

Бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар ансамблдәре баш ҡалаға “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” фестиваленә килде.
Конкурстың онлайн тәртибендә ойошторолған һайлап алыу турына 40-тан ашыу коллектив видеояҙмаларын ебәргән, улар араһында иң уңышлылар тип 14-е танылған.
Ғафури, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Яңауыл һәм башҡа район-ҡалаларҙан килгән балалар өсөн был сара ысын байрамға әүерелде.
"Конкурс республикабыҙҙа икенсе тапҡыр үткәрелә. Барлығы 300-гә яҡын бала йыйылды. Сара йәш бейеүселәрҙе үҫтереү, халыҡ бейеүҙәрен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя", - тине “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин.
Райондарҙан килгән коллективтар менән таныштыҡ. Мәҫәлән, Миәкәнән “Балҡыш” өлгөлө балалар бейеү ансамбле етәксеһе Светлана Ғәлләмова әйтеүенсә, уларҙың төркөмөнә - 22 йыл. Ике йыл элек тә ошо конкурста ҡатнашып, лауреат булғандар. "Был юлы ла балалар ҙур дәрт менән килде. Бейеү – матурлыҡтың, һаулыҡтың нигеҙе икәнен йәш быуын бәләкәйҙән белеп үҫә", - тине ансамбль етәксеһе.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында коллективтарҙың теҙелешеп үтеүе үҙе бер матур күренеш булды. Артабан йәш һәләттәр ҡатнашлығында гала- концерт үтте.
Быйылғы конкурста ниндәй коллективтың еңеү яулағанын гәзитебеҙҙән уҡып белерһегеҙ.
Автор фотолары.