Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 17:30

Балаҫын да һуға, сергетыш та эшләй бөрйәндәр

Маҡсаттары – боронғо кәсептәрҙе йәштәргә өйрәтеү.

Балаҫын да һуға, сергетыш та эшләй бөрйәндәр
Балаҫын да һуға, сергетыш та эшләй бөрйәндәр

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Милли кейем көнө уңайынан Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәре балаҫ һуғырға өйрәнергә теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шулай уҡ улар хәҙер инде онотолоп ҡалған һөнәр - сергетыш эшләү менән дә таныштырҙы.

- Беҙҙең маҡсат – боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү. Бөгөн алып килгән эштәребеҙ араһында арҡыры, буй, аҫалы балаҫтар бар. Был оҫталыҡҡа өйрәтеү өсөн беҙҙе төрлө тарафтарға саҡыралар. Бөгөн Өфөләбеҙ, киләһе аҙнаға  Белорет районына юлланырға ниәтләйбеҙ. Хәҙер станоктар еңел булғас, күсереп йөрөтөүе бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Иң ҡыуаныслыһы йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныусылар бар, бәләкәй балалары менән өйҙә ултырған йәш әсәйҙәр өйрәнәләр. Сергетыш йәки  ат өҫтөнә япма эшләргә лә оҫтарҙыҡ. Ауылыбыҙ бик әүҙем, әлеге көндә дәррәү “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, - тине Бөрйән ағинәйҙәрҙең етәксеһе Зәкиә Муллағолова.

Сараның рәсми өлөшөн Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова асып, киләсәктә лә бында ҡул эше оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәген билдәләне. Халҡыбыҙҙың аҫыл кәсептәрен һаҡлаған, уларҙы артабан таратыуға булышлыҡ иткән ағинәйҙәрҙең тырышлығы ла баһаланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Тәнзилә Ҡотлогилдина Бөрйән ағинәйҙәренә ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре  Ғәҙилә Бүләкова тураһында ла күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Уның тырышлығы “Мәжит Ғафури – 21 быуат” мәҙәниәт фондының төбәк йәмәғәт ойошмаһы дипломы һәм халыҡ шағирының миҙалы менән баһаланды.

Боронғо кәсептәр менән ҡыҙыҡһыныусылар аҙ түгел ине. Оҫталарҙың дәресен һәр кем отоп ҡалырға тырышты. Өфө урман техникумынан килгән студенттар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Йәш ҡыҙҙар балаҫ һуғыу барышын ҡараһа, егеттәр станоктарҙың эшләнеше менән ҡыҙыҡһынды.

Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: