләнеш” тип аталған халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрҙе. Уның пленар өлөшө йылы, йәнле кисәгә әйләнде.

Сараға шәхестең фекерҙәштәре, элекке хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, студенттар килде, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Таулы Алтайҙан да ҡунаҡтар булды. Бынан тыш, ҡәрҙәш халыҡтар вәкилдәре сараға онлайн тәртиптә лә ҡушылды.

Конференцияның пленар өлөшөндә ғалимды рәсми вәкилдәр, башҡа ҡунаҡтар ҡотланы. “Беҙҙең хәҙерге Аҡмуллабыҙ!” – һәр береһе ошо фекерҙе айырыуса рухланып, ҡанатланып әйтте.

Заманыбыҙ Аҡмуллаһы, аҡыл эйәһе, бөйөк башҡорт балаһы. Ошо һүҙҙәр барыһы ла Рәшит Закир улына тәғәйенләнә. Уның ғүмер, ғилем һәм ижад юлы – туған халҡыңа тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө.

Абруйлы ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендә БДПУ-ла эшләй башлаған Башҡорт фольклоры үҙәгенең йәш вәкилдәре – студенттарҙың шиғри ҡотлауы кисәнең айырым бер биҙәге булды.

Яуап сығышында арҙаҡлы ғалим: “Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора. Артабан да ошо йолаларыбыҙҙы һаҡлап йәшәргә яҙһын, – тип теләне. – Барыбыҙҙың да йөрәгендә ҡояш булһын!"

Конференция эше артабан секциялар ултырышы менән дауам итте.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Беҙҙең заман Аҡмуллаһы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: