Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 10:30

Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды

Ниһайәт, төҙөкләндерелгәндән һуң “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы үҙ ишектәрен асты.

Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды
Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды

Баймаҡ ҡалаһының 19-сы быуаттың берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы булған сауҙагәр Кабанов йортонда музей экспозияһы һәм музей ҡурсаулығының административ өлөшө урынлашҡан. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев шәхсән ҡатнашты.

Музей директоры, археолог Рәмил Насретдинов төбәктең бай мәғлүмәттәре менән уртаҡлашһа,  “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы етәксеһе Венер Нәбиев яңы асылған музей менән таныштырып, килеп ҡарарға саҡырҙы. Әйткәндәй, ошонда уҡ тиҙҙән "Башҡорт аты" музейын булдырыу ҙа ҡарала.

Музейға инеү бушлай. Ул иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй. 

Музей тураһындағы тулы мәғлүмәттәр менән май айында үҙ байрамдарын билдәләйәсәк Музейҙар көнөнә ҡарата яҙмала таныштырасаҡбыҙ.

Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.

Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды
Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды
Баймаҡта "Ирәндек" музейы асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: